+11 °С
Облачно

Һаулыҡ Алопеция

Сәс ҡойолоу, урыны-урыны менән пеләшләнеү өлкәндәрҙә генә түгел, йәштәр, хатта балалар араһында ла күҙәтелә икән. Республика тире-венерология диспансерының врач-дерматовенерологы Розалина Илмир ҡыҙы Исламова  бының сәбәптәре, төрҙәре һәм уны дауалау ысулдары хаҡында һөйләй. – Сәстең тимгел-тимгел булып ҡойолоуы медицинала «алопеция» тип йөрөтөлә.  Башта, бит тирәһендә (керпек, ҡаш)  йәки тәндең башҡа урындарында барлыҡҡа килергә мөмкин ул. Пациенттар араһында бер-ике йәшлек балалар ҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кескәйҙәрҙә лә ҡаш-керпектәре, сәстәре тулыһынса ҡойолоп бөткән осраҡтар күп.

Һаулыҡ АлопецияҺаулыҡ Алопеция
Һаулыҡ Алопеция

Сәс өс үҫеш фазаһы үтә: әүҙем үҫеш осоро, үҫештең туҡталыуы һәм ҡойолоуы. Стресс, шулай уҡ төрлө генезис ауырыуҙар тәьҫирендә сәс һуңғы фазала тотҡарланып ҡалырға мөмкин – был алопецияға килтергән сәбәптәрҙең береһе.

Бөгөнгө көндә пеләшлектең телоген, сикле (гнездная, очаговая) һәм андроген төрҙәре күҙәтелә. Улар барлыҡҡа килеүе һәм дауалау төрҙәре менән айырыла.

Телоген алопеция  – сәс баштың  бөтә ерендә лә тигеҙ ҡойола. Тәүлегенә 100-ҙән ашыу сәс бөртөгөн юғалта кеше. Телоген алопецияның киҫкен төрө алты айғаса дауам итә, ә хроник төрө йылдарға һуҙылырға мөмкин.

Сикле (гнездная, очаговая) алопеция  иммун системаһының сәләмәт сәс фолликулдарына һөжүм иткән аутоиммун ауырыуға ҡарай. Был осраҡта сәс тигеҙ ҡойолмай: локаль (бер йәки бер нисә урында пеләш барлыҡҡа килә); субтоталь (сәстең 40 проценттан ашыуы ҡойола); тоталь (баш таҡырая); универсаль (бөтә тән буйынса ҡойола). 

Андроген йәки диффуз алопеция (ҙур урынды алған пеләшлек). Быға ғәҙәттә ирҙәр дусар булыусан. Нәҫелгә бәйле сәбәптәр арҡаһында баштың төклө өлөшөндәге андрогендар метаболизмы боҙола һәм  ир-аттарҙың енси стероидтары йоғонтоһонда сәс ҡыуышлығы атрофияһы барлыҡҡа килә. Улар тәүҙә йоҡара, һирәгәйә, артабан маңлай һәм күкрәк тирәһендә ҡойола башлай. Ваҡытында дауаламаһаң, тулыһынса пеләш ҡалыу ҡурҡынысы янай. Ирҙәрҙә андроген алопеция, ҡағиҙә булараҡ, 20–25 йәштәрҙә башлана һәм 35-50 йәштәргә тиклем дауам итә. Ҡатын-ҡыҙҙа был проблемалар менопауза ваҡытында күҙәтелә.

Ковид үткәргәндәр алопецияға дусар булыусан. Сир ни тиклем ауыр кисерелһә, сәс ҡойолоуында ла был сағылыш таба.

Фән үҫешә, алопецияны дауалау ысулдары ла киңәйә. Минең тәжрибәмдә махсус терапиянан һуң сәстәре, ҡаш-керпектәре ҡуйырып үҫеп киткән осраҡтар ҙа бар. Балалар йәки үҫмерҙәр өсөн, әлбиттә, комплекслы дауалауҙың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланырға тырышабыҙ. Ундай проблемаға тарыған бәләкәстең ата-әсәһенә: «Баланы шәхес итеп үҫтерегеҙ, уҡыуҙан тыш төрлө түңәрәккә йөрөтөгөҙ, тел өйрәнһендәр, спорт, һүрәт төшөрөү кеүек шөғөлдәргә йәлеп итегеҙ. Иң мөһиме  – ата-әсәһе уны һәр ваҡыт ярата икәнен бала тойһон, белһен», – тип кәңәш итәм. Ошоға бәйле бер ваҡиғаны һөйләп үтәйем: 25 йәшлек бер егеттең сәсе ҡойолдо ла бөттө. «Аңлайым, сәсһеҙ йәшәү бик ҡыйын инде», – тип әйтеүемә, ул: «Сәс менәнме, сәсһеҙме – мин барыбер бәхетле», – тине.

Был сиргә юлыҡҡандарға күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үҙ-үҙҙәрен төрлө яҡлап үҫтереүен, тулы ҡанлы тормош алып барыуын, сәләмәтләнеүгә ныҡлы ышанып, өмөтөн өҙмәйенсә, тик яҡшыға ышанып йәшәүен теләйбеҙ!

 

Роза ХӨСНУЛЛИНА.

Фото героиняның шәхси архивынан

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас