+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Кеше булып ҡалырға"

7 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында "Кеше булып ҡалырға" спектакле премьера алдынан прессаға күрһәтелде. Спектаклдең режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, художество етәксеһе – Айрат Әбүшахманов.

"Кеше булып ҡалырға"
"Кеше булып ҡалырға"

Постановка реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Луганск актерҙарының тормошон тасуирлаһа ла, спектаклгә бик уңышлы итеп ерле материал үрелеп киткән – төп герой Артемды (Азат Вәлитов) “Томан” позывнойлы башҡорт егете ҡотҡара. Тамашасы уны шунда уҡ таный: һүҙ махсус хәрби операция ветераны Ринат Күлтоманов тураһында бара. Ул яуҙашын ҡотҡарыу өсөн БПЛА-ны уҡ менән бәреп төшөрә. Был күренешкә ҙур символик мәғәнә һалынған –яуҙарҙа еңеп ҡайтҡан боронғо атай-олатайҙар менән быуындар бәйләнеше сағылдыра ул, тағы ла еңеүгә ышанысты арттыра.

Спектаклдә алдан иҫкәртеү, киҫәтеү кеүек күренештәр йыш сағыла, улар аҙаҡтан үҙ-ара киҫешеп, уҡмашып, тамашасы алдына тулы картина килеп баҫа, төйөндәр сиселә, бөтә ваҡиғалар ҙа бер-бер артлы теҙелә һәм был шул тиклем оҫта эшләнгән, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, тетрәндерә, йөрәктәрҙе айҡап килтереп сығара.

Спектаклдә режиссер Рафаэль Эльдарович образында (Артур Ҡунаҡбаев) һәр тамашасы үҙен күргәндәй, ысынлап, МХО-нан ҡайтҡан яугирҙарҙың үҙәктәрен өҙөп, беҙ ҙә күңелдәренә шулай инәбеҙҙер, йөрәктәрен телгеләйбеҙҙер тигән уйҙар килә башҡа. Ирен һуғышҡа оҙатҡан Алина (Илгизә Ғилманова) образында шулай уҡ һәр ҡатын, әсә үҙен танып тетрәр.

Төп ролде башҡарған Азат Вәлитов (Артем) МХО-нан ҡайтҡан яугир-актер образын шул тиклем тәрән итеп асты, был ролдә ул уйнаны түгел, ул ысынлап йәшәне, улғынаһын, кәләшен һағынып, ул ысынлап иланы.

Спектаклдә тормош дөрөҫлөгө аяуһыҙ асып һалына. Бай режиссер улын һуғышҡа ебәрмәҫ өсөн сит илгә оҙатып ебәрә, әммә постановка аҙағында атаһын тетрәндереп, хәрби госпиталдән шылтырау яңғырай – “Һеҙҙең улығыҙ ауыр хәлдә, тиҙ арала килеп етегеҙ”. Атаһының “ Ни өсөн?” тигән һорауына улы “Мин булмаһам -кем?”- ти. Спектакль бурыс, ысын батырлыҡ һәм шәхси яуаплылыҡ һорауҙарын асып һала. Хәҙерге заманда кеше булып ҡалырға саҡыра.

Спектаклдең премьераһы  9 апрель Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында буласаҡ. Рәхим итегеҙ.

 

Фото Башинформ

"Кеше булып ҡалырға"
"Кеше булып ҡалырға"
"Кеше булып ҡалырға"
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас