+10 °С
Облачно


Ҡыҙыл эремсек
10 литрҙай айыртылған һөттө ҡайнатам да, утын яйлатып, 2 литр ҡатыҡ ҡушам. Ул уҡмашып, эремсеккә әйләнгәс, икенсе кәстрүлгә ҡоям да утҡа ҡуям. Шулай иткәндә, төбө көймәй. Ҡыҙарғансы ҡайнатам, биш сәғәттәй ваҡыт үтә. Тишекле сүместә йә туҡыма тоҡсайға һалып һарҡытҡас, ҡағыҙға йәйеп һалып киптерәм. Ит турағыстан үткәрәм. Тәменсә шәкәр, май ҡушып йомарлайым.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Ғәлиә ХӘСӘНОВА.
Йылайыр районы,
Йомағужа ауылы.