+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Ғаилә асылы Һөйгән йәр — һөйәгең елеге

Туй йолаларының, ғаилә ҡороу ғәҙәттәренең генетик тамырҙары боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Грек мифологияһында һөйөү, өйләнеү һәм түлләнеү алиһәһе Афродита ләззәт, нәзәкәтлек менән кешеләр күңелендә мөхәббәт тойғоһо уята һәм үҙе лә ғашиҡ була. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Минәй батыр менән Шүлгән батша» эпостарында ла ырыу, нәҫел-нәсәп татыулығы идеяһы үткәрелгән. «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Зөһрә менән Алдар» хикәйәттәрендә лә, социаль-көнкүреште тасуирлаған «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпик әҫәрҙәрҙә лә ғаилә күренештәре һүрәтләнә. Тыуған ер, ил өсөн ҡара көстәргә, залимдарға ҡаршы көрәш кәләш алыу, түл йәйеү, ғаилә ҡороу күренештәре менән үрелеп бара. Кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт, ғаилә темаһы көнүҙәк булып ҡала.

Ғаилә асылы Һөйгән йәр — һөйәгең елегеҒаилә асылы Һөйгән йәр — һөйәгең елеге
Ғаилә асылы Һөйгән йәр — һөйәгең елеге

Халыҡтың яҙмышы өйләнеүгә, ғаилә ҡороуға, нәҫел-нәсәпте ишәйтеүгә бәйле. Тереклек итеүҙең ғилләһе – парлы булыу, түлләнеү, бала бағыу, донъяны дауам итеү. Был – изге йола ла, кире ҡаҡҡыһыҙ ҡанун да. Өйләнмәгәндең тамыры ҡорор, өйө булмаҫ, өйө булмағандың иле лә булмаҫ.

Туй йолаларының, ғаилә ҡороу ғәҙәттәренең генетик тамырҙары боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Грек мифологияһында һөйөү, өйләнеү һәм түлләнеү алиһәһе Афродита ләззәт, нәзәкәтлек менән кешеләр күңелендә мөхәббәт тойғоһо уята һәм үҙе лә ғашиҡ була. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Минәй батыр менән Шүлгән батша» эпостарында ла ырыу, нәҫел-нәсәп татыулығы идеяһы үткәрелгән. «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу», «Зөһрә менән Алдар» хикәйәттәрендә лә, социаль-көнкүреште тасуирлаған «Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға», «Ҡуңыр буға», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек эпик әҫәрҙәрҙә лә ғаилә күренештәре һүрәтләнә. Тыуған ер, ил өсөн ҡара көстәргә, залимдарға ҡаршы көрәш кәләш алыу, түл йәйеү, ғаилә ҡороу күренештәре менән үрелеп бара. Кешелек донъяһының һәр мәлендә лә мөхәббәт, ғаилә темаһы көнүҙәк булып ҡала.

Тәүарихтан билдәле булыуынса, ҡанбабалар тупраҡҡа орлоҡ һалып, уның шытыуын – Ер-инәнең түлләнеүе, йомортҡала тере йән яралыуҙы түллек нигеҙе, башланғысы тип аңлаған. Әҙәм ер йөҙөнән бар ителгәнгә – ер йөҙө, Һауа иһә ҡабырғанан, ир тәненән яралтылған тигәнде, йәнә йәшәү мәғәнәһен аңлатыр. Риүәйәттәрҙә әйтелеүенсә, Һауа һәр йөккә ҡалыуынан игеҙәк бала таба, бөтәһе яҡты донъяға етмеш пар бәпес тыуҙыра, береһе – малай, икенсеһе ҡыҙ була һәм улар әҙәм нәҫелен ишәйтә. «Ырыҫ-түлләүемдән яҙҙырма!» – тип Хаҡ Тәғәләгә алғыш әйтеүҙең асылы ла, моғайын, шуға барып бәйләнәлер.

Ҡатын-ҡыҙ – һөйөү йөрөтөүсе һәм уны бүләк итеүсе, таратыусы, ир кеше иһә ҡот биреүсе, табыусы, булдырыусы булараҡ сығыш яһай. Ғаилә ҡорған кеше үҙе өсөн генә йәшәй алмай, үҙен генә ҡайғыртһа – ғаилә тарҡала.

«Урал батыр»ҙа аңлатылыуынса, йәшәйештең, үлемһеҙлектең асылы – үҫемлек, тереклек донъяһының алмашынып тороуында: «Инәнән тыуған берәү ҙә был донъяла үлмәһә, үҙ миҙгеле еткәндә һис йәшеллек бөтмәһә, – унан беҙгә ни файҙа? Ҡайһылар йылға ике-өс түлләһә, бүтән йәндәр ҡаңғырып, ашарына тапмаһа, һис бер йылға аҡмаһа, саф шишмәләр сыҡмаһа, ерҙәге һыу тынсыһа, – шул саҡта беҙ нишләрбеҙ? Үлемдән ҡурҡыр йән булһа, ҡотолорға юл эҙләр, түл йәйергә уйлаһа, илде гиҙеп яй эҙләр».

Боронғо аҡыл эйәләренең ҡарашынса, мәңге яңырып торған тәбиғәт һымаҡ кеше лә яңырырға – быуын ҡалдырырға тейеш. Нәҫелде дауам итеү – кешенең иң мөһим бурысы. Ғүмерҙең дауамы – бала. Хоҙай Тәғәлә аҡылы бәндәләрҙе үлем өсөн йәшәргә һәм йәшәү өсөн үлергә өйрәткән. «Һуңғы һартай» дастанында бик мәғәнәле һәм фәһемле итеп әйтелеүенсә, «ҡатын эҙләй ҡатын-ҡыҙҙан тыуған йән, ҡалдырырға ер йөҙөндә нәҫелен».

Йәр һайлау, ҡыҙ йәрәшеү. Эпик әҫәр геройҙары ниндәйҙер сәбәп, маҡсат менән юлға сыға һәм ул әҫәрҙең асылын тәшкил иткән хәл-ваҡиғалар менән үрелеп китә. «Аҡбуҙат» эпосында Һәүбән Урал батырҙың дейеүҙәр урлаған Аҡбуҙатын, алмас ҡылысын ҡулға төшөрөү өсөн һыу аҫты донъяһына сәйәхәт ҡыла, унда Шүлгән батша ҡыҙы Нәркәсте тап итә, Шүлгән батшалығын ҡыйрата, ер ҡыҙҙарын азат итә, Нәркәсте кәләш итеп алып ҡайта. «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосында ла Заятүләк һыу батшаһы ҡыҙы Һыуһылыуҙы йәр итә, бик күп мал эйәртеп ер өҫтөнә ҡайта. «Ҡара юрға»ла Әбләй йәр эҙләй, Маҡтымһылыуға күҙе төшә.

«Урал батыр»ҙа Йәнбирҙе ҡарт Шүлгән менән Уралға аҡҡоштар осҡан яҡҡа табан күҙ ялыҡтырмай китергә, Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда Үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡуша һәм ике улын ике арыҫланға мендереп оҙата. Һулға киткән Шүлгән – барыһы бергә рәхәт, дуҫ йәшәгән Самрау иленә, уңға киткән Урал яуызлыҡта дан алған Ҡатил батшалығына юлыға. Ҡатил илендә «ҡыҙы һайлай егетен, үҙе һайлай ҡыҙ-ҡырҡын, ҡалғандары тағы ла үҙҙәренә һайлайҙар». Бында ир-егет, ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәренә, һөйөүгә бәйле күренештәр тасуирлана: йәр һайлау; ҡыҙҙың һаулығын, һомғоллоғон ҡарау; егетте алма биреп ымлау; ҡыҙҙы ят кешегә биреүҙән көнләшеү; йола боҙоусыға нәфрәт, яза; күңеле хуш иткәнде яҡлап, ҡыҙҙың атаһына ялбарыуы...

Ундай йолалар Көнсығыш ҡәүемдәре ауыҙ-тел ижадына ла хас күренеш. Алма биреп йәки сөйөп йәр һайлау батырҙар тураһындағы эпостарҙа, әкиәттәрҙә лә күҙәтелә. «Аҡбуҙат» эпосында иһә Мәсем хан күлдәге ҡарсыҡты алып ҡайтырға ҡыйыулығы еткән батырға бирергә ҡыҙы Айһылыуҙың ҡулына алма тоттора.

Грек мифологияһында Аталанта үҙен һоратыусыларға һынау ойоштора. Меланион кәләш итеп алыу өсөн Аталанта менән йүгереүҙә ярышҡанда алтын алмалар ташлай һәм, уларға албырғап, ҡыҙ еңелә. Донъя сигендәге Океан йылғаһы буйында йәшәгән гесперидтар (нимфалар) Олимптың баш алиһәһе Гераға Гея (ер-инә) туй бүләге итеп биргән мәңге йәш булыу алмаларын һаҡлай. Бында алтын алма йәшлек тылсымы һымаҡ ҡабул ителә.

«Аҡбуҙат» та яуыз көстәрҙе еңеп ҡайтҡас, Һәүбән Урал халҡын йыйынға йыйып, ил батырҙарын көрәштерә, ете батыр алдын сыҡҡас, уларҙы ете ырыуға баш итә. Һәүбән Мәсемдең ҡыҙы Айһылыуға кейәү һайларға рөхсәт бирә. Айһылыу Ҡыпсаҡ батырҙы һайлай. Атаһын, уның яҡындарын ғәйеп кенә түгел, ә харап иткән батырға ҡыҙҙың кейәүгә сығыуы бөтөнләй башҡа һыймаҫ аҙым кеүек. Мәгәр донъяның үҙ ҡануны. Мостай Кәрим яҙғанса, был күренештең ғилләһе шунда: «О ҡатын-ҡыҙ ҡыйыулығы һәм дыуамаллығы! Төрлө ҡәбиләләрҙең ир-егеттәре бер-береһе менән дошманлашҡан, үлтерешкән, ә иң батыр һәм сибәр ҡыҙҙар, тимәк, иҫ киткес илаһи заттар, ҡаршы яҡтың иң батыр һәм көслө ир-егеттәренә ғашиҡ булған да улар менән ҡасҡан. Ҡәбилә-ләр араһындағы ҡан дошманлыҡҡа төкөрҙө ти улар – уларҙың аңында үлтереү түгел, ә тыуҙырыу, иң көслө һәм матур ирҙәрҙән бала табыу».

 

Сәлимйән Бәҙретдинов.

(Дауамы бар).

Автор:
Читайте нас