+14 °С
Облачно

Батыр ирҙәр үҫкән өй

Рух көсө Әбйәлил районы Байым ауылында донъяға килгән Гүзәл бәләкәстән уҡытыусы булырға хыяллана. Рәхмәт ауылы мәктәбенә эшкә барған дипломлы йәш белгесте Басир исемле егет йәһәт эләктереп тә ала, гөрләтеп туй яһайҙар. Бер-бер артлы ике улдары тыуа. Донъяһын да гөл итеп көтә Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы, эшен дә намыҫ менән башҡара. Тәүге йылдарында – башланғыс кластарҙа, унан белемен камиллаштырып, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡытыусы дәрестә мәңгелек темалар хаҡында һөйләгәндә балаларҙы иң мөһим нәмәгә – һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға өйрәтә! Моғайын, шуға уның үҙ улдары ла оло йөрәкле, рухлы һәм ысын патриот булып үҫкәндер.

Батыр ирҙәр үҫкән өйБатыр ирҙәр үҫкән өй
Батыр ирҙәр үҫкән өй

Батыр ирҙәр үҫкән өй

Ул утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәктәпкә арнай. Балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәте аша донъяны танып белергә, бөйөк әҙиптәрҙең классик әҫәрҙәрендәге һәр һөйләмде, һәр һүҙҙе тойорға өйрәтә. Йәшәйештә дөрөҫ юл һайлай белеү тураһында, рух көсө хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта Гүзәл Әхмәҙиеваның үҙ тормош тарихы ла романға торошло: төп геройҙары – яугир улдары. Һәм унда мөхәббәт тә, һағыш та, ҡаһарманлыҡ та, ҡайғы менән өмөт тә бар...

--------------------------------------------

Ил саҡырғас...

Махсус хәрби операция башланғас та Илнур: «Мин унда барам», – тип һикереп төшә. Ғәжәпкә ҡалған әсәһе: «Юҡ инде, балам, ебәрмәйем, бына тигән эшең бар», – тип тә әйтеп ҡарай. Ә ул һаман, «мин барырға тейеш, ҡурҡып ултырмайым инде», тип үҙенекен һөйләй. Себергә эшкә сығып китер алдынан әсәһенә: «Был юлы сменам оҙон, төнөн эшләйем, көндөҙ йоҡлаясаҡмын, әгәр шылтыратмайыраҡ торһам, борсолма», – тип сәйер генә әйтеп ҡуя. Баҡтиһәң, бер кемгә лә өндәшмәй,  2022 йылдың майында Илнур, дүрт айға контракт төҙөп, МХО-ға юлланған була.

«Был хаҡта белеп ҡалғас, тәүҙә бик бошондом. Шылтыратмайыраҡ торһа, йөрәгемә шом төшә. Аҡсалы эш, спорт ҡаҙаныштары, яҡшы перспективалар ҙа туҡтата алмаған Еңеүҙе яҡынайтыу хыялы менән йәшәгән илһөйәр улымды», – тигәндә әҙәбиәт уҡытыусыһының һүҙҙәрендә һыҙланыу менән бергә ғорурлыҡ нотаһы ла сағылып ҡала.

Июль айында Илнур ҡаты алыш барышында яралана. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ахмед» позывнойлы Әбйәлил егете Рәсәй Президенты В. Путин указы менән Рәхмәт хаты һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Волгоградта дауаланып, август айында өйгә ҡайтып төшә ул.

«Тәненә, һөйәктәренә ярсыҡтар инеп бөткән, тегелгән ҡулы ла оҙаҡ уңалды. Шулай ҙа иң мөһиме – иҫән, тип ҡыуандым, – ти Гүзәл апай. – Һөйгән ҡыҙын һоратып, никах уҡыттыҡ. 2023 йылдың август айында матур итеп туй үткәрҙек. Рәфиә киленебеҙ менән диңгеҙ буйында ял итеп тә ҡайттылар. Артабан инде барыһы ла уң булыр кеүек тойолғайны». 

Әммә яҙмыштары бөтөнләй көтөлмәгән боролош ала. Илнур йәш кәләше менән киләсәккә ҡыйыу пландар ҡора. «Әсәй, – ти ул бер ҡайтҡандарында. –  Барыһы ла тиҙҙән тамамланыр. Еңербеҙ! Шунан беҙ һеҙҙең янға – Рәхмәткә ҡайтып төпләнербеҙ. Бер өйөр башҡорт тоҡомло йылҡы аҫраясаҡмын. Уларҙың ниндәй икәнен беләһеңме? Матур, көслө, ирек һөйөүсән...»

Улының тел төбөн аңлай әсә кеше, туҡтата алмаҫын белгәнгә, фатихаһын биреүҙән башҡа сара ҡалмай уға. Ҡустыһының артынан Илмир ағаһы ла эйәрә:

«Бергә булһаҡ, бирешмәҫбеҙ, туғаныма күҙ-ҡолаҡ булырмын». Оло өмөттәр бағлап үҫтергән ике улын, доғаларын уҡый-уҡый, юлға оҙата атай менән әсәй. Өйҙәре бушап, етемһерәп ҡала...

 

«Һаҡлай алманым...»

Херсон өлкәһендә барған ҡыҙыу алыштарҙа ҡатнаша ағалы-ҡустылы Әхмәҙиевтар. Декабрҙә уларҙы айыралар: Илмирҙы дрон менән идара итеүгә уҡытырға Мәскәүгә ебәрәләр. Илнур разведкала ҡала. Бер нисә айҙан тағы юлдары киҫешә.

«Илнур ҡустым «атакаға инәм, ағай, доғаларыңды уҡы», тине лә Рәсәй флагын кеҫәһенә һалып сығып китте. Кире ҡайтманы», – тип Илмир бер көндө әсәһенә илай яҙып шылтырата. «Ҡустың улайтып ҡына үлеп ята торған кеше түгел», – тип тынысландыра уны әсә. Бер ай үтә, ә Илнур хаҡында һаман хәбәр юҡ. Әхмәҙиевтар военкомат тупһаһын тапай башлай. «Эҙләгеҙ, табығыҙ инде, тип үтенәм. Һораша торғас, алғы һыҙыҡта һуғышҡан әллә күпме һалдаттар менән таныштым (ҡыҙғаныс, уларҙың да күбеһе юҡ инде). Илнурҙың үлем хәбәрен телефон аша шылтыратып әйттеләр. Шаңҡыным. 1 апрелдә ерләнек. Ҡаһарманлыҡ ордены һәләк булғандан һуң килеп етте. Әле бына Рәхмәт мәктәбендә улымдың яҡты иҫтәлегенә арнап таҡтаташ астылар.

Иларға тырышмайым, әсе күҙ йәштәре менән баламдың ҡәберен йыумайым, күңелем тулып китһә, доға уҡыйым. Изге уйҙарҙа, теләктәрҙә йәшәргә тырышам», – ти батырҙар үҫтергән көслө әсә.

Илмирға икеләтә ауыр: «Ҡустымды ҡотҡара алманым, миңә ошо күңел яраһы менән нисек йәшәргә һуң?» – тип тетрәнеп тә китә икән. Ә әсә: «Улым, хәҙер һин ике ғүмер йәшәргә бурыслыһың, иҫән генә бул!» – тип йыуата. Һуңғы улдарын һаҡлап ҡалыр өсөн бөтә көсөн һала Әхмәҙиевтар. Әсәнең теләген инҡар итмәй, хеҙмәтенән Илмирҙы тәүҙә Ульяновск хәрби часына ебәрәләр. Ҡатыны менән ҡыҙын да үҙ янына күсереп ала ул. Әммә күп тә үтмәй, ҡабаттан яу яланына оҙатырға тигән ҡарар була. Гүзәл апай менән Басир ағай улдарының ғаиләһен Башҡортостанға күсереп алып ҡайта. Ә күптән түгел, «Дикий» позывнойлы Әбйәлил һалдатына, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн, «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырғандар.

 

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

Батыр ирҙәр үҫкән өй
Батыр ирҙәр үҫкән өй
Батыр ирҙәр үҫкән өй
Батыр ирҙәр үҫкән өй
Автор:
Читайте нас