+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Театрҙың «төп геройҙар»ы, йәки шаршау артында

Ғәли йәнәптәре – театр. Илатыр, уйландырыр, көлдөрөр, тик битараф ҡына ҡалдырмаҫ. Тамашасы театрҙың тышҡы йөҙөн генә күрә, сәхнә балҡышына арбала, актерҙар уйынына һоҡлана... Әлбиттә, артистарһыҙ тамаша юҡ, тик театрҙың халыҡҡа күренмәгән сәхнә арты ла бар. Унда, «түрбашта», айырым тормош ҡайнай. Халыҡ-ара театр көнө алдынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының шаршау артына күҙ һалдыҡ һәм үҙ эшенең оҫталары булған костюмерҙар Нәсимә Ханмырҙина, Римма Мирзанова, реквизитор Рида Сухова, тауыш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марат Низамов һәм грим цехы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс Баязитовалар менән аралаштыҡ. – Театр тиһәк, тәү сиратта, актерҙарҙы күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ә һеҙ нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? Һөнәрегеҙҙең  нескәлектәре хаҡында һөйләп китегеҙ әле.

Театрҙың «төп геройҙар»ы,            йәки шаршау артындаТеатрҙың «төп геройҙар»ы,            йәки шаршау артында
Театрҙың «төп геройҙар»ы, йәки шаршау артында

Нәсимә Ханмырҙина:

– Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ренгент-лаборантка булып эшләнем дә  45 йәшемдә хаҡлы ялға сығып, театрға килеп эләктем. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» спектакле менән инеп киттем сәхнә тормошона. Башта ҡыйын булды, күктән ергә төшкән кеүек тойҙом үҙемде, сөнки бөтөнләй ят мөхит. Костюмдар цехы ул саҡта 3-сө ҡатта урынлашҡайны, ауыр кейемдәрҙе төшөрәбеҙ ҙә мендерәбеҙ, төшөрәбеҙ ҙә мендерәбеҙ. «Тыныс ҡына урынымда ултырһам ни булған», – тип үҙ-үҙемде әрләп тә ала инем, тик сихри театр донъяһына бер килеп эләкһәң, унан ҡотолоу әмәле юҡтыр, бына 25 йыл инде хеҙмәтемә тоғромон. Һәм шуның менән бәхетлемен дә! Йәшем дә бара, ә бер ҙә генә театрҙан китке килмәй. Өйрәнгән актерҙар ҙа йәл, улар ҙа «ебәрмәйбеҙ» ти.

 

Римма Мирзанова:

– Спектаклде 25 йыл буйы сәхнә артынан ғына ҡараһаҡ та, театрҙы шул тиклем яратам, 71 йәш тулһа ла, бер ҙә эш урынымдан айырылғым килмәй. Мин булмаһам, бер бөтөнгә әүерелгән актерҙарым йонсор, ыҙаланыр кеүек, ике көнгә ҡалдырһам да, Римма апай, нишләп килмәнегеҙ, тип юҡһынып торалар. Беҙҙән һуң килгән костюмерҙар, ун йыллап эшләһә лә, барса кейемде иҫтә ҡалдыра алмай. Шуға ла: «Нисек һеҙ бөтә костюмдарҙы беләһегеҙ ул?» – тип аптырайҙар. Ысынлап та, яттан беләбеҙ, актерҙар һораған Нух заманындағы әйберҙәрҙе лә Нәсимә менән «һә» тигәнсә табып бирәбеҙ (көлә). Театрҙа кейемдәрҙе һаҡлай торған махсус биш келәт бар. Үҙе бер музей! Эшебеҙҙең үҙенсәлегенә килгәндә, һәр спектакль алдынан кейемдәрҙе йыуып, үтекләп, әҙерләп актерҙарҙың гримеркаһына индереп ҡуябыҙ. Спектакль ваҡытында  тиҙ генә алмаштырышабыҙ, сәхнә артынан китмәйбеҙ. Ниндәй генә сәхнә йондоҙҙарын кейендереп-сисендермәнек инде!

-----------------------------------

 

Нәркәс Баязитова:

– 15 йыл Сибай театрының актрисаһы булдым. Өфөгә күскәс, ниндәй эш булһа ла тип йәнә театр ишеген астым, Олег Ханов гример-постижер итеп алды. Бөгөн ошо цехтың мөдиремен. Драмтеатрҙа эшләүемә лә ун биш йыллап. Махсус уҡымаһам да, грим һалыу серҙәрен үҙләштерҙем, сәнғәт институтында ла уға өйрәттеләр. Йыш ҡына театрға ла грим һалыу буйынса рәссамдар саҡырыла, оҫталыҡҡа уларҙан камиллаштым. Эшебеҙҙең үҙенсәлеге шунда: тылсымлы ҡулдарыбыҙ йәмһеҙҙе – матурайта, матурҙы – йәмһеҙәйтә, йәште – ҡартайта, ҡартты – йәшәртә (көлә). Яһаған прическалар, һалған гримдар һәр саҡ идеаль булмаҫҡа ла мөмкин, эшебеҙ сәс-биттең структураһына ла, таҙалығына ла ҡарай, шул саҡта мыжыңҡырап алған артистар ҙа бар, әлбиттә. Беҙ бит тере кеше, хатта актерҙар үҙҙәре лә сәхнәгә сыҡҡан һайын ролен төрлөсә башҡарырға мөмкин. Сәхнә гримы көндәлек макияж түгел, уны ҡабартыбыраҡ, шаштырыбыраҡ (утрированный) һалыу мөһим. Беҙ – гример ғына түгел, постижер ҙа. Сәхнә образына һаҡал-мыйыҡты ла үҙебеҙ эшләйбеҙ, йөн тетәбеҙ (көлә).

 

----------------------------

Марат Низамов:

– А. Панфиловтың «Өлкән ул» спектакле барған саҡта театрҙа ут һүнде, Рәүис Заһитов ярты сәғәт буйы бер плащта ғына халыҡ йырҙарын башҡарҙы, берәү ҙә тамаша залын ҡалдырып ҡайтманы. Шул ныҡ хәтеремә уйылған. Бөгөн компьютер заманы, ундай хәлдәр булғаны юҡ. Әлбиттә, техник яҡтан ауырыраҡ спектаклдәр ҙә бар, мәҫәлән, «Йәш йөрәктәр»ҙә театр оркестры һәм 12-13 актер микрофон менән ҡуллана, йәмғеһе 30 микрофон бер юлы эшләй. Теге-был хәл килеп сыҡмаһын өсөн барыһын да алдан әҙерләйбеҙ, тикшерәбеҙ һәм тамаша барғанда тауышты ваҡытында ҡабыҙыу, туҡтатыу беҙҙең өҫтә. Спектаклдәрҙе ятлап бөткәнбеҙ инде. Репетициялар мәлендә сәхнәгә төшөп тауышты музыкаль планшет менән көйләйбеҙ.

 

---------------------------

 

– Бөгөн эшкә сыға алманығыҙ икән ти, алмаштырыусылар бармы? Ә киләсәктә? Йәштәр киләме?

 

Рида Сухова:

– Иң ауыры – ана шул йәштәрҙең килмәүе. Беҙ бит мәңгелек түгел, алмаштырыр кеше юҡ. Ә беҙҙең эштә элекке, тәжрибәле апайҙарҙан өйрәнеп ҡалыу төп шарт. Шуға ла актерҙар ике һүҙҙең береһендә: «Беҙ пенсияға сыҡҡансы һеҙ эшләйһегеҙ, бер ҡайҙа ла китмәйһегеҙ», – ти. Әлеге мәлдә реквизит цехында өс кешебеҙ, яңыраҡ йәш ҡыҙ килде.

 

-------------------------

 

...Сәхнә артында хас та завод эсендәге кеүек:

бутофор, декорация, сәхнә ҡороу, тегеү, костюм, реквизит, грим-постижер, яҡтыртыу, радио, макет эшләү, монтажлау һәм башҡа бихисап цехтар ал-ял белмәй. Уларҙың ошо эшмәкәрлеге менән театр йәшәй һәм ижад итә. Һөнәри байрамығыҙ менән һеҙҙе, сәхнәнең «төп геройҙар»ы!

 

Айзилә Мортаева әңгәмәләште.

 

Фото А. Королев

 

 

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас