

Конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Балтас районынан Ленара Солтанова “Мәскәүҙең башҡорт һылыуҡайы – 2026” гран-прийын яуланы. Ул Рәсәй медицина университетында уҡый.
“Мәскәүҙең 1-се башҡорт һылыуҡайы – 2026” титулын Шишмә районынан Полина Яковлева яуланы. Полина Рәсәй сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенты.
Мәскәүҙең 2-се һылыуҡайы-2026” титулын Өфөнән Лина Хафизова алды. Ул М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡый
Сара “Братеево” мәҙәни үҙәге менән берлектә Илнур Исламғолов, Фиоза Миндибаева, Ильфат Әмиров ярҙамында ойошторолоп, Башҡортостан Республикаһы студенттары Һәм аспиранттары ассоциацияһы тарафынан үткәрелгән.
Коекурс РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы вәкәләтле вәкиллеге ярҙамында үтте.
Конкурс Башкортстандан ситтә йәщәүсе йәштәр араһында башҡорт телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаклауға һәм популярлаштырыуға, шулай ук актив студенттар мөхитенә ярҙам итеүгә йүнәлдерелгән.
Сығанаҡ фото “Башинформ”