

– Иптәшкә ҡыҙымды алып юлландым. Ростовҡа барып еткәс, дуҫтарынан ҡайҙалығын белешеп, кискәрәк госпитәлен дә барып таптыҡ, – тип бәйән итә Зөлхизә Булат ҡыҙы күргән-кисергәндәрен. – Йәш кенә егеттәр һаҡта тора. Пропускыһыҙ үткәрмәйҙәр. «Балаҡайҙарым, иртәнсәккә тиклем нимә булмаҫ, зинһар, индерегеҙ инде», – тип ялбарам. Бер үҙемде генә үткәрҙеләр. Коридорҙар буйлап атлайым: яралылар, янғандар, ғәрипләнгәндәр... Ниһайәт, улымды барып таптым! Хәле ауыр, өмөт самалы, тиҙәр...
Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылынан шулай улын юллап барған әсәнең тарихы был. Иҫенә килә алмаған балаһының янында бары ун биш минут ҡына була ул. Шулай ғына рөхсәт итәләр. Һынған беләген, ҡап-ҡара булып ҡатҡан битен һыйпап доғалар уҡый. Шул саҡ улының күҙ ҡабағы дерелдәп китә лә ике бөртөк кенә йәше һығылып сыға. «Белде! Таныны тауышымды...» – тип уйлап, аҙыраҡ йәненә йылы төшә ҡатындың. Ул арала сығырға ла ҡушалар.
Табиптар әйтеүенсә, «Тунгус»тың йәрәхәте ауыр, уның ғүмере өсөн көрәш бара, тик ҡайһы яҡ еңере билгеһеҙ әле. Иртәнсәккә йүгереп килгән әсә менән ҡыҙҙы тағы яңы хәбәр көтә: яралыны төндә Североморскиға алып киткәндәр. Унда мөмкинлектәр ҙурыраҡ икән. Кисәге күрешеүҙәрендә әсә менән бала араһында ғына була торған илаһи бәйләнеште тойған Зөлхизә Булат ҡыҙы, инде улының йәшәренә инанып, госпиталгә пропуск юллар өсөн ашығып ҡайтып китә. Тик был эш оҙаҡҡа һуҙыла һәм ул, түҙмәй, тағы юлға сыға.
– Бәхеткә күрә, табибы, Мурманскиға дөйөм дауаханаға күсерҙек, пропускыһыҙ керә алаһығыҙ, тип хәбәр итте. Бик борсолоп сыҡһам да, юлымда тик изге кешеләр генә осрап торҙо. Ошо сәфәр булмаһа, әгәр өйҙә генә ултырһам, ситтә үҙебеҙҙекеләрҙең шул тиклем ярҙамсыл икәнлеген дә белмәҫ инем, – тип һөйләй ул. – Самолеттан төшөүгә Фазыл тигән яҡташыбыҙ ҡаршы алды. Ҡатыны Әлиә туғанылай итеп көтөп тора. Көндөҙ улым эргәһендә булам да кисен был изге ғаиләгә ҡайтам. Мең рәхмәт уларға!
Бер ай була әсә балаһы янында. Улы менән бер ҡатар башҡа яралыларҙы ла ҡараша. Йәштәр уңайһыҙланып, «апай, үҙебеҙ...» тип, уны тынысландыралар, ти. Егеттәрҙең шулай көслө рухлы һәм ҡаһарман булыуына һоҡлана ул. Атлай алмағандары ла әсәгә ауырлыҡ һалмаҫҡа, уны борсомаҫҡа тырыша. Тыныс ҡына ла һөйләй алмай апай ул хаҡта, күңеле нескәреп китә:
– Һәр береһе – кемдеңдер ғәзиз балаһы, саҡ ҡына булһа ла күңел йылымды өләшеп бирергә тырыштым, уларҙың әсәләре исеменән шул яугирҙәрҙең һауығыуын һораным...
Дүрт ай самаһынан «Тунгус» Өфөгә ҡайтарыла, әкренләп һауыға, ҡабаттан атларға өйрәнә. Әле сираттағы комиссияны үтә ул. Зөлхизә Булат ҡыҙының йөрәге күпкә тынысланған, ул инде йәшәйеш мәшәҡәттәре хаҡында уйларлыҡ булған. «Быйыл ҡош-ҡорт алып ебәрермен инде, йорт тирәһендә лә эш күбәйеп китте, юғиһә, улым мобилизацияға эләккәндән алып бер нәмәгә ҡул барманы. Ярай әле терәк булыр иптәшем бар, – ти ҙә, уйсанланып өҫтәп ҡуя. – Чечен һуғышында яраланған улын эҙләп бар донъяһын ташлап сығып киткән әсәйемдең хәлен аңлайым бына хәҙер...»
Эйе, әсә хәлен әсә генә белер. Үҙ һөйөүе көсөн дә, шул һөйөүҙең мөғжизәүи ҡөҙрәтен дә бары әсә үҙе генә белә. Әлеге тарихта ла Зөлхизә апай улын тап ана шул һөйөү көсө менән үлем тырнағынан тартып алған. Әсәләрсә, бары тик әсәләрсә...
Зилә Ғәлләмова.
Фото геройҙың ғаилә архивынан