+30 °С
Болотло

Дин Теләк теләү өлгөләре

Хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ!  Доға ҡылғандан һуң әйтелә торған теләктәр гөлләмәһе тәҡдим итәбеҙ. Уның авторы — хажиә Вәсилә Иҙрисова. Йә, Раббым! Ғүмер уҙған һайын, кәрәкле әйберҙәрҙең исемлеге кәмегәндән-кәмей бара, ә һатып алып булмай торғандарҙың ҡәҙере көндән-көн арта. Былар – Бәхет, Мөхәббәт, Сәләмәтлек һәм, әлбиттә, Тыныслыҡ! Барыбыҙға ла йәшәү йәме, ғаилә именлеге, уңыштар, дәрт-дарман юлдаш булһын! Ә бит шулай ҙа донъя матур... Ул гел матур халәттә! Матурлыҡты аңлай, күрә белһәң, әлбиттә... Матурлыҡтан айырма, Раббым! Амин!

Дин Теләк теләү өлгөләреДин Теләк теләү өлгөләре
Дин Теләк теләү өлгөләре

Йә, Раббым! Тормош һынауҙары менән төрлөсә һынайһың: кемделер ауыр ҡартлыҡта, кемделер матур йәшлектә. Ауырыу биреп тә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөп тә, байлыҡ-фәҡирлек менән дә... Ошо һынауҙарҙы сабырлыҡ, рухи көс, төплө иман-ғилем, намыҫ, күркәм холоҡ менән үтергә насип ит! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә дәрт-дарман бир! Үҙ юлыңа – тура юлға күндер! Амин!

                                               * * *

Йә, Раббым! Ауыр саҡта таянырға – иңдәр, йығылғанда бирергә – ҡулдар, тойорға – күңел, аңларға – йөрәк һәм аҡыл, йәшәргә һыу, һауа, көс, ҡояш, тыныс күк йөҙө булһын! Ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә, күңел тыныслығында йәшәргә насип ит! Ике донъя бәхетенә ирештер! Амин!

                                               * * *

Йә, Аллаһ! Тормошобоҙҙоң маҡсаты донъяла мал йыйыу түгел, мәғәнәле йәшәү булһын! Бөйөк көс беҙҙе бар иткән икән, бөтә күңел менән уға ғибәҙәттәр ҡылып, кешелек өсөн изгелектәр эшләп, биргән ниғмәттәргә риза булып йәшәргә өйрәнәйек! Хата-гонаһтарыбыҙ өсөн йә ҡойма ямғыры, йә борсағы, йә дауылы, йә ҡоролоғо, йә һуғышы, йә башҡа һынауҙары килеп тора. Тик аңлап ҡына етмәйбеҙ шул! Йә, Аллаһ! Шуларҙы аңлар өсөн барыбыҙға ла рух ныҡлығы, тәүфиҡ, көслө иман, тәҡүәлек, ғилем бир! Тура юлыңа баҫтыр, аҙашҡандар юлынан йөрөтмә! Күңелебеҙгә оло ҡәнәғәтлек, йыуаныс бир! Амин!

                                               * * *

Йә, Раббым! Был яҡты көндәребеҙҙе һәм ҡалған ғүмеребеҙҙе сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы хеҙмәттәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән уҙҙырырға насип ит! Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, тилмереп кеше ҡулдарына ҡалыуҙан, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман телдәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡла! Кәм-хур булып, кеше аяҡ аҫтарына төшөүҙән, насар яҡтан кеше телдәренә кереүҙән һаҡла! Амин!

                                               * * *

Йә, Раббым! Таҙа күңел менән йәшәү, кешеләрҙе уйлау, иман, ихласлыҡ һәм башҡа ҡиммәттәр теләһә ҡайһы аҫылташтарҙан да ҡиммәтлерәк! Ошо хәҡиҡәтте бөтә йөрәк менән ҡабул итә алырлыҡ көс, дәрт-дарман бир! Өс көнлөк донъяла тура юлыңдан тайпылдырма, изге ғәмәлдәребеҙҙән айырма! Ил-йортобоҙҙа тыныслыҡ булдыр! Амин!

Вәсилә Иҙрисованың "Аллаһ бөтә доғаларыбыҙға яуап ҡайтарһын" китабынан.

Фото Р. Хуснуллина

Автор:
Читайте нас