

Һипкел дерматологик ауырыу түгел, һаулыҡҡа уның бер зыяны ла юҡ. Бары тик тиренең артыҡ һиҙгер булыуынан барлыҡҡа килә һәм был үҙенсәлектең нәҫелдән күсеүе лә мөмкин икәнен уҡығас, тынысландым. Һауа торошоноң үҙгәреүе, витаминдар етешмәүе лә сәбәпсе була ала, баҡһаң.
Косметологтар һипкелдәрҙе бөтөрөү өсөн етди саралар ҙа тәҡдим итә. Улар араһында химик пилинг (тирегә махсус кислота иретмәләре яғыла, ул пигмент ҡатламын төшөрөп, тирене яңыртыуға килтерә), лазер дауалауы (лазер нуры тәьҫирендә һипкел ҡарая һәм 1-2 аҙнала ҡубып төшә), фототерапия (яҡтылыҡ ярҙамында дауалау) бар. Бындай агрессив ысулдарҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк. Ә мине бөгөн өй шарттарында эшләп булған ағартыусы битлектәр ҡыҙыҡһындыра.
Һипкелде өйҙә генә тулыһынса бөтөрөү бик мәшәҡәтле. Шулай ҙа уны ағартып була. Иң киң ҡулланылған һәм ҡул аҫтында булған әйберҙәргә лимонды, әсегән һөт ризыҡтарын, шәфәри үләнен, ҡыярҙы индерергә була. Битлектәр башлыса ошо ингредиенттарҙан тора.
Лимон майлы биткә айырыуса килешә. Һутына 1:1 нисбәтендә һыу ҡушып биткә һөртөргә лә 5 – 10 минуттан йыуып төшөрөргә кәрәк.
1 лимондың һутына 2 ҡалаҡ шыйыҡ бал һалып бутарға һәм, марля киҫәген сылатып, биткә 15 – 20 минутҡа ҡуйып торорға мөмкин. Лимон һутына 1:1 картуф крахмалы ҡушып та битлек эшләнә.
Ҡыярҙы ҡырғыстан үткәреп йәки һутын һығып, марля киҫәген шул иҙелмәлә сылатып, биткә ябырға. 15 – 20 минуттан йыуырға.
Әсегән һөт менән йыуыу ҙа һипкелде ағартыуға булышлыҡ итә. Кефир йә йогурт һөртөп, 15 минут тотоуҙың да файҙаһы бар.
Шәфәри үләне һутына һөт ҡушып, ошо ҡатнашманы иртәле-кисле ҡулланыу ҙа һөҙөмтә бирә. Уны туңдырып, боҙо менән биттән йөрөтһәң, тирене ағартып һәм йәнләндереп ебәрә. Ваҡ ҡына итеп туралған үләненә лимон һуты, бал ҡушып яғыу ҙа ярҙам итә.
Ҡайын һәм ер еләге, ҡара ҡарағат та ағарта. Бер нисә еләкте сәнске менән иҙеп, бер балғалаҡ ҡаймаҡ йә һөт өҫтө ҡушабыҙ. Массаны биткә һылап, 15 минут тотабыҙ, йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ ҙә крем һөртәбеҙ.
Бәпембә япрағы һутын да көнөнә өс-дүрт тапҡыр ҡулланырға була.
2 ҡалаҡ балға 2 ҡалаҡ иҙелгән һоло, ярты лимондың һутын ҡушабыҙ. Биткә ошо ҡатнашма менән еңелсә массаж эшләйбеҙ һәм 5 – 10 минуттан йыуып төшөрәбеҙ. Крем һөртәбеҙ.
Нәғимә ИРСАЕВА.
Фото Р. Хуснуллина