+12 °С
Дождь

Ҡатын-ҡыҙ — ир-ат һөнәрендә Электромонтер Әлфиә

Куйбышев тимер юл селтәренең республикабыҙ бүлексәһенә ҡараған Инйәр тимер юл станцияһы. Ҡуйы урмандарҙы тимер юлдары киҫеп үткән ер. Бында, электр менән тәьмин итеү дистанцияһында, ҡорос сымдар сыңлауы һәм меңәрләгән вольт көсөргәнеше араһында, нескә генә бер ҡыҙ эшләй. Әлфиә Сәғәҙәтова – ошо магистралде хеҙмәтләндергән коллективта электромонтер.

Ҡатын-ҡыҙ — ир-ат һөнәрендә Электромонтер ӘлфиәҠатын-ҡыҙ — ир-ат һөнәрендә Электромонтер Әлфиә
Ҡатын-ҡыҙ — ир-ат һөнәрендә Электромонтер Әлфиә

Диспетчер бүлмәһенә ингәс тә күҙгә ташланған тәүге нәмә – мониторҙар. Компьютер артында ултырған Әлфиәнең нәфис бармаҡтары клавиатура буйлап йүгерә генә. Тәү ҡарашҡа ҡәҙимге офис хеҙмәткәре тиерһең. Әммә экрандағы графиктарға ҡараһаң, был эштең ни хәтлем етди һәм ҡатмарлы булыуын аңлайһың – бәләкәс кенә яңылышлыҡ та фажиғәгә килтереүе ихтимал.

«Беләһегеҙме, мин тегенсегә уҡығайным бит, ҡул эштәрен яратам, әсәйем дә, апайым да – оҫта тегенсе, – тип йылмая ул, экрандан йөҙөн айырмай ғына. – Энәләр, туҡымалар... әммә тормош башҡаса хәл итте лә ҡуйҙы».

Эйе, Белорет районындағы Оло Йылға менән Айғыр ауылын тоташтырған тимер юлдың тотош участкаһын электр менән тәьмин итеү өсөн яуаплы берекмәлә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ул. Бурысы – электр селтәрҙәренең эшен контролдә тотоу,  шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдарына, сығымдарға отчет төҙөү, документтарҙы тултырып ебәреү. Локомотив, вагон-составтарҙың йөрөшөн, светофорҙарҙы тәьмин итеүсе токтың ҡорос сымдар аша өҙлөкһөҙ ағышын күҙәтеү. Әгәр линияла авария була ҡалһа, тышта 30 градус һыуыҡмы, боҙло ямғыр яуамы, буран ҡоторамы – ҡарап тормайҙар, бригадалары менән шул урынға ашығалар. Сымдарҙа өҙөклөк йәки ҡыҫҡа ялғаныш көсөргәнеше булғанда һәр секунд ҡәҙерле. Ундай хәлдәргә махсус мотовоз һәм ГАЗон тягачы әҙер тора.

«Эш башлағандың тәүге мәлдәрендә ныҡ ҡурҡа инем, – тип һөйләй Әлфиә Ринат ҡыҙы. – Аварияға килтергән сәбәптәрҙе асыҡлау, кисектереү ҙур тәжрибә, иғтибар, көс талап итә, шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтә белергә лә тейешһең бит. Ҡеүәтле электр тогы хаталарҙы ғәфү итмәй. Хәлдең төрлөсә булып китеүе бар».

Иңенә һалынған ғәйәт оло яуаплылыҡҡа ҡарамаҫтан, Әлфиә үҙен башҡа һөнәрҙә күҙ алдына ла килтермәй хәҙер. «Бында миңә оҡшай, ир-аттар ярҙамсыл, әҙәпле, улар менән эшләүе еңел, – ти электромонтер. – Тыныс, ышаныслы мөхиттә үҙ көсөңә, булдыҡлылығыңа ышанып, дәртләнеп эшләй башлайһың».

 

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

Фото героиняның ғаилә архивынан

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас