

Күреүебеҙсә, мөнәсәбәттәр барышында хис-тойғоларыбыҙға ниндәй генә гормондар, феромондар тәьҫир итмәй. Шулай ҙа, беҙ аңлап та бөтмәгән биологик, психологик процестарҙан тыш, кеше тәү сиратта ихласлыҡҡа һәм эскерһеҙлеккә мохтаж. Ир менән ҡатындың береһе һөйләшеүгә ауыр, аңлашыуға бармай икән, «мине яҡын ебәрмәйҙәр, күңелен асмай, мин дә ситләшәм, бикләнәм» тигән сылбырлы реакция башлана. Башлыса ирҙәр аралашыуҙан ҡаса.
Кеше ишһеҙ тора алмай, яңғыҙлыҡ берәүгә лә ҡыуаныс түгел. Шуға ла ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап, биргән вәғәҙәләргә тоғро ҡалып, хистәрҙе һыуытмай йәшәй белеү мөһим. Психологтар мөнәсәбәттәр ҡорғанда сабыр булырға, йәғни ниндәйҙер хәлгә ҡарата эмоцияларыңды теҙгенләй белергә, организм реакцияһына иһә эйәрмәҫкә өндәй. Был иһә тойғоларҙы һүндермәй, бер-береңә хөрмәт, ышаныс һаҡларға ярҙам итә.
Психолог, терапевт Анастасия Кузнецова бына нимә тип яҙа ошо хаҡта:
– Гормондарҙың тәьҫир итеү механизмы булмаһа, ниндәйҙер хис-тойғо ла кисермәҫ инек. Физиологик күҙлектән ҡарағанда, мөхәббәт тойғоһона бер нисә гормон яуап бирә. Уларҙың ярҙамында үҙ ишебеҙҙе табабыҙ, өйләнеп ғаилә ҡорабыҙ. Мәҫәлән, дофамин, серотонин – ҡәнәғәтлек, ләззәт алыу гормондары. Мейе еңел юл менән генә рәхәтлек алыуын иҫендә ҡалдыра һәм ҡабат-ҡабат ошо хисте кисерергә теләй. Шуға ла кешегә ғашиҡлыҡ тойғоһо оҡшай. Әммә тапалған түңәрәк буйлап ҡабат-ҡабат йөрөү мөнәсәбәттәрҙең дөрөҫ түгеллеген аңлата. Бер-береңде ни тиклем нығыраҡ аңлайһың, үҙ-ара тап киләһең икән, организмдың реакцияһы ла шул тиклем көслөрәк була, ҡанға күберәк дофамин бүленеп сыға. Тойғолар юғала икән, баштағы дофамин циклын киренән ҡайтарыу юлын табырға кәрәк. Шуныһы ла мөһим: гормондар тик торғандан ғына тәьҫир итә башламай. Уларҙың үҙ нескәлеге бар, йәғни, күршеләр кеүек йәшәгән парың менән бергә ятып йоҡланың да тиҙ генә окцитоцин өҫтәлә, мөхәббәт тойғоһо артып, һаулығың нығынып китә түгел. Һине аңламаған, екһендергән, етмәһә, күңелгә ятмаған еҫе булған ишең эргәлә ятҡанда ниндәй гормон уйнаһын? Тәбиғәт тарафынан һалынған гормондарҙы уятыу өсөн ике кешенең бер бөтөн булыуы мөһим. Әгәр ҙә инде күңелдә әйтелмәгән ниндәйҙер үпкә, аңлашылмаусанлыҡ төйөр булып тора икән, уны таратмайынса ҡосаҡлашып ятыу ҙа бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй.
Мәҡәләне йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин: мөнәсәбәттәр ышаныслы һәм оҙайлы булһын өсөн инстинкттарыбыҙға ғына таянырға түгел, тормош юлдашыбыҙҙы ла ишетә, уның менән аңлаша, килешә белеү мөһим. Шулай булғанда ғына гормондар биологик функцияһын тейешенсә үтәр, мөхәббәт тә, теүәл система булып, ғүмерҙе оҙайтыр.
Эльза Мөхәмәҙиева.
Фото А. Королев