+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

БПЛА операторы: төп һорауҙарға яуаптар

Башҡортостандан контракт төҙөгәндә һәр яугир 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала

БПЛА операторы: төп һорауҙарға яуаптарБПЛА операторы: төп һорауҙарға яуаптар
БПЛА операторы: төп һорауҙарға яуаптар

Кемде хеҙмәткә алалар?

Геймерҙар, айтишниктар, радиоһәүәҫкәрҙәр һәм дрон менән идара итеү тәжрибәһе булған йәки аэродинамиканы аңлаған һәр кем айырым өҫтөнлөккә эйә. Йәш сикләүҙәре:  FPV-дрон операторҙарына 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙе, башҡа һөнәрҙәргә 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе саҡыралар. Инглиз телен белеү һәм компьютерҙы ышаныслы ҡулланыу хуплана.

Һайлап алыуҙы үткән кандидаттарҙы ике айлыҡ курстар көтә. Буласаҡ яугирҙәр пилотаж менән генә түгел, ә пилотһыҙ аппараттарҙы ремонтлауҙы (схема техникаһы, иретеп йәбештереү), программалауҙы, 3D-моделдәрҙе һәм баҫмаларҙы, ер өҫтө һәм һыу аҫты дрондары менән эшләүҙе, IP-селтәрҙәрҙе көйләүҙе һәм хатта боеприпастарҙы ҡулланыуҙы үҙләштерә. 

 

БПЛА операторҙары күпме аҡса эшләй?

Башҡортостандан контракт төҙөгәндә һәр яугир 1,4 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Айлыҡ аҡсалата тәьминәт 220 мең һумдан башлана (званиеһына, вазифаһына һәм хеҙмәт стажына ҡарап). Шулай итеп, хеҙмәт итеүенең беренсе йылында гарантияланған килем генә дүрт миллион һумға яҡынлаша.

 БПЛА операторҙары өсөн һөҙөмтәлелеккә ҡарап, 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Иң ҙур суммалар дошмандың төп техникаһын юҡ итеү йәки баҫып алыу өсөн түләнә. Әйтәйек:

- Leopard, Abrams, Challenger танкыларын йәки Himars осороу ҡоролмаһын баҫып алған өсөн миллион һум;

- Leopard, Abrams, Challenger танкыларын юҡ иткән өсөн 500 мең һум;

- HIMARS пускалау ҡоролмаһын йәки Точка-У-ны юҡ иткән өсөн 300 мең һум;

- вертолетты юҡ иткән өсөн-200 мең һум;

- ғәҙәти танкты юҡ иткән өсөн – 100 мең һум;

- башҡа хәрби техниканы юҡ иткән өсөн – 50 мең һум.

 

Өҫтәмә ярҙам саралары

2024 йылдың 1 декабренән кәм тигәндә бер йылға контракт төҙөгән МХО-ла ҡатнашыусылар, ваҡыты үткән кредиттарҙы (әгәр уларҙың суммаһы ун миллион һумдан артмаһа) иҫәптән сығарырға хоҡуҡлы.

Аҡсанан тыш, дәүләт яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу төр льготалар бирә. Хәрби хеҙмәткәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын ала, бушлай дауаланыуға һәм реабилитацияға хоҡуҡлы, ярты йыл һайын ике аҙналыҡ түләүле отпуск бирелә. 

Яугирҙәр өсөн мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында бушлай туҡланыу, бушлай продленка, балалар баҡсаларына өҫтөнлөклө ҡабул итеү, йәйге лагерҙарға юлламалар ҡаралған. Ғаиләләр өсөн – кредит һәм һалым каникулдары, баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алыу мөмкинлеге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн пеняларҙан һәм транспорт һалымынан азат итеү, бушлай шифахана-курорт дауалау.

 

Нисек БПЛА операторы булырға?

Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә инеү өсөн йәшәү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа йәки Өфөләге һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға мөмкин. Үҙең менән паспорт, хәрби билет (булған осраҡта), белем тураһында документтар, никах һәм балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтар алырға кәрәк.

Фото Р. Хуснуллина

Автор:
Читайте нас