+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Атайым “селтәрҙә”. Хикәйә. Әлиә Саматова.

“Атайым селтәрҙә...Эйе, шулай булмау мөмкин түгел. Ул тере. Ана, йәйен, яраланһа ла, ҡайтты бит. Ҡайтты.”  Баш кейемен онотҡан яланбаш ҡатын, ҡолаҡтарының сәңкеп ҡуйыуына ла иғтибарламай, ҡайтыу юлын ҡыҫҡартты. “Ҡайтып һөйләшергә. Кеше ишетмәһен. Селтәрҙә булғас, тимәк, һуғыш яланынан сыҡҡан. Яралылыр...Һуғышта ниндәй генә хәлдәр булмаҫ”. Өшөгән ҡулына тотҡан телефонын нығыраҡ ҡыҫып, аҙымдарын йышайтҡан Әниәгә мәктәп менән өй юлы мәңге бөтмәҫтәй тойолдо. Башындағы уйҙар кеүек үҙенә урын тапмаған һалҡын ел, сәстәрен туҙҙырып, һирәк яуған ҡарға әүәләй.  “Тиҙерәк ҡайтырға...” Иренең әлеге мәлдә селтәрҙәме икәнен белер өсөн телефонын асырға баҙнат итмәй ул. Телефонын асһа, селтәрҙән юғалыр төҫлө, шуға ла уныһын йөрәгенә нығыраҡ ҡыҫып, атлауын белә.

Атайым “селтәрҙә”. Хикәйә. Әлиә Саматова.Атайым “селтәрҙә”. Хикәйә. Әлиә Саматова.
Атайым “селтәрҙә”. Хикәйә. Әлиә Саматова.

Дәрестә ҡамасауламаһын өсөн телефонын тауышһыҙ режимға ҡуйырға ғәҙәтләнгән Әниә. Шуғамылыр, ҡапыл йырлап ебәргән дуҫының тауышына тертләп китте уҡытыусы. Һүндерергә онотҡан, күрәһең. Һуңғы арала йыйнаҡлығы тарҡалып, башы ҡаңғырып ҡына йөрөгән сағы шул. Дәресте тамамлап ҡына бөткән сағына тура килгәнгәме, хат ҡабул иткән телефонын алып ҡарарға булды ул. Телеграмдағы иң ғәзиздәре - улдары, килене, тормош иптәше өсөн генә төҙөлгән ғаилә чатына килгән хатты асты. “Атайым селтәрҙә лә ул...”Кесе улының хатын уҡығас, берсә тәрән упҡынға ҡолағандай, берсә зәңгәр күктәргә олғашҡандай булды Әниә. “Апай, рәхмәт дәрес өсөн,”-тип хушлашҡан унынсыларын йылмайып оҙатырға тырышҡан уҡытыусы ни арала өҫ кейемен кейеп өлгөргәнен дә белештермәйенсә, сумкаһын эләктереп, бүлмәнән атлыҡты. “Ҡайтырға!. Ҡайтып һөйләшергә. Селтәрҙә сағында тиҙерәк һөйләшергә. Юҡ, кеше араһында түгел, икәүҙән-икәү...” Нәҙек ептәй һуҙылған өмөт менән аптырау, ҡурҡыу һәм ышаныс тойғолары уны ерҙән түгел, күктән осорғандай, мәктәптән сығып, ҡарға баҫҡанда ғына аңына килтерҙе. Бейек үксәле туфлиҙар ҡарға баҫҡас, аптырашҡандай тайып китеп, тайшайып ятмаһалар, автобус көткән уҡыусылар, апай, итегегеҙҙе кеймәгәнһегеҙ бит, тимәһәләр, декабрҙең һалҡынын да тоймай урам гиҙер ине, биллаһи.

    “Атайым селтәрҙә...Эйе, шулай булмау мөмкин түгел. Ул тере. Ана, йәйен, яраланһа ла, ҡайтты бит. Ҡайтты.”  Баш кейемен онотҡан яланбаш ҡатын, ҡолаҡтарының сәңкеп ҡуйыуына ла иғтибарламай, ҡайтыу юлын ҡыҫҡартты. “Ҡайтып һөйләшергә. Кеше ишетмәһен. Селтәрҙә булғас, тимәк, һуғыш яланынан сыҡҡан. Яралылыр...Һуғышта ниндәй генә хәлдәр булмаҫ”. Өшөгән ҡулына тотҡан телефонын нығыраҡ ҡыҫып, аҙымдарын йышайтҡан Әниәгә мәктәп менән өй юлы мәңге бөтмәҫтәй тойолдо. Башындағы уйҙар кеүек үҙенә урын тапмаған һалҡын ел, сәстәрен туҙҙырып, һирәк яуған ҡарға әүәләй.  “Тиҙерәк ҡайтырға...” Иренең әлеге мәлдә селтәрҙәме икәнен белер өсөн телефонын асырға баҙнат итмәй ул. Телефонын асһа, селтәрҙән юғалыр төҫлө, шуға ла уныһын йөрәгенә нығыраҡ ҡыҫып, атлауын белә.

“Селтәрҙә... Ә табутта кем ине һуң? Тимәк, яңылышҡандар. Үҙ улы, ире тип алып ҡайтып ерләгән ғәзиздәре иҫән булып, ҡайтып төшкән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Һуғыш мәхшәре ниҙәр генә ҡылмаҫ тиң. Тәҙрәләре буяулы табутты асманылар бит. Ирем селтәрҙә булғас, ул табутта кемдеңдер көткәне булды микән? Уны ла эҙләйҙәрҙер, һағыналарҙыр...” Өмөт ебен үреп, уйҙарынан уйылырҙай булып, буранлы һалҡын ҡышта яланбаш атлаған ҡатынды күреүселәр ни тигәндәрҙер. Әммә һағыш менән һуғарылған йөҙөндә, һуңғы көндәрҙә илауҙан арыған күҙҙәрендә өмөт сатҡылары ҡабынған Әниәгә аҡҡа төрөнгән донъяла өйөнә илткән юл ғына күренде. Тиҙерәк ҡайтып, ғәзиз кешеһенең тауышын ишетеү ине бөтә уйында. “Уның тормош иптәшенән үлем үҙе ҡурҡҡан ул. Ана, йәйен һуғышта нисә тапҡыр урап уҙған. Автоматының прикладына килеп тейгән пуля ла уның эсен инеп теткеләргә баҙнат итмәгән. Эх, автоматым шәп ине, рәхмәт, үлемдән дә ҡотҡарҙы, тип хәтерләгәйне ул.

    Украинаның эҫе йәйендә эсәр һыу эҙләп ауылға барғанында, дрон баҫтырғанын фантастик кино ҡарағандай күҙаллағайныҡ. Бөтә көсөн йыйып йүгереүен, аҡтыҡ хәле бөтөп, донъя менән хушлашҡанда, осоусы дошмандың ҡапыл туҡтап, ергә ҡолап шартлауын күҙ йәштәре аша йылмайып һөйләгәйне. Баҡтиһәң, дрондың көсө бөткән булған. Ана бит, хатта заман дошманы ла уны ҡыуып етә алмаған. Уның ҡарауы, яуҙаштарына һыу, ризыҡ алып ҡайтҡан батыр Иштуғаны.”

  Һуңғы уйҙары үтә ҡанатландырып ебәрҙеме, Әниәнең йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде. Батарейкаһы ултырған дрондың бахыр хәлдә, шыңшып ҡолап төшөп шартлауын күҙ алдына килтерепме, “һыйған һиңә” тип балаларса көлөп ҡуйҙы.

  “Ә теге Сухарь позывнойлы менән сираттағы хәрби заданиеға барғанда икеһенең араһына снаряд төшөүен, бик ҡыйыу яуҙашының һәләк булыуын әсенеп һөйләгәйне. Яҙмыштың аяуы уны бер нисә метрға алып ташлауын, аңын юғалтып, бихисап ваҡыт ятыуын, әммә тере ҡалыуын һағыш ҡатыш бәйән итте ире. Бына бит үлем унда ла Иштуғанды урап уҙған. Тимәк, әле лә шулай. Урындағы ерлекте картала дөрөҫ таба белеү миңә ныҡ ярҙам итте, тип һөйләүен дауам итте мәктәп йылдарында район туристик слеттарҙа карта менән оҫта эш иткән ир-егет. Бик күп тапҡыр дошман позицияһын картала һынап сығарып, яуҙаштырымды үлемдән йолоп ҡалдым, тине ул. Шундай белемле, оҫта ирен үлем еңергә тейеш түгел.”

  Ике көн элек кенә тормош иптәшенең ҡырҡын уҡытҡан тол ҡатындың ҡыҙыу аҙымдарына ҡаршы тора алманы өйөнә илткән юл. Бына йорто яғына боролдо Әниә. Әлеге көндә өйҙә үҙенән башҡа берҙән-бер йән эйәһе бесәйе танып йүгерә үҙенә. Ырымбурҙа госпиталдә яраларын дауалағас, вокзалдан машинала алып ҡайтҡан ирен тап ошонда ҡаршылағайны ҡойроҡло дуҫы. Нишләп оҙаҡ булманың, ҡайҙа йөрөнөң тигәндәй, мыйылдап, иркәләнеп бер булғайны. Әле шул мәлдәр күҙ алдына баҫып, мөлдөрәмә һағыш тулы көршәкте сайпылтты.  “Атайым селтәрҙә...” Ошо хат уны тиҙерәк өйөнә саҡырҙы. Ишекте эстән бикләп ҡуйғас та, үҙе яратҡанса, аяҡтарын бөкләп, диванға менеп ултырҙы ул. “Һин йәтеш кенә итеп аяҡтарыңды бөкләп ултыраһың ул. Ойомаймы?”-тип һоҡланыу ҡатыш борсолоп ҡуя ине Иштуғаны. Шулай ултырһа, уға уңайлы ла, ышаныслы ла шул.

  Баянан бирле устарына ҡыҫып килгән телефонын ҡапҡандан ысҡындырҙы Әниә бармаҡтарын яҙҙы.  Өшөүҙәнме, ҡурҡыуҙанмы, тулҡынланыуҙанмы ҡулынан саҡ төшөп китмәгән телефонын асып, иренең номерын ҡараны. “Иштуған Украина – селтәрҙә”. Яңы номерын шулай һаҡлаған ул. “Тимәк, селтәрҙә... Нишләргә? Шылтыратырға?.. Әлбиттә, шылтыратырға!”

   Йәшел төймәгә баҫыр алдынан ҡатындың мейеһенән миллионлаған уй йүгергәндер, меңәрләгән һорау яуғандыр. “Телефонды алһа, ни тиермен? Ә ул нимә әйтер? Сәләм, Әниәм, тип сәләмләрме? Уның тауышын ишетһәм, йөрәгем туҡтамаҫмы?..” Һорауҙар ағымын еңеп, икеләнеү кәртәһен емереп, ҡалтыранған бармаҡ йәшел төймәгә баҫыуы булды, телефон терелеп киткәндәй, ике араны тоташтырырға ашыҡты. Шылтырау китте... Ҡалтыранған ҡул ихлас геүләгән телефонды ҡолаҡҡа әйҙәне. Баяғы ептәй өмөт хәҙер арҡан дәүмәленә етеп, йөрәктәге һүнгән усаҡты тоҡандырҙы. Һағыш һарыһы һеңдергән күңел елпенеп, осрашыу минуттарын ҡабаттан тергеҙҙе. “Шылтырау бара. Тимәк, ул, ысынлап та, тере! Тере! Һеҙҙең ирегеҙҙең кәүҙәһе тейәлгән борт Ростовтан оса, имеш. Юҡ инде! Осмай торһон әле. Ул тере! Һеҙ яңылышҡанһығыҙ. Ана, ул селтәрҙә һәм хәҙер миңә яуап бирәсәк.”

“Абонент яуап бирмәй...” телефонының яуабына ҡолаҡ та һалмай, ҡабат йәшел төймәгә баҫты Әниә. “Бушамайҙыр йә ишетмәйҙер. Һуғышта ниндәй хәл булмаҫ. Бәлки госпиталдә булһа, табип килеп, яраларын бәйләйҙәрҙер. Хәҙер яуап бирер ул. Бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалғаны юҡ уның, йә үҙе шылтыратыр. “Һөйгәнем” тип һаҡлаған ҡатынының шылтыратыуын ул күрмәһә лә, башҡалар күрә торғандыр. Иштуған, бына һөйгәнең шылтырата тип алып барырҙар телефонын. Һис шикһеҙ, шулай итерҙәр”

    Яуап алмағыс, урыҫтарҙың “Бог любит троицу” тигән әйтемен мығырлап, Әниә тағы ла теге төймәгә баҫырға ынтылғайны, телефон өлгөрөрәк булып сыҡты. “Минең дә бар ине аҡҡошҡайым, йән дуҫҡайым, осар ҡанатым. Әллә инде артыҡ яратҡанға. Юлдарымда уны юғалттым”. Иштуғаны һуғышҡа китер алдынан ошо йырҙы йыш тыңлағанға, телефон шылтырауына шуны ҡуйып алғайны. Бына әле йырҙы ишетеү менән өҙөлөргә торған япраҡ кеүек дерелдәгән йөрәге һеркелдәп алҡымына килде. Телефон экранында “Улыҡайым” яҙыуы. Өлкән улы шылтырата.

-Инәй, сәләм.

-Сәләм, балам.

Улының төшөнкө тауышы баяғы арҡан булып һуҙылған өмөттө епкә әйләндерһә лә, өҙмәне барыбер.

-Хәлдәрең нисек, инәй? Әле һин ҡайҙа? Өйҙәме?

Ошондай хәстәрлек менән төп һөйләшеүгә төшөр алдынан уратып-суратһа, тимәк, һөйләшеү етди буласағын аңлай Әниә.

-Өйҙә, балам. Атайыңа шылтыратып маташам. Алмай. Бушамайҙыр инде... - баяғы өмөт ебенә йәбешә ҡатын.

-Инәй...- ауыр тынлыҡ, мышнау...- Инәй, атайым түгел ул, уның телефонын яуҙашы алған. Мин шылтыратып һөйләштем ул егет менән.

    Баяғы өмөт ебе шартлап өҙөлөп, күңел яраларын тоташтырған төймәләр төрлө яҡҡа һибелдеме ни? Һулҡылдаған яра тағы ла нығыраҡ ҡанһырай. Ярты сәғәт арауығында кисергәндәренән, өмөт менән яңынан юғалтыу араһындағы ептең шулай нескә булыуынан хәлһеҙләнгән Әниәгә үҙен ҡулға алырға кәрәк. Сараһыҙлыҡтан әлһерәгән йөрәген устарына йомоп, улына яуап бирергә кәрәклеген белә ул. Аталарын юғалтыуҙан ҡара көйгән улдарын тағы ла нығыраҡ борсорға ярамай.

-Инәй, инәй, һин ҡайҙа юғалдың? Бирешмә, зинһар. Инәй, һин беҙгә ныҡ кәрәк!

-Улым, тыңлайым. Мин бында, балам.- бөтә көсөн йыйып ҡалтыранған тауышын ауыҙлыҡлап яуапланы әсә. Кәрәк мәлдә ул үҙен шулай ҡулға ала белә. Ире лә ошо сифатына һоҡланып: “Әниә, һинең менән мин һис шикһеҙ разведкаға барыр инем. Үҙеңде тота беләһең, юғалып ҡалмайһың. Ҡыйыуһың.”-тигәйне.

-Инәй, атайым ныҡ һәйбәт яугир булған. Атайығыҙ Бурдай бик ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ командир булды. Тарихты шәп белә ине. Ялға туҡтағанда Бөйөк Ватан һуғышының һәр минутынаса ҡайҙа нимә булғанын, полководецтар тураһында мауыҡтырғыс һөйләй ине. Күпте белде, һуғыш тактикаһын да оҫта ҡорҙо. Арабыҙҙа иң өлкәне булғанлыҡтан, ҡатмарлы заданиеларға гел үҙе йөрөнө. Һеҙ йәшһегеҙ, йәшәгеҙ әле тиер ине. Карта буйынса ориентиры хәтәр шәп ине. Дошман позицияһын дрондарҙың осоу йүнәлешенә, ваҡытына ҡарап, осоу йышлығын һанап белә ине. Уның был сифаты күптәребеҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы. Боеприпастарға ла үҙе йөрөнө. Физик яҡтан көслө, йүгереүгә шәп, сыныҡҡан командир ине. Һеҙ ысын мәғәнәһендә атайығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ тине. Әлбиттә уның урыны алғы һыҙыҡта түгел ине. Уның кеүектәр өйрәтеүсе-инструктор булараҡ танылһа, бәлки ҡорбандар ҙа әҙерәк булыр ине тине, инәй.

Улының тауышындағы һағыштың ғорурлыҡҡа әүерелә барыуын тойған әсә күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Ауылдағы иң ҙур һәм хөрмәтле Бурҙай араһы тоҡомо булараҡ, уның ошо позывнойҙы алыуына шикләнмәне Әниә. Ата-олаталарының данлыҡлы шәжәрәһенең лайыҡлы уланы икәнен тағы ла бер иҫбатлап, тап төшөрмәй ошо исемдә туҡталды ул.

-Ышанам, улым. Атайығыҙҙың башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Мәктәп йылдарынан ул шулай зирәк булды, күп уҡыны, шахматта шәп уйнаны. Бигерәк тә һуғыш тураһындағы китаптарға өҫтөнлөк бирҙе бит. Ғаилә китапханаһында ғына ла улар ике йөҙгә яҡын. Улым, ә атайың...“нисек үлгән?” тип һорауын тамамларға көсө етмәне Әниәнең. Һиҙгер улы, әйтерһең дә, ҡаршыһында күҙҙәренә ҡарап ултыра тиерһең.

-Атайым таңғы алтыла, боеприпастар артынан барғанда ,дошман утына эләккән. Тыныс бул, инәй. Ул үлемен һиҙмәй ҙә ҡалған. Снаряд ярсығы башына тейгән...

Ауыр тынлыҡ ике ғәзиз кешенең һағышын тәрәнәйтте. Улыҡайҙарым һынып ҡуймаһындар тип үҙен ҡулға алған хәстәрлекле әсә лә, бирешеп, ауырыуға һабышмаһын тип босолған ул да бер юлы телгә килделәр.

-Атайығыҙ – ҡаһарман!

-Атайыбыҙ –  батыр!

Автор:
Читайте нас