

Уйланып киттем. Ысынлап та, донъя ашығып алға бара. Элек аҙнаға һуҙылған эштәр бөгөн бер нисә сәғәттә атҡарып сығыла, тотош команданы яһалма зиһен алмаштыра. Көнкүреш мәшәҡәттәре лә еңел генә хәл ителә хәҙер. Керҙе, иҙәнде, һауыт-һабаны машина йыуа, һыу ағып тора, кәрәк еребеҙгә елдереп барып етәбеҙ, кейем-һалымды ғына түгел, хатта әҙер аҙыҡ-түлекте өйгә килтереп бирәләр. Эш рәте белеүҙең кәрәге лә юҡ һымаҡ булып китә шул. Киләсәктә шул уҡ роботтар тешеңде таҙартып, һауа торошона ҡарап кейемеңде лә әҙерләп бирер, бәлки?
Әммә... үҙ-үҙен ҡарау һәләте лә булмаған, барыһын башҡанан көтөп ултырған кеше уңышҡа ирешә аламы? Был тормошта үҙен бәхетле һәм ирекле итеп тоямы? Йәмғиәткә унан ниндәй файҙа? Кемде тәрбиәләйбеҙ беҙ: ҡулланыусынымы, әллә яҙмышына хужа булырға теләгән ижадсынымы?
Ошондай мәғлүмәткә тап булдым. Америка ғалимдары 25 йыл буйына 84 кешенең тормошон өйрәнгән. 3-4 йәштән ата-әсәһенә өйҙә ярҙам иткәндәр мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда ла байтаҡҡа һәйбәт өлгәшкән, карьера төҙөгән, ғаиләлә һәм дуҫтары менән мөнәсәбәттәре лә яҡшыраҡ ҡоролған икән.
«Өс йәшлек ҡыҙыма барыһын да уйын аша тәҡдим итәм. Әйҙә, ошолай итәйекме, тип өндәшәм. Ул, әлбиттә, мине ҡабатларға ярата. Иҙән йыуа башлаһам, уға ла кәрәк, бер урынды бүлеп бирәм, шул ерҙе «йыуа». Әлегә уның эше шул: нимәнелер алып килеү йә урынына ҡуйыу, кер йыуғас, машинанан алып киптерә торғанына һалыу, тәҙрә төбөн һөртөү. Аҙаҡ маладистан һалдырып маҡтайым үҙен. Өлкәнен дә шулай тәрбиәләнем. Бер ҡасан да мәжбүр итмәйем. Өлгөрмәһә, уны көтөп ултырмайым, тотам да башҡарып ҡуям. Бәлки, шуны күргәнгәлер, үҙе белеп эшләргә өйрәнде. Бешеренеү менән дә ҡыҙыҡһына.
Минең үҙемде лә нимәлер эшләргә мәжбүр иткәндәрен иҫләмәйем. Хеҙмәт нисектер беҙҙең өсөн тәбиғи бер ғәмәл булды ул. Бөтә ғаилә ни менәндер булғанда ситтә тормайһың бит инде. Шул уҡ ваҡытта эшкә күмелеп кенә лә ултырманыҡ. Мәҫәлән, баҡсаның буйына һуҙылған ун бер түтәл һуғанды ғына йәйенә нисә тапҡыр утап сығаһың. Шул саҡта мине, һыу инергә барып киләм, тиһәм, бер ҡасан да тыйманылар.
Балаһын аҡса биреп эшләтеүселәр ҙә бар. Мин ундай ысулға бөтөнләй ҡаршымын. Ғаилә эшенә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тип иҫәпләйем. Икенсе яҡтан ҡарағанда, аҡса бирергә бала бит хеҙмәтләндереүсе персонал түгел», – тип бүлеште уйҙары менән таныш ҡатын.
Олораҡ коллегамдың фекере шундай: «Баланы мотлаҡ хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Эш урынында хеҙмәткәрҙе өлгөрлөгөнә ҡарап баһалайҙар, ҡәйнә лә егәрле киленде ярата – эш менән һәр кемгә ярап була. Ауыр уйҙарҙы, күңел төшөнкөлөгөн дә эшкә бирелеп үткәреүе еңелерәк».
----
Нәғимә ИРСАЕВА.
Фото Р. Хисаева