

Һәм бына бер йыл да үтмәне "Самрау" типографияһында Зарема Әхмәтйәнованың "Күңелем йәйғорҙары" тигән китабы баҫылып та сыҡты. Был Шаран районының шағирә яҡташының иҫтәлегенә ни тиклем иғтибарлы булыуы хаҡында һөйләй.
22 апрель иһә Яҙыусылар союзында Зарема Әхмәтйәнованың "Күңелем йәйғорҙары" китабының презентацияһы булып үтте.
Сараны шарандар ойоштороп алып барҙы. Шаран районының мәғариф бүлеге етәксеһе Михаил Александрович Пастухов, "Шоңҡар" журналының баш редакторы Венер Исхаков, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марсель Сәлимов шағирәнең йырлап торған ижадының роле хаҡында бәйән итте. Ибраһим Абдуллин исемендәге Ерекле ауылы мәктәбе уҡыусылары шағирә яҡташының шиғырҙарын тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе.
Шағирә ижадының рухи һаҡсыһы, китаптың төҙөүсеһе Гөлнур Яҡупованың сығышы айырыуса тулҡынландырғыс булды: "Ул Яҙыусылар союзында ла эшләне. Милләт айырманы: русса, башҡортса, татарса яҙҙы. Яҙыусылар уны ихтирам итте, яратты. Муса Ғәли, Мостай Кәримдәр уның тәрбиәле холҡона, кешелекле булыуына һоҡланалар ине. Зарема һымаҡ иҫ китмәле, камил кешеләр бик һирәк”, - тип, уға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов: "Аҡбуҙат" журналының тәүге һанын беҙ Фаҡиһа Туғыҙбаева, Зарема Әхмәтйәнова менән бергә әҙерләнек. Журнал сығырға торғанда, көтөлмәгән матди проблема килеп сыҡты: ҡағыҙ юҡ ине. Тап шул ваҡытта Зарема Әхмәтйәнова ҙур ярҙам күрһәтте," – тип, ул башҡорт балалар журналын нигеҙләүҙә Зарема Әхәт ҡыҙының ҙур ролен билдәләп үтте. – “Мине балалар өсөн шиғырҙар яҙырға этәреүсе лә Зарема Әхәт ҡыҙы булды. Хәҙер инде минең балалар өсөн ете китабым бар”, - тине Салауат Ғайса улы.
Шағирәнең райондаштарынан шағирә Лилиә Сәғиҙуллина талантлы яҡташы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашһа, китапханасы Резеда Әүбәкер ҡыҙы Шакирова Шаран районынан сыҡҡан яҙыусыларҙың китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы: "Ибраһим Абдуллин, Нурия Измайлова, Лена Закирова, Лилиә Сәғиҙуллина, Зарема Әхмәтйәнованың китаптары беҙҙең китапханала һаҡлана... Кешеләр уларҙы ала, уҡый... Яҙыусылар менән китапхана араһы өҙөлмәһен ине. Тере яҙыусылар менән осрашырға ине," - тигән теләген белдерҙе ул.
Ерекле мәктәбе директоры Фәрхизә Бикбулат ҡыҙы Харисова З. Әхмәтйәнованың ижадын мәңгеләштереү өсөн күп эшләгән, ул шағирә менән булған һуңғы осрашыуҙары хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты: "Зарема Әхәт ҡыҙы шундай сибәр, мөләйем, үҙенә йәлеп итә торған ханым ине",-тине ул. Зарема Әхмәтйәнованың үҙенә оҡшап торған нәзәкәтле, сибәр, интеллигентлы әхирәте Мәрйәм Фазылованың сығышы сараға айырыуса бер йылылыҡ өҫтәне, шағирәнең үҙен күргәндәй булдыҡ.
Зарема Әхмәтйәнова ҡасандыр “Башҡортостан ҡыҙы” журналында ла эшләп киткән, беҙ оло йөрәкле, талантлы шағирәнең иҫтәлеген һаҡлау өсөн бөтә көсөн һалған замандаштарына, ошо сараны ойошторған кешеләргә, сараны алып барған Шаран районы башҡорттары ҡоролтайының йәш етәксеһе Алмаз Зәйҙуллинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерҙек.
Зарема Әхмәтйәнованың һүҙҙәренә яҙылған “Аҡсарлаҡлы күл” йыры был саралар дуэтта яңғыраны, уны Алмаз Зәйҙуллин менән Роза Хөснуллина башҡарҙы.
Шарандар Зарема Әхмәтйәнованың тыуған ауылы һәм йорто тураһында бик йылы видео күрһәтте һәм “Күңелем йәйғорҙары” китабының буктрейлерын күрһәтте, китаптың эстәлеге менән таныштырҙы. Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә яҙған оло йөрәкле, күркәм холоҡло, кешеләргә иғтибарлы һәм кешелелелеге менән бөтәһен дә үҙенә ғашиҡ иткән нурлы шағирәне хәтергә төшөрөп, үҙебеҙ ҙә нурландыҡ, рухи көс алдыҡ.
Роза Хөснуллина
Автор фотолары.