+10 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.

Бөрйән район Хакимиәте мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Бөрйән районында спортҡа һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу бик көслө."Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә һәм  «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура - спорт комплексының саралар планына ярашлы, Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы ла ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) нормативтарын тапшырҙы. Улар, йәш категорияһына ҡарап, төрлө спорт төрҙәрендә үҙҙәренең көсөн һәм таҫыллығын күрһәттеләр. Ҡатнашыусылар, программаға ярашлы, йүгереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пневматик винтовканан атыу һәм башҡа төрҙәр буйынса һынауҙар үтеү майҙансыҡтарында үҙҙәрен һынанылар.

Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.

Нормативтарҙы барыһы ла уңышлы тапшырҙылар. Төп судья, Бөрйән районының ГТО тапшырыу буйынса баш инструкторы Нәсимә Ринат ҡыҙы Шәкирова етәкселегендәге судъялар Флүр Хәлил улы Дәүләтшин, Светлана Мәхмүт ҡыҙы Аҙанғолова, Нәзифә Азамат ҡыҙы Науразбаева, Фәнил Ғаяз улы Мөхәмәтйәновтар тарафынан күрһәткестәр теркәлә барҙы.
ГТО тапшырыусылар араһында Рәсимә Рауил ҡыҙы һәм Азамат Роберт улы Баязитовтар, Ғәзимә Ғәлиулла ҡыҙы Байназарова, Лариса Ғәбит ҡыҙы Маликова, Зәлиә Әнүәр ҡыҙы Ғарифуллина, Миләүшә Әғләм ҡыҙы Ямғурсина, Эльмира Ильяс ҡыҙы Муллағолова, Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова, Айгөл Файзрахман ҡыҙы Тулыбаева, Айгөл Зайнетдин ҡыҙы Әлибакова, Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова, Тайфур Рәил улы Латипов, Ғәзим Уйылдан улы Ғәлиуллин һәм башҡалар яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
-Һөҙөмтәләр яҡшы, тейешле күрһәткестәргә  коллектив өлгәште.
Һаулыҡ, яҡшы кәйеф биргән ГТО хәрәкәтендә яҡшы физик әҙерлек күрһәткән, әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә Рәсәй Федерацияһының бойороғо нигеҙендә алдағы көндәрҙә танытмалар тапшырыласаҡ, - тине мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.
Ә инде ошо эште районда ойоштороусы Нәсимә Ринат ҡыҙы Шәкирова:
-ГТО фестивалендә ҡатнашыу - ул норматив тапшырыу ғына түгел, ә үҙеңдә ихтыяр көсө тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа.
Рәсәйҙә спортты үҫтереү программаһын һәм "Оҙайлы әүҙем тормош" проектын тормошҡа ашырыуҙа - Мораҙым, Яуымбай, Мәһәҙей филиалдары менән берлектә Байназар мәктәбе коллективы ҙур өлгө.
Афариндар! - тип үҙ фекерен белдерҙе.

Сәйҙә Сәйәхова

Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Байназар мәктәбе филиалдары менән берлектә ГТО нормативтары тапшырҙы.
Автор:
Читайте нас