

Йөрәк ауыртһа, бер стакан ҡайнаған һөткә бер балғалаҡ бал һәм бер нисә тамсы ҡара тмин майы һалып, эҫе килеш эсергә кәрәк. Шулай уҡ йөрәк ауыртыуын тойған кешегә, ете финик алып, уны һыуҙа ебетеп, шул һыуҙы эсеп йөрөү файҙалы.
Әгәр ҙә кешегә һыуыҡ үтһә, ҡара тмин майы менән зәйтүн майын ҡушып, күкрәкте ыуырға ҡушыла. Ҡайнаған һыуға бер ни тиклем ҡара тмин майы һалып, ингаляция эшләһәң, еңеллек килтерә. Ҡайнар һөткә бер ҡалаҡ бал (аҡ май мөмкин) һалып эсеп, йылы кейенеп йоҡларға кәңәш ителә.
Ангина булһа, йә йүткергәндә, ярты ҡалаҡ тмин майына 100 мл лимон һуты һалып, ашар алдынан көнөнә ике тапҡыр эсергә кәрәк.
Әгәр ашҡаҙан ауыртһа (язва булһа), бер ҡалаҡ балға ун тамсы ҡара тмин майын һалып, көн дә асыҡҡан хәлдә эсергә тәҡдим ителә. Эс китһә, 200 мл йогуртҡа сәй ҡалағы менән тмин майы һалып бутап, көнөнә ике тапҡыр эсергә. Ағыуланғандан һуң финик ашарға ҡушыла, сөнки ул эстән ағыуҙы сығара, организмды таҙарта икән.
Тире сире булһа ла, аш ҡалағы зәйтүн майына ярты балғалаҡ тмин майы ҡушып, ауырыу ергә һөртөргә кәрәк.
Барлыҡ мосолмандарға билдәле хиджама ысулы ла бар, йәғни ҡан сығарып дауаланыу. Тик уны ашҡаҙан тулы ваҡытта эшләргә ярамай.
Енси ауырыу менән ауырығандарға, бер стакан ҡабаҡ һутына бер балғалаҡ тмин майы һалып, уны көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә кәңәш ителә. Ә балаһыҙ булғандарға «Әлү-Ғимран» («Ғимран ғаиләһе») сүрәһенең 38-cе аятын: «...Раббым! Миңә Үҙ тарафыңдан яҡшы нәҫел бир, Һин – доғаны ишетеүсе бит!» – тип уҡырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ, ауырыған саҡта Ҡөрьән аяттары менән өшкөрөлөү, йәки, ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, сүрәләр, аяттар уҡып дауалана алыуыбыҙ һәр мөьмингә билдәле.
Шулай итеп, беҙгә һынау өсөн бирелгән барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа бар. Бары тик Аллаһы Тәғәләбеҙгә доға ҡылып, шифа биреүен һорарға һәм, сәбәбен ҡылып, дауаланырға кәрәк. Сирләгәндә өмөтһөҙлөккә бирелергә ярамай, сөнки «Әл-Инширах» («Ярып асыу») сүрәһенең 5-cе аятында: «Ауырлыҡтан һуң, ысынлап та, еңеллек бит», – тип Раббыбыҙ һәр ҡыйынлыҡтан һуң мотлаҡ еңеллек киләсәге тураһында иҫкәрткән.
Аллаһ Тәғәләбеҙ һәр ҡайһыбыҙға бәхетле, хәйерле, иманлы ғүмер насип итһен! Һаулығыбыҙҙан айырмаһын!
Фәнирә Ғайсина.
Фото Р. Хуснуллина