+10 °С
Облачно

Арата

Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында был ризыҡты “Арата” тип йөрөтәләр. Ауыл хужабикәләре әйтеүенсә, һәр ризыҡты ла бисмиллалап, күңел йылыңды һалып әҙерләһәң, тәмле лә була, уңа ла. Аратаның төп үҙенсәлеге: эслеге еләктән.  Арата – “ара” һүҙенән алынған. Ҡамырҙың ике осон йәбештергәс, ике яғында ара ҡала, шуға күрә уны ауыл халҡы “арата” тип атағандыр. Хатта уға арнап, һамаҡ та уйлап сығарғандар: “Арата, арата! Беҙҙе ҡыҙҙар ярата! Аратаның араһына Тәмлекәй кереп ята! Арата, арата! Беҙҙе ҡыҙҙар ярата, Әллә ниңә яратҡанын “Арата”, – тип аңлата. Өҫтәл йәме – арата”. – Был һамаҡлауҙы Фәүзиә Мөхәмәтйәрованан шағирә  Әлфиә Юлыҡ яҙып алған.   Ә хәҙер арата бешереү серен асайыҡ.

АратаАрата
Арата

Ҡамыр өсөн самалап он, тоҙ, ҡаймаҡ (1 кг тирәһе), 100 гр – ҡатыҡ (кефир), сода алына.

Эслек өсөн: ер еләге, ҡаймаҡ, шәкәр.

 

Ҡамыр эшләү:

Онға сода, әҙ генә тоҙ һибәбеҙ, шунан ҡамыры йомшаҡ булһын өсөн мул итеп ҡаймаҡ, әҙ генә кефир (ҡатыҡ) ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.

Ҡамырҙы 0,3 мм тирәһе ҡалынлыҡта йәйәбеҙ,  һәр яғы 7-8 см булған шаҡмаҡ рәүешендә киҫәбеҙ.

 

Эслек эшләү:

Кипкән ер еләген әҙ генә эҫе һыуҙа ебетәбеҙ, самалап шәкәр, ҡаймаҡ, он һалып бутайбыҙ.

Әҙер эслекте шаҡмаҡ рәүешендә киҫелгән ҡамырҙың уртаһына ҡалаҡлап һалып, ике яҡ ситен йәбештерәбеҙ. Ҡалған ике яғы шул килеш ҡала. Араталарҙы майланған табаға теҙеп һалабыҙ.

Иң яҡшыһы – мейестә, ул булмаһа, 180 градус эҫелектәге духовкала 40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.

 

 

 

 

Зилә Зәйнәғәбдинова,

Ьаймаҡ районы,

Юлыҡ ауылы

Автор:
Читайте нас