+2 °С
Облачно


Ыумас
1 литр ҡайнаған һыуға тәменсә тоҙ, 1 эре картуф турап һалам. Ул ҡайнағансы 1 йомортҡа һытам да әҙ-әҙләп кенә он өҫтәп, ыумас ыуам (дүрт кешегә иҫәпләнгән). Кемдер ыумастың эрерәк булғанын ярата, кемдер вағыраҡ итә. Уны картуф йомшарғас һалам. Йәшел тәмләткес үлән, һары май ҡушып ашаһаң, телеңде йоторһоң.
Фото геройҙың ғаилә архивынан