+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Боронғо милли кейемде һаҡлап ҡалыу серҙәре

“Айыҡ ауыл” конкурсының презентацияларҙы яҡлау буйынса асыҡ яҡлауҙа Ауырғазы районы Нагадак ауылынан килгән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Нелля Капитон ҡыҙы Шибанова туған сыуаш халҡының кейемен кейеп килгән, ул ғына ла түгел, ә сыуаш халҡы кейеменең бөтә нескәлектәрен тәрән белеүе менән һоҡландырҙы:

Боронғо милли кейемде һаҡлап ҡалыу серҙәреБоронғо милли кейемде һаҡлап ҡалыу серҙәре
Боронғо милли кейемде һаҡлап ҡалыу серҙәре

“Айыҡ ауыл” конкурсының презентацияларҙы яҡлау буйынса асыҡ яҡлауҙа Ауырғазы районы Нагадак ауылынан килгән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Нелля Капитон ҡыҙы Шибанова туған сыуаш халҡының кейемен кейеп килгән, ул ғына ла түгел, ә сыуаш халҡы кейеменең бөтә нескәлектәрен тәрән белеүе менән һоҡландырҙы:

  • Беҙ Ауырғазы районынан килгән түбәнге сыуаштар (низовые чуваши). Минең өҫтөмдә түбәнге сыуаштар ҡатындарының кейеме. Был кейем миңә әсәйемдән ҡалған. Беҙҙең түбәнге сыуаштарҙа кейем әсәнән ҡыҙға күсә килә. Әсәйемә был кейем өләсәйемдән ҡалған. Башымда – хушпу.  Ул – кейәүҙәге ҡатындарҙың баш кейеме. Был баш кейеме, минең уйымса, ун һигеҙенсе быуат башына ҡарай, сөнки уның өҫкө өлөшөндә Иван Грозныйҙың әсәһе, аҡса реформаһын индергән Елена Глинская осорондағы тәңкәләр. Ул аҡсалар араһында ун алтынсы, ун етенсе, ун һигеҙенсе быуаттарға ҡарағандары бар, әммә күп өлөшө ун туғыҙынсы быуатҡа ҡараған көмөш тәңкәләр.
  • Был костюм байрамдарҙа ғына кейелә. Күлдәк тә боронғо, зиннәтле. Ул етендән тегелгән. Етен туҡыманы минең өләсәйем Андреева Анастасия Петровна һуҡҡан. Уны натураль, тәбиғи буяуҙар менән буяғандар. Шуның өсөн ул ныҡ сағыу түгел. Был көндәлек күлдәк. Байрам күлдәге ҡыҙыл булырға тейеш. Беҙҙең Ауырғазы районы түбәнге сыуаш халҡында һәр өсөнсө өйҙә ошондай боронғо күлдәктәр һәм хушпулар һаҡланған. Әгәр ғаиләлә ике ҡыҙ бала тыуһа, икенсеһенә яңы күлдәк тегәләр. Әсәйем өләсәйҙән ҡалған боронғо хушпуны миңә бирергә булды, ә һеңлемә яңы хушпу текте. Һеңлемдең күлдәге ҡыҙыл, ул да боронғо.
  • Муйынымда чуга. Элек ул коралдан эшләнгән, ә минең түшемдә яңы чуга, ә ситендә беҙҙең өләсәйҙәрҙеке кеүек ҡортбаш (каури). Яғаның аҫтында ама. Ул һаҡлау функцияһын үтәй. Был күҙлектән ҡарағанда, беҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары менән оҡшаш, сөнки беҙ ҙә төрки халыҡ. Беҙҙә амазонкалар кейеменең сағылышы һиҙелә.
  • Алдымдағы алъяпҡыстың атамаһы – чиржики. Үкенескә ҡаршы, минең чиржики боронғо түгел, яңы тегелән. Тик уның орнаменттары боронғоса сигелгән. Беҙҙең түбән сыуаш халҡында һәр орнамент нимәнелер аңлата: ҡояш, һөрөлгән баҫыу, ер, ағас.
  • Түбән сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары ялан баш йөрөмәгән, хушпу аҫтына оҙон етен сурбан кейелгән. Уның төп, урта өлөшө аҡ, ситтәре моллюскалар менән ҡыҙғылт төҫкә буялған. Уны диңгеҙҙән алып ҡайтҡандар. Ҡортбашты ла, моллюскаларҙы ла Ҡырымдан алып ҡайтыр булғандар. Сурбандың осона туҡыма сигеү һалғандар. Минең өҫтөмдәге сурбанда бөтәһе лә боронғо, яңы бер нәмә лә юҡ.
  • Шуны әйтергә кәрәк: хушпу – байрам кейеме, баҫыуҙа эшләгәндә сурбан өҫтөнән чалма кеүек итеп бәләкәй чурбан бәйләнгән. Уға ла ошондай уҡ биҙәктәр һалынған, тик ул ҡыҫҡараҡ һәм тарыраҡ булған. Шуны башҡа сырмап, ике яғын аҫҡа һәлендереп һалғандар, бәйләмәгәндәр.
  • Бының бөтәһен дә мин өләсәйҙән һәм үҙем ҡыҙыҡһынып, уҡып белдем. Беҙҙең Татар Нагадак ауылында “Ырыскал” фольклор ансамбле бар. Уны нигеҙләүселәр костюмдар тарихын, традицияларҙы өйрәнә һәм киләсәк быуынға еткерә. Йәштәр ҙә етен ярата, һатып ала.
  • Минең уйымса, беҙ быларҙың барыһын да һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың төп сәбәбе шунда: ун һигеҙенсе быуатта Башҡортостанға килеп төпләнгәс, халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалғыһы килгән, йәштәргә өйрәткән. Шуның өсөн беҙҙең костюмдарыбыҙ ҙа, йолаларыбыҙ ҙа бар. Төрлө сараларҙа Сыуашстандан килгән милләттәштәребеҙ костюмдарыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙ ҙә бындай юғары кимәлдә һаҡланмаған тип үкенәләр, - тип һөйләне Ауырғазы районы Нагадак мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Нелля Капитон ҡыҙы Шибанова.
  • Роза Хөснуллина әңгәмәләште.
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас