+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Халҡым гәүһәре Дәүер символы

Радиолғыс тулҡындарынан наҙлы, бәрхәт тауыш ағыла. Ағыла ла йөрәктәргә моң булып яғыла ул. Һис кенә лә ялҡытмай, киреһенсә, күңел сөңгөлөнөң иң нескә ҡылдарын сиртә, гүйә һин ай сәңгелдәгендә тирбәләһең... Алтмыш йыл дауамында милләттәшебеҙҙе «Хәйерле иртә, республика!» тип сәләмләгән Наилә Ғәләүетдинованың гәлсәр тауышын нисә быуын таный икән? Легендар дикторыбыҙ күптән инде дәүеребеҙ символына әйләнгән!

Халҡым гәүһәре Дәүер символыХалҡым гәүһәре Дәүер символы
Халҡым гәүһәре Дәүер символы

Һағышлы хыял

Юҡ, бала сағында бер ҙә генә лә актриса йә диктор булам тип хыялланмай Наилә апай. Ни бары атай-әсәй ҡосағында, тулы ғаиләлә иркәләнеп-наҙланып ҡына үҫкеһе килә уның. Кескәй йөрәге йорт усағын, өй йылыһын көҫәй. «Атайым булһа, ҙур ғаиләбеҙ, туғандарым булыр, әсәйем дә ситтә бәхет эҙләмәҫ ине», – тип әсенә һөйөүгә һыуһаған бала күңеле. Ә шулай ҙа тыуған ауылы Тирәкле тауҙарына менеп, татлы уйҙарға сорналғанда киләсәгенең нурлы һәм мөғжизәле булырына ихлас ышана  ҡыҙсыҡ.

Ана, алыҫта емелдәгән Өфө уттары ла уны әйҙәгән төҫлө тойола бит...

Разия өләсәһе тәрбиәһендә буй еткергән Наилә апай бәләкәйҙән эш рәте белеп үҫә. Нескә иңдәренә төшкән донъя мәшәҡәттәрен күндәм генә күтәрә ул, олоғайып барған өләсәһенең ярҙамсыһы була.

– Олатайымды аҙ ғына иҫләйем, ул түшәктә ятты. Бер мәл мине әтәс суҡыған, илауымды ишетеп, олатайым бөтә көс-хәлен йыйып сыҡҡан һәм аралап алып ҡалған. Шәп сағында ул күпләп умарта ла тотто. Кәрәҙ балынан бала саҡта бүккәнмен, хәҙер бал ашай алмайым, – тип көлә ул. – Ҡыҙылса менән сирләгәнемде лә онотмайым. Өләсәйем боронғоса дауалап, көҙгө, шкафтарға ҡыҙыл япмалар элеп бөткән. Ауыл фельдшеры Андрей бабай килеп: «Что это такое?» – тип аптырағаны һаман иҫтә. Минең ситкә уҡырға китеүемде ауыр кисерҙе. Туҡһанына етеп мәңгелек йортона күсте ул, – ти Наилә ханым иҫтәлектәргә сорналып.

Ваҡыт үтә, әсәһе лә тормош һынауҙарына һынмай, икенсегә ғаилә ҡороп, Өфө ҡалаһына күсә. «Унда йәшәү дәрте көслө булды. Эсе тулы моң ине, халыҡ йырҙарын шундай матур башҡарҙы. Үҙешмәкәр концерттарҙа, Өфө сәхнәләрендә  йырлап йөрөнө. Үҙе килеп тороп төҫ-башҡа сибәр булды. Минең тормошто яратыуым – унан. 85 йәшкә тиклем йәшәне», – тип һөйләһә әсәһе хаҡында, атаһы тураһында ошолай ти:

– Ғүмерем буйы атай һөйөүенә һыуһап йәшәнем. Атайлыларҙан көнләштем. Минең дә атайым булһа ине,  тип илаған мәлдәрем аҙ булманы. 14 йәшемдә тәүгә күрҙем уны. Туғандарҙан кемдер адресын бирҙе лә Новосибирск өлкәһенең Барабинск ҡалаһына юлландым. Атайым мине ҡосаҡлай ҙа илай, ҡосаҡлай ҙа илай. Ә мин, үҫмер генә ҡыҙ, уның ул саҡтағы күңел кисерештәрен дә тулыһынса аңлап ҡабул итмәгәнмендер инде. Хәҙер уйлайым да йәлләйем. Атайымдың яңы ғаиләһе матур ҡунаҡ итте, бер аҙна торҙом. Тәүге һәм һуңғы осрашыуыбыҙ шул булды.

Наилә апайҙа атаһының берҙән-бер фотоһүрәте һаҡланған. «Мин атайыма оҡшағанмын», – ти ул һағыш тулы күҙҙәрен өҫтәлдә ятҡан рәсемгә төбәп.

Өфө уттары

12 йәшендә Наилә апай Өфөләге   1-се интернат-мәктәпкә килә. Ябай ауыл ҡыҙы өсөн бөтөнләй икенсе донъя асыла. Тырышып уҡый ул, бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай. Һигеҙенсене бөткән үҫмер ҡыҙҙы бергә уҡыған әхирәттәре Өфө сәнғәт училищеһына барырға күндерә.

– Уйын күреп кенә килгәйнем, уйламағанда өс турҙы ла үтеп, бер үҙем уҡырға инеп киттем, – тип дауам итә һүҙен диктор. – Буйға ла, йәшкә лә бәләкәймен, курсташтарымдың күбеһе унынсыны тамамлап, кемдәрелер эшләп тә килгән. Нурия Ирсаева, Рифҡәт Исрафилов, Марат Йәмилев, Булат Әхмәтов, Ринат Миндебаевтар «һеңлекәшем» тип кенә йөрөттө. Студент саҡта радио-телевидениеға тура эфирҙа шиғырҙар уҡырға, концерттар алып барырға йөрөйбөҙ, спектаклдәрҙә ҡатнашабыҙ. 12 апрель Космонавтар көнөндә Рифҡәт Исрафилов менән барып радиокомпозиция уҡыныҡ. Ул саҡтағы радио етәкселеге эшкә килергә өгөтләй башланы: «Һин беҙгә оҡшаның, тауышың сағыу, диплом алғас та тура студияға кил», – тиҙәр.

Шулай итеп, Наилә апай театрҙа түгел, ә «серле ҡумта»ла диктор булып башлай хеҙмәт юлын. Уның эш кенәгәһендә бары бер генә яҙыу – 1965 йылдың 1 июлендә эшкә алыныу көнө. «Рәсимә Кәримова менән Телеүҙәктең тәҙрә төбөндә яҙҙыҡ ғаризаны», – тип йылмая ул.

Актриса булырлыҡ ханымды һуңынан күп тапҡыр театрға саҡыралар, тик радио етәкселеге ебәрмәй.

– Бер мәл Башҡорт дәүләт драма театры директоры Фәиз ағай Вәхитов менән байрам тапшырыуы уҡыныҡ. Ул миңә сат йәбешкән, театрҙа вакансия бар, әйҙә, ти. Ризалаштым, икәүләп, ғариза тотоп, етәксебеҙ Ғариф Вәли улына керҙек. «Наилә бит ҡойоп ҡуйған актриса, ебәрегеҙ инде», – ти Фәиз ағай. Ғариф Вәли улы асыуланып: «Наилә бер ҡайҙа ла бармай, радио-телевидениела ла актрисалар кәрәк!» – тине лә ғаризаны йыртып ташланы. Мине ебәрмәй алып ҡалған ағайҙарҙың барыһына ла бөгөн рәхмәтлемен. Әгәр театрҙа эшләһәм, бәлки, тормошҡа сыға ла алмаҫ, сыҡҡан хәлдә лә тора алмаҫ инем, сөнки Мансур ағайығыҙ ғүмерҙә лә оҙайлы гастролдә йөрөгән артистка менән йәшәй торған кеше түгел ине. Ул ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо, шуға күрә мин дә өй йылылығына бар булмышымды һалдым, – тип һөйләй ул.

Серле ҡумта...

Радиола йырлап эшләй Наилә ханым.  Телевидение тапшырыуҙарын да алып бара. Телеүҙәк уның икенсе йортона, хеҙмәттәштәре яҡын туғандарына әүерелә. «Остаздарымды бөгөн тик яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алам. Ғәлимнур Бикбулатов студияға алып кергән уҡытыусым ине. Коллегаларым менән ең һыҙғанып эшләнек. Һөнәри оҫталыҡҡа уларҙан өйрәндем. Һүрәтләмәләр, очерктар, байрам тапшырыуҙары, радиокомпозициялар, уҡырға әҫәрҙәр шул тиклем күп, тәртәгә төптән егелдем. Ҡыҙыма биш айҙа эшкә сыҡтым, әлдә ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәне һәм балаларымды ҡарашты. Мансур ағайығыҙ менән арала һауыт-һаба шалтырап китһә, гел мине яҡлашты. «Эшеңдә ни булғанын иреңә бер ҡасан да һөйләмә», – ҡәйнәмдең  алтын һабағы бына шул.

Элек бит телефон юҡ, өйҙән килеп алып китәләр. Яҡуп Ҡолмой ағай: «Наилә, һинең тауышыңды күҙ алдына килтереп яҙҙым, уҡы инде, зинһар», – тиһә, мөхәррир Рәшит Хөсәйенов: «Һеңлем, кил инде, һин генә уҡырға тейеш!» – ти. Шағир-шағирәләрҙең күбеһе әҫәрҙәрен минән уҡытырға ынтылды», – ти Наилә ханым алыҫта ҡалған ваҡиғалар сылбырын һүтеп.

Алтмыш йыл дәүерендә серле ҡумта эстәрендә ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп була. Наилә апайҙың күңелендә улар яҡты иҫтәлектәр булып һаҡланған: «Иртәнге алтынан эшләнек, сәғәт дүрттә торам. Әүәлге замандарҙа бөгөнгө кеүек водитель өйҙән килеп алмай, иртә менән трамвай-автобустар йөрөмәй, нимә тура килә, шуның менән барам. Башта Мансур ағайығыҙ йөрөттө, һуңынан ул да арыны, ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһына йә мәктәпкә илтергә кәрәк, үҙенә лә эшкә бараһы бар. Бер мәл таң менән кибеткә аҙыҡ-түлек килтергән икмәк машинаһына эләгеп йөрөнөм. Ә бер көн хатта «мусоркала» ла барырға тура килде. Зәрә ҡыҙыҡ булды ул. Түҙеп торғоһоҙ сатлама һыуыҡ, сыҡһам бер транспорт юҡ, алыҫтан яҡтылыҡ күренде, ҡул болғайым, туҡтаны. «У меня эфир горит!» – тием. Елдертеп алып барҙы. Һуңынан Славка Сорокин тигән коллегам: «Наилуш, ты на чем приехала?» – ти. Мин әйтәм: «На грузовике». «Какой грузовик, на мусорной машине ты приехала!» – тип көлә. Эфирға һуңлағаным булманы, ә һуңлап ҡала яҙған саҡтар бар ине. Бер ваҡыт ҡар ҡатыш рашҡы яуған көндө опера һәм балет театры туҡталышында төшөп ҡалдым да  шәп-шәп атлап Телеүҙәккә йәйәү киттем. Эфир башланыуға һанаулы ғына секундтар ҡалған, һыулы өҫ-башым менән тура микрофон артына ултырҙым. Яңылыҡтарҙы уҡып бөткәс, Александр Кузьменко: «Наиля Гизетдиновна, вы на себя посмотрели?» – ти. Баҡтиһәң, сәстәрем боҙ булып уҡмашып ҡатҡан икән. Әлдә телевидениела түгелмен, тип ҡыуандым. Тағы ла бер иҫтәлек һөйләйем әле. Урыҫ бүлеген алып барған Римма Хөсәйенова менән тура эфирҙабыҙ. Сәғәт таңғы ете, ә студияла ут юҡ. Нишләргә хәҙер, элек кнопкаға баҫып, эске бәйләнеш булдыра торған ҡоролма юҡ ине. Тегеләй ҙә, былай ҙа ымлайбыҙ, режиссер Миша аңламай. Иртәнге эфир ваҡыты етте, мин: «Хәйерле иртә, Өфө һөйләй!» – тиеүем булды, Римма апай: «Света нет!» – тип ҡысҡырҙы ла ебәрҙе. «Өфө һөйләй» тип бер нимә лә булмағандай дауам иттем. Партия заманы ине бит, һуңынан, «летучка»ла шелтә эләкмәһә ярай ине тип бер аҙна шөрләп йөрөнөк. Йыйылыш мәлендә баш мөхәрриребеҙ Тайфур Кучуков: «Ой интересно, сегодня встал, Римма говорит, света нет, а я включил, у нас свет есть», – тип көлкөгә һабыштырып үткәреп ебәргән, тинеләр. Беҙ еңел һулап ебәрҙек», – тип ҡыҙыҡтарын хәтерләй.

 

Айзилә Мортаева.

 

Фото из личного архива героини.

Халҡым гәүһәре Дәүер символы
Халҡым гәүһәре Дәүер символы
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас