+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Ауыл хикәйәләре. Рәзилә Рысҡужина Аҙашыу

– Һылыу, Ғәлим исемле ағайыңды беләһеңме? – Ҡайһы Ғәлим? – редакциянан шылтыратып, ҡапыл ғына һорағастар, аптырап ҡалдым. – Һинең ауылдашың булырға тейеш. Ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙә. – Күрһәм, бәлки, таныр ҙа инем. Ауылда мин белгән генә дүрт Ғәлим ағай иҫемдә...

Ауыл хикәйәләре. Рәзилә Рысҡужина АҙашыуАуыл хикәйәләре. Рәзилә Рысҡужина Аҙашыу
Ауыл хикәйәләре. Рәзилә Рысҡужина Аҙашыу

...Атайымдың йән дуҫы Ғәлим исемле ине. Биш йыл элек үлеп ҡалды. Күрше урамдағы Ғәлим ағай нисә йәштәлер, шулай ҙа уның ауыл буйлап гармунда уйнап йөрөүе бөгөнгөләй күҙ алдында. Тағы бер Ғәлимде беләм, ветеран олатайҙың улы. Уҫал ағай, уның йылмайғанын бер ҙә күргәнем булманы. Уҡытыусы Ғәлим дә бар, күрше ауылға йөрөп эшләй ине... Хәтерем ошоларҙы барланы.

– Йәйҙе беҙҙең редакция эргәһендәге майҙансыҡта йәшәп үткәрҙе, ҡыш етә бит, һыуыҡта нишләр? Туғандарым бар, ти ул, тик бәйләнеш юҡ.

– Бында нисек килеп сыҡҡанын һөйләмәйме? – тием, телефон аша ғына танырға тырышып.

– Тормошона бер ҙә зарланмаҫ егет ул былай. Урамда йәшәп ятһа ла, донъя, ил хәбәрҙәрен яҡшы белә. Ашарға бирһәң, бик тартынып, уңайһыҙланып ҡына ала. “Һеҙ миңә уҡырға китап, гәзит-журнал бирә алмаҫһығыҙмы?” – тип аптырата... Уларҙы уҡып бөткәс, рәхмәттәре менән ҡушып, кире ҡайтара.

– Әй, таныным! Ғәлимйән ағайҙыр ул! – ҡыуанысымдан ҡысҡырып ебәрҙем.

– Беҙҙең ауыл кешеһе шул! Ғәли тиҙәр уны ауылда, исемен ҡыҫҡартыбыраҡ. Яландай донъяларында йәм тапмай, башы ҡайҙа ҡарай, шунда сығып китә торған ғәҙәте бар. Ундай сәйерлектәрен һанай китһәң, уйландырғандары ла юҡ түгел: урлаша ул ағай. Ауылда көпә-көндөҙ кеше өйөнә төшөп, бикләнеп ултырған саҡтары булғыланы. Китап урлай... Бахыр, бында, баш ҡалаға, нисек килеп эләккәндер?! Аҙашып ҡына йөрөйҙөр инде. Мин һеҙгә бер туған апаһының телефон һандарын ебәрәм. Тик, зинһар, Ғәлимйән ағайға һиҙҙермәй генә апаһы менән күрештерегеҙ, өркөп, тағы ла нығыраҡ аҙашып ҡуймаһын!..

...Ер йөҙөндә аҙашыуың бер ни түгел, ә бына үҙ донъяңда аҙашыуҙың оло бәлә икәнлеген яҡшы белә ул Ғәли-Ғәлимйән. Ғәбиҙә инәйҙең, Ғәли ағайҙарҙың әсәләренең, биш балаһының һәр береһе лә ун биштәре тулыртулмаҫтан өйҙән сығып китә, тормоштағы артабанғы юлын һәр ҡайһыһы үҙе табырға тейеш. Өлкәнерәктәре нисек тә яйын тапҡандыр, тик кинйәкәүҙәре, Ғәлимйәндәре, күрше совхозға барып, шоферҙар курсын үтте лә, ҡабат тыуған ауылына ҡайтты. Алған белеме буйынса эшкә төшмәне, улбыл ерҙә йөрөп, ферма тирәһенән ары китмәй генә йәшәп ята ине.

Уҡырға бик яратты. Дөрөҫөрәге – икмәк урынына китап “ашай”. Кем дә булһа уның ошо ынтылышын күреп, үҫтерешә алһа, аҙашмаҫ та ине, бәлки. Күңеле менән йә шағир, йә рәссамдыр ҙа әле. Әллә йыһандар серен белергә үрелгән даһиҙыр. Беҙҙең ауыл күге һәр саҡ йондоҙло бит. Уларҙы тома һуҡыр әҙәм хатта күрә алмаһа ла, һиҙемләр ине һымаҡ. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙең йондоҙҙар шул. Кемделер бар донъяға ғашиҡ итһә, икенселәренә шәфҡәтлелеген биргәндер. Ләкин Ғәлимйән ағай әлеге лә баяғы үҙ донъяһында аҙашыуы арҡаһында уға тәғәйен ни биргәнлеген төшөнә алмағандыр шул. Бәлки, сәбәбе бүтәнерәктер, шулай ҙа әсәйҙәре мәрхүмә булғас та, баяғы ата йортонан ҡыуыусы булмаһа ла, әллә нишләп толҡа тапмай, шунан сығып китә лә, аҙашып йөрөп, йә үҙе ҡайта, йә танып ҡалған берәй юлсы алып килеп индереп китер ине... – телефон аша артығырағын да һөйләнем шикелле, был мәғлүмәттәр миңә шылтыратҡан ағайға кәрәк булмаһа ла, төрлө өндәр сығарып, бүлдермәй генә тыңланы.

Өлкән апаһы Ғәли ағайҙы баш ҡаланан киләһе йәйгә генә, ҡышты нисектер ҡышлатып алып ҡайтып, тағы баяғы атай йортонда ҡалдырып киткән. Уларҙың йорто беҙҙән – атам-әсәмдәрҙән – алыҫ түгел, өс яҡлы ҡыйығы баҡсаларының бейек ағастары араһынан, ел сыҡһа ғына, ағастар эйелгән саҡта күренеп ҡалғылай.

– Һаумыһығыҙ, Ғәлимйән ағай, – тип һөрәнләйем, алыҫтан уның эскәмйәлә ултырғанын күреп.

– Һаумы, ҡарындаш.

– Хәлдәрегеҙ нисек? Өфөнән ҡасан ҡайттығыҙ? – тигән булам, белмәмеш булып.

– Ҡайттым. Машина, таныш булмаған халыҡ мыжғып торған ерҙә нисек йәшәйһегеҙҙер ул, аптырап ҡайттым әле бына. Башты әйләндерә, аҙаштыра...

– Йәшәйбеҙ, бер нәмәгә лә иғтибар итмәйбеҙсе.

– Иғтибар итмәйһегеҙ шул... – Ғәлимйән ағайҙың тауышы һүрелде. – Мин һине бер ваҡыт үҙәк баҙар эргәһендә күреп ҡалдым ул.

– Шулаймы? Нишләп өндәшмәнегеҙ? Беҙ шул тирәлә йәшәйбеҙ, инеп сәй эсер инек, – үҙемә уңайһыҙ булып китте.

– Ҡайҙан өндәшеп торорға? Мин унда эштә инем, ҡысҡырырға ярамай, хужа эргәлә һағалап тора бит... – ағай, артыҡты ысҡындырмаһам ярар ине, тигәндәй, һөйләп бөтмәйенсә туҡталып ҡалды. Шунан, ысынлап эшләп йөрөп ҡайтҡан кешеләй, етди төҫ сығарған булды.

– Шулайҙыр, эшләп йөрөгәс. Ярай, имен-һау йәшәгеҙ, Ғәлимйән ағай. Ышыҡҡараҡ күсеп ултырһағыҙсы, ҡыҙҙыра бит! – тип үтеп киттем.

Көн бигерәк эҫе, сыҙап торғоһоҙ. Ләкин ағай күсмәне, ҡояш ҡыҙыуына тағы яҡыныраҡ һыйынырҙай булып бөгөлөп кенә ҡуйғандай күренде.

– Ҡыҙҙырһын, ҡыҙҙырһа ла, өшөтһә лә, үҙ тыуған ерем ҡояшы, – тигәне ишетелеп ҡалды.

Икенсе көнөнә тәҙрәнән һаман шул Ғәлимйән ағайҙар яғына күҙ һалам. Күренһә, тағы янынан үтмәк булам. Йә берәй нәмә кәрәктер... Йә һөйләйһе һүҙҙәре лә барҙыр. Кисә әллә нишләп һорашмағанмын.

Шул арала йүгерек уйҙарым йыраҡта ҡалған беҙ бәләкәй саҡтарға ҡайтып әйләнде. Бесән ваҡыты ине шикелле, ауыл халҡы ҡырҙа. Ғәбиҙә инәй беҙҙең яҡҡа йүгереп килде.

– Балаҡай, әйҙә, еңгәңә һыу башла, – ти миңә.

Ниндәй һыу, ниндәй еңгәйҙер, аптырап ҡалдым. Йома ла түгел бит әле. Ғәҙәттә, ауылда туй булһа, барыһы ла белә, һыу башлатырға ла минең менән алданыраҡ килешеп ҡуялар, ә был юлы ул хаҡта бер ни ишетелмәгәйне.

Шулай ҙа барҙым. Ундай тәҡдимдән баш тартмайҙар икәнлекте яҡшы беләм. Инәйҙәрҙең өй тупһаһында Ғәлимйән ағай менән бер таныш булмаған апай күҙгә ташланды. Ҡунаҡ-фәлән дә юҡ. Минең аптыраныуымды күрә һалып, ағай һикереп торҙо ла:

– Еңгәңде Улаҡҡа алып барып кил, ҡарындаш, һыу юлын белмәйем, ти.

Ҡайтҡас, үҙеңә еңгәй бүләге бирер, – ти.

– Ысын еңгәйме һуң, бүләге ысынлап бармы? – тип һатыулашам.

– Ып-ысын еңгәй, бүләге лә бар... – еңгәй тейеш кеше мине етәкләп үк алды.

Һыу күрһәтеп, ауылыбыҙ тарихын, кешеләрен берәм-берәм, өйҙәрен күрһәтә-күрһәтә һөйләп алып йөрөтөп ҡайттым еңгәйҙе. Үҙенән:

– Ҡайһы ауылдыҡыһың? – тип һорайым. Еңгәй өндәшмәй, йылмая ғына. Аҙаҡтан белеп ҡалдым, Сибайҙан килгән икән. Нисектер аҙашып беҙҙең ауылға килеп ингән дә, Ғәлимйән ағайҙы осратып, юл күрһәтеүен үтенгән. Тегеһе шаяртып, миңә кәләш булһаң, күрһәтәм, тип өйөнә алып ҡайтҡан.

Ғәбиҙә инәй, шуны ғына көткәндәй, әйҙә, бата уҡытайыҡ та, ҡал үҙебеҙҙә, тип күндергән. Ә еңгәй, ҡайҙалыр күреп, йә ишетеп ҡалғанмылыр, һыу юлы күрһәтеү йолаһын үтәмәйенсә, өйөгөҙгә тупһа ашаҡлап инмәйем, ти икән. Бына шунан мине саҡырғандар. Тулы күнәктәрҙе усаҡлыҡҡа индергәс, инәйем миңә еңгәй бүләге тип ебәк яулыҡ ябындырып ҡайтарҙы. Ләкин еңгәм уларҙа оҙаҡ йәшәмәне, күп булһа, ике аҙна торғандыр. Ҡасып ҡайтҡан, тинеләр. Ике аҙашҡан йән бер йортта табыша алманы, тип һөйләгән Ғәбиҙә инәй. Шул хәлдән һуң бүтән еңгәйҙәр алып ҡайтманы Ғәлимйән ағай, гел яңғыҙы ул. Хатта парлап аҙашыр йәре лә юҡ...

Төшкә ҡарай ауыл халҡының яйлап-яйлап баяғы Ғәлимйән ағайҙар өйө яғына йыйылғаны күренде. Әсәйем эштән ҡайтҡас:

– Өйҙәрендә Ғәлимйән ағаң үлеп ятҡан, тиҙәр. Туңып үлгән... – ти.

– Йә инде... Бынау эҫеләме?

– Төнөн һыуытты бит бөгәсә. Яғылмаған өйҙә ни... – һағышлы ине әсәйемдең тауышы.

– Ниндәй һыуыҡ ҡышта Өфө урамдарында йылылыҡ тапҡан кеше ата йортонда йәйге селләлә туңғанмы... – тип һөйләнеүем әллә ауыҙ эсенән булды, әллә уйҙарымда инеме, яуапһыҙ ҡалды.

 

Фото А. Валтиев

Автор:
Читайте нас