+15 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә Абдуллинаның поэзияһы уҡыусы күңелен ябайлығы, ихласлығы, шул уҡ ваҡытта тормошсан фәлсәфәһе менән арбай. 35 йыл ғүмерен мәғариф системаһына арнаған ветеран-уҡытыусы бөгөн хаҡлы ялда. Февраль айында ул үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләне һәм тамашасыны «Кешеләргә һоҡланам» тигән ижад кисәһе менән һөйөндөрҙө.

ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Фирүзә АБДУЛЛИНАӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Фирүзә АБДУЛЛИНА
ӘҘӘБИ БАЛҠЫШ Фирүзә АБДУЛЛИНА

Әсә һағышы

Мин бармаһам, әсәй, кем барыр, тип,

Ил яҡларға киттең һин, улым.

Иҫән-имен ҡайтыуыңды һорап,

Доғаларҙа булды ҡуш ҡулым.

 

Күпме әсәләрҙең ғәзиздәре

Башҡайҙарын һалды сит ерҙә.

Әсә йөрәгенең яралары

Уңалмаҫтыр инде ғүмерҙә.

 

Ата-әсәң улы булып тыуҙың,

Киттең улы булып Ватандың.

Һиңә бурысы бар һәр бер айҙың,

Һиңә рәхмәте бар һәр таңдың...

 

Балаҡайым, балам, йөрәк ярам,

Йәнкәйҙәрең булһын йәннәттә.

Ҡалған ғүмеремдә, балаҡайым,

Һин йәшәрһең минең йөрәктә...

 

Балаҡайым, балам, йөрәк ярам,

Һинһеҙ донъяларҙың юҡ йәме.

Балаҡайым, балам, һиңә барам,

Тәнем генә ерҙә, юҡ йәне...

 

Ашыҡмайым

Ашыҡмайым. Ҡайҙа ашығырға?

Ҡыш былай ҙа үтер. Яҙ етер.

Буран өйгән бейек ҡар тауҙарын

Ҡайнар ҡояш тиҙҙән иретер.

 

Йырғанаҡтар сабыр ҡабаланып,

Ерҙе йыртып сығыр күгүлән...

Хатта яҙҙар ғүмер үтеүенә

Шаһит икәнлеген кем белгән?

 

Ул арала йәйе йәйелер ҙә,

Ялт-йолт итер йәшен ҡамсыһы.

Көҙгө ямғыр ниңә тоҙло икән?

Сикәләрҙән аға тамсыһы...

 

Тағы ла ҡыш килер. Унан һуң – яҙ,

Аҙна, айҙар елеп үтерҙәр.

Минең ризалыҡты һорап тормай,

Йылдарымды алып китерҙәр.

 

Ашыҡмайым. Сабыр итеп кенә

Күҙәтәмен ғүмерем уҙғанын.

Сәстәремә юллана сал булып

Сабып үткән йылдар туҙаны.

 

Һин ҡайҙа?

Мин яратҡан кеүек итеп һине

Яраттымы икән берәйһе?

Ошо һөйөү өсөн, йән киҫәгем,

Бар ғүмерем буйы түләйһе...

 

Һине һағынып үтте ярты ғүмер,

Йәшәлмәгән кеүек ул йылдар,

Әле генә аҡ сәскәлә ине,

Бешеп ҡойолдолар муйылдар...

 

Әле генә беҙ бит бергә инек

Муйыл сәскә атҡан туғайҙа,

Мин тағы ла шунда. Йән киҫәгем,

Һин ҡайҙаһың? Әйтсе, һин ҡайҙа?

 

Юлдарыбыҙ китте айырылып,

Һине тартып алды таш ҡала...

Мин яратҡан кеүек итеп һине,

Юҡ, ярата алмаҫ башҡалар...

 

                 * * *

Ҡартайырмын, балам... Ҡарайырмын.

Аҡ ҡылғанлы булыр сәстәрем.

Һин онотма: бар ғүмерем буйы

Һинең хаҡта булды хәстәрем.

 

 

Буталырмын, балам. Һөйләгәнем

Дөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ...

Һине һөйләшергә өйрәткәндә

Асыҡ булды һиңә был ҡосаҡ.

 

Йәмһеҙләнһәм, йыйырсыҡтар баҫһа,

Йырлап ҡуйма, балам, сит йырҙы:

Һин оялма минең ҡартлығымдан,

Үҫтергәнмен бит һин матурҙы!

 

Бирешермен, балам. Үҙ-үҙемде

Ҡарарға ла хәлем етмәһә,

Риза булып ҡына тәрбиәлә,

Һине үҫтергәнде иҫлә лә.

 

Ҡартайһам да, әсәң булып ҡалам,

Хистәреңде бер үк ойотма!

Ни күрһәтһәң, шуны берәй ҡасан

Үҙең күреүең бар, онотма!

 

       Ғүмер һыуҙай

         ағып тора…

Ғүмер һыуҙай ағып тора,

Яҙмыш саңды ҡағып тора,

Бөйөрҙәргә төртөп тора,

Уңға-һулға этеп тора…

 

Кемдер ҡапыл аяҡ сала,

Кемдер яҡты өмөт һала,

Донъя ҡыуып йөрәк тала,

Ҡыуған донъяң тороп ҡала.

 

Ялған дуҫтар ярҙан этә,

Үкенестәр йәнде өтә,

Сабырлыҡтар  етмәй, бөтә,

Алда тағын ниҙәр көтә?

 

Бер Хоҙайға өмөт ҡала –

Упҡындарҙан тартып ала,

Көтмәгәндә ҡулын һуҙа,

…Ана шулай ғүмер уҙа…

 

Бер туҡтауһыҙ көрәш менән

Өлөшөңә көмөш менән,

Сабыр итеп, түҙеп гелән

Йәшәй күрсе, кешегенәм!..

Фото авторҙың шәхси архивынан

Автор:
Читайте нас