+14 °С
Облачно

Яҙмыш сәйләндәре «Бәхет кәсәләрем тулы!»

Бөрйәндең мәңгелек серен булмышына һеңдергән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина менән әңгәмәләшкәндә берсә боҙло һыуға сумдым, берсә ҡайнар утта яндым, берсә күҙ йәштәренә төйөлдөм, яраландым... Уның тормошо – төрөк сериалдарың ары торорлоҡ иҫ киткес сюжетлы, тетрәндергес, шул уҡ мәлдә ижад бәхетен бар тулылығында татыған, ғәжәйеп яҡты яҙмыш... Күргән-кисергәндәре үҙе бер романлыҡ...

Яҙмыш сәйләндәре «Бәхет кәсәләрем тулы!»Яҙмыш сәйләндәре «Бәхет кәсәләрем тулы!»
Яҙмыш сәйләндәре «Бәхет кәсәләрем тулы!»

– Сәнғәт өсөн ниндәй ҡорбандар бирҙегеҙ?

– Ижад, сәхнә, ысынлап та, ҙур ҡорбан талап итә. Минең осраҡта уның хаҡын  ғаиләм менән түләнем. Ләкин үҙ теләгем менән түгел: оҙайлы йылдарға һуҙылған  бөтмәҫ-төкәнмәҫ кәмһетеү-рәнйетелеүҙәр, урамға ҡыуып сығарыуҙар, бәләкәс кенә улдарымды миңә ҡаршы ҡуйыуҙары, эштән ҡайтыуыма ишеккә эленгән яңы йоҙаҡ – былар барыһы ла мине хәтәр аҙымға – үткәндәргә юл ябыуға мәжбүр итте... Балаларым хаҡына тип мин күпте үткәрҙем, хатта әсәйем дә: «Әлфиә, балаҡайым, нисек түҙәһең?» – тиер ине. Йәнемде бүлеп бирер, мең ғазаплы тулғаҡ менән тапҡан ҡәҙерле балаларымдың да йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаған һүҙҙәре (аталары өйрәткән) сабырлығымдың  һуңғы тамсыһы булды...  Тормош  мәғәнәһе  булған яратыу юҡҡа сыҡты, алһыу күҙлектәр сиселде. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай бит ул: бар йәне-тәне менән өҙөлөп ярата ла, һөйөүен ергә һалып тапайҙар икән, тораташтай ҡата. Һуңынан күпме генә теҙләнһәң дә, һөйөүен кире ҡайтарып булмай...

 

– Ғүмерегеҙҙең 65-се үрен артылғанда йөрәгегеҙҙә ниндәй хистәр? Үткәндәргә үкенес, «эх, шул саҡ мин яңылыштым»,  тигән ғәйеп тойғолары юҡмы?

– Ауыр һорау. Һәр кеше маңлайына яҙылған хаҡ яҙмышын үтә. Донъяға ауаз һалғандан алып мине Аллаһы Тәғәлә ижад, моң өсөн яралтҡан булған, урау-урау юлдар аша бөгөнгөмә килтергән. Тик мин генә сәхнәнең яҙмышым икәнен иғтибарға алмай инем, ижадты тәүге урынға ҡуйманым, мөһим тип һанаманым.  Хатта мәктәпте тамамлағас, уҡырға ла филология факультетына барҙым, тик яҡшы билдәләргә өлгәшһәм дә, ике йыл рәттән уҡырға инә алманым. Бына был да Хоҙайҙың бер ҡөҙрәте, уҡытыусылыҡ һинең юлың түгел, тигән әшкәртеүе. Өсөнсө тапҡыр юғары уҡыу йортона йыйынғанда, Бөрйәнгә Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге мөдире  Рәйсә Әхмәҙиева килде. Әсәйем минең йырлауымды һораны. «Һин – сәхнә кешеһе, Әлфиә, йырларға тейешһең, мотлаҡ  беҙгә уҡырға кил», – тип саҡырҙы ул. Шулай  осраҡлы ғына барып эләктем сәнғәт донъяһына. Әгәр яңынан тыуыу мөмкинлеге булһа, һөнәри оҫталығымды арттырыу өҫтөндә нығыраҡ эшләр инем, мәҫәлән, 1-се интернат-мәктәптә түгел,  ә музыка йүнәлешле Ғәзиз Әлмөхәмәтов  исемендәге мәктәптә белем алыр, уҡыуыма ла етдиерәк ҡарар инем.

Ғаиләм хаҡына эшемдән – район мәҙәниәт йортонан китеп, өйҙә ултырған саҡтарым да булды. Тик яҙмыштан ҡасып, уҙмыштан үтеп

булмай икән. «Ҡайғыларҙы кемдәр һемереп эскән, шатлыҡтарҙың ҡәҙерен шул белә», тигәндәй, мин йәшәүҙең күҙ йәшенән торған әсе хаҡын да, баш әйләндергес бәхет татын да беләм һәм, нисек кенә парадоксаль яңғырамаһын, ошо тәңгәлдә тәүге иремә рәхмәттәр уҡыйым. Сөнки  ғаилә тормошом барып сыҡһа, мин йырламаҫ инем, бөгөнгө  Әлфиә Юлсурина ла булмаҫ ине. Шуныһы бәхәсһеҙ, ғүмер бизмәндәре һис ҡасан да бер тигеҙ

тартмай: йә һин ғаиләңдә  бәхетлеһең, йә ижадыңда... Бәхет бер ҡасан да түп-түңәрәк кенә булмайҙыр.

 

– Тормош һеҙҙе сыныҡтырҙымы,  әллә йомшарттымы?

– Беләһегеҙме, ижадсы – күп осраҡта тыштан көслө күренһә лә, эстән үтә лә нескә һәм яҡлауһыҙ зат ул. Тәбиғәтем менән мин былай ҙа йомшаҡмын. Ә тормош, ысынлап та, үгәй әсәй кеүек, күрмәгәнемде күрһәтеп, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап, саҡматаштай сыныҡтырҙы.

 

– Һеҙҙең  исемде  йыш  ҡына     Салауат Низаметдинов менән бәйләнеләр. Ижадтан башҡа ниндәй хистәр булды?

– Салауат Әхмәҙи улы – минең ижади тормошомда хәл иткес роль уйнаған шәхес. Уның менән осрашыуҙы Йыһан бүләге тип ҡабул итәм һәм беҙҙең арала ижадсыларға ғына хас йән бәйләнеше бар ине. Уның бына ун йылдан ашыу инде янда

булмауы, концерттарымда ҡатнаша

алмауы – күңелем сөңгөлөн әрнетеп торған тәрән яра. Ул бушлыҡты бер кем дә тултыра алмай. Салауат булмағас, мине тетрәндергән йырҙар ҙа, алға әйҙәгән ҙур маҡсаттар ҙа юҡ. Их, Салауат тере булһа, тип йыш ҡына уйлап алам. 2013 йылдың июнендә Тәтешле районында гастролдә йөрөгәндә: «О, Әлфиә, «Мин һине яратам» операһын яҙып бөттөм, августа яңы йырыбыҙҙы яҙҙырып ҡуйырбыҙ», – тип шылтыратты. Тик июль айында китеп тә барҙы, мин йырға тотона ла алманым, күңелем дә төшмәне. Һәм, бына, ниһайәт, нисәмә йыл үткәс, Ләйлә Дәүләтова һүҙҙәренә яҙылған «Хоҙай бүләк иткән һөйөү» йырын юбилей бенефисымда башҡарасаҡмын. Ул бөйөк   маэстро   рухы   алдында       бурысым, нәҙерем кеүек. Ижадташ дуҫыбыҙ Миннивәли Сафин йырға бик матур аранжировка эшләне. 

Салауат интервьюларында «Әлфиә» тип һөйләһә, йыш ҡына күҙ уңында мине тота инеләр. Ә ғәмәлдә һүҙ уның ҡатыны, минең вокал уҡытыусым Әлфиә Кәримовна хаҡында була торғайны. Шул рәүешле, Әлфиә Юлсурина композиторҙың ҡатыны йә иһә һөйәркәһе, тигән хәбәрҙәр ҙә таралды. Ә беҙҙе үтә торған ябай ғына хистәр түгел, ижад, сәхнә, дуҫлыҡ, йыр кеүек мәңгелек, юғары төшөнсәләр бәйләне. Бер-беребеҙгә түкмәй-сәсмәй эс серҙәребеҙҙе һөйләр инек. Йәндәштәр булдыҡ беҙ.

---------------------------------------------------------

– Әлфиә Юлсуринанан алтын кәңәш... Ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер теләктәрегеҙ?

– Ғүмер бер генә бирелә һәм ул шул тиклем ҡыҫҡа. Ҡатын-ҡыҙҙарға төп кәңәшем: бер ҡасан да үҙегеҙҙе кәмһетергә, ҡыйырһытырға юл ҡуймағыҙ! Үҙ ҡәҙерегеҙҙе үҙегеҙ белегеҙ! Ҡатын-ҡыҙ өсөн  иң ҙур бәхет – ғаилә,  тик әгәр унда гармония булһа ғына...

 

...Әйткәндәй, Әлфиә Юлсуринаның  юбилей концерты «Эй, яҙмыш, яҙмыш...» тип атала һәм ул 25 апрелдә, моң алиһәһенең тыуған көнөндә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Утыҙ йыл бергә эшләгән ижадташ дуҫтары ҡатнашлығында үткән бенефистың режиссеры –  Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Мәскәүҙә йәшәүсе бер туған һеңлеһе Зилә Ҡолдәүләтова.

Айзилә Мортаева

 

Фото А. Королев

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас