+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һалдат әсәһе Батыр ирҙәр үҫкән өй

Ул утыҙ йылдан ашыу ғүмерен мәктәпкә арнай. Балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәте аша донъяны танып белергә, бөйөк әҙиптәрҙең классик әҫәрҙәрендәге һәр һөйләмде, һәр һүҙҙе тойорға өйрәтә. Йәшәйештә дөрөҫ юл һайлай белеү тураһында, рух көсө хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта Гүзәл Әхмәҙиеваның үҙ тормош тарихы ла романға торошло: төп геройҙары – яугир улдары. Һәм унда мөхәббәт тә, һағыш та, ҡаһарманлыҡ та, ҡайғы менән өмөт тә бар...

Һалдат әсәһе Батыр ирҙәр үҫкән өй
Һалдат әсәһе Батыр ирҙәр үҫкән өй

Рух көсө

Әбйәлил районы Байым ауылында донъяға килгән Гүзәл бәләкәстән уҡытыусы булырға хыяллана. Рәхмәт ауылы мәктәбенә эшкә барған дипломлы йәш белгесте Басир исемле егет йәһәт эләктереп тә ала, гөрләтеп туй яһайҙар. Бер-бер артлы ике улдары тыуа. Донъяһын да гөл итеп көтә Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы, эшен дә намыҫ менән башҡара. Тәүге йылдарында – башланғыс кластарҙа, унан белемен камиллаштырып, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡытыусы дәрестә мәңгелек темалар хаҡында һөйләгәндә балаларҙы иң мөһим нәмәгә – һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға өйрәтә! Моғайын, шуға уның үҙ улдары ла оло йөрәкле, рухлы һәм ысын патриот булып үҫкәндер.

----------------------------------

«Армиянан да әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, волейбол турнирҙарында уйнап, алтын миҙалдар алып ҡайтты, – Илнур улы хаҡында әсә еңел генә һөйләгән кеүек булһа ла, күҙҙәрендә һағыш шәүләһе сағылып китә. – Үтә оло йөрәкле ине балаҡайым. Монтажсы-высотник һөнәрен үҙләштереп, Себерҙә Бованенковола вахта ысулы менән эшкә урынлашты. Унда ла спортты ташламаны, ярыштарҙа ҡатнашты. Хеҙмәт хаҡы ла арыу ғына ине. Оҙаҡ йылдар малсылыҡта көс түккән атаһына ла эргәһендә яҡшы эш тапты. Машина һатып алды, мунсалыҡ бура ҡайтартып, ағаһы менән күтәрҙеләр. Бер ҡасан да тик ултырманы: ремонтлай, бесәнен, утынын әҙерләшә. Үҙе шул хәтлем кеселекле булды, «атайым», «ағайым» тип кенә торҙо. Әле вахтала эшләгәндә, ялға ҡайтҡан арала ла мине иртән машинаһына ултыртып мәктәпкә алып барҙы, алып ҡайтты. Улым, кеше алдында уңайһыҙ ҙа баһа, тиһәм, «әсәй, һине ҡәҙерләгем килә бит», тиер ине. Үҙе «Буран микән» йырын яңғыратып ҡуя. Ундағы: «Үҙем йыраҡта булһам да, күңелем өйҙә икән, ҡапҡа төптәренә сығып, әсәйем көтә микән», – тигән һүҙҙәр әле булһа ҡолағымда сыңлай. Илнур ҡараған фильмдарҙы ҡараным, ул тыңлаған йырҙарҙы тыңланым, серҙәш булдыҡ. Уттай янып торған күҙҙәре менән йылмайып баҡһа, бөтә арыу-талыуҙарым һыпырып ташлағандай юҡҡа сығыр, хатта өй яҡтырып китер ине. Тап ул мине әйҙүкләп тигәндәй водителгә уҡыттырҙы. Хәлде һорашып көн дә шылтырата, әсәй, һин булдыраһың, тип дәртләндереп ебәрә. Бөгөн бына бар Асҡарға, теорияны тапшыр, тип тылҡый. Ҡайтҡас, үҙ машинаһында йөрөргә өйрәтте. Машинаһы аманат булып ҡалды инде бына миңә, тик үҙе генә юҡ...»

--------------------------------------

Ил саҡырғас...

Махсус хәрби операция башланғас та Илнур: «Мин унда барам», – тип һикереп төшә. Ғәжәпкә ҡалған әсәһе: «Юҡ инде, балам, ебәрмәйем, бына тигән эшең бар», – тип тә әйтеп ҡарай. Ә ул һаман, «мин барырға тейеш, ҡурҡып ултырмайым инде», тип үҙенекен һөйләй. Себергә эшкә сығып китер алдынан әсәһенә: «Был юлы сменам оҙон, төнөн эшләйем, көндөҙ йоҡлаясаҡмын, әгәр шылтыратмайыраҡ торһам, борсолма», – тип сәйер генә әйтеп ҡуя. Баҡтиһәң, бер кемгә лә өндәшмәй,  2022 йылдың майында Илнур, дүрт айға контракт төҙөп, МХО-ға юлланған була.

«Был хаҡта белеп ҡалғас, тәүҙә бик бошондом. Шылтыратмайыраҡ торһа, йөрәгемә шом төшә. Аҡсалы эш, спорт ҡаҙаныштары, яҡшы перспективалар ҙа туҡтата алмаған Еңеүҙе яҡынайтыу хыялы менән йәшәгән илһөйәр улымды», – тигәндә әҙәбиәт уҡытыусыһының һүҙҙәрендә һыҙланыу менән бергә ғорурлыҡ нотаһы ла сағылып ҡала.

Июль айында Илнур ҡаты алыш барышында яралана. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ахмед» позывнойлы Әбйәлил егете Рәсәй Президенты В. Путин указы менән Рәхмәт хаты һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Волгоградта дауаланып, август айында өйгә ҡайтып төшә ул.

«Тәненә, һөйәктәренә ярсыҡтар инеп бөткән, тегелгән ҡулы ла оҙаҡ уңалды. Шулай ҙа иң мөһиме – иҫән, тип ҡыуандым, – ти Гүзәл апай. – Һөйгән ҡыҙын һоратып, никах уҡыттыҡ. 2023 йылдың август айында матур итеп туй үткәрҙек. Рәфиә киленебеҙ менән диңгеҙ буйында ял итеп тә ҡайттылар. Артабан инде барыһы ла уң булыр кеүек тойолғайны». 

Әммә яҙмыштары бөтөнләй көтөлмәгән боролош ала. Илнур йәш кәләше менән киләсәккә ҡыйыу пландар ҡора. «Әсәй, – ти ул бер ҡайтҡандарында. –  Барыһы ла тиҙҙән тамамланыр. Еңербеҙ! Шунан беҙ һеҙҙең янға – Рәхмәткә ҡайтып төпләнербеҙ. Бер өйөр башҡорт тоҡомло йылҡы аҫраясаҡмын. Уларҙың ниндәй икәнен беләһеңме? Матур, көслө, ирек һөйөүсән...»

Улының тел төбөн аңлай әсә кеше, туҡтата алмаҫын белгәнгә, фатихаһын биреүҙән башҡа сара ҡалмай уға. Ҡустыһының артынан Илмир ағаһы ла эйәрә:

«Бергә булһаҡ, бирешмәҫбеҙ, туғаныма күҙ-ҡолаҡ булырмын». Оло өмөттәр бағлап үҫтергән ике улын, доғаларын уҡый-уҡый, юлға оҙата атай менән әсәй. Өйҙәре бушап, етемһерәп ҡала...

 

Ә Илнур... ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман яугир, халыҡ хәтерендә мәңге йәш булып ҡалыр. Түш кеҫә-һендә ил байрағы, йөрәгендә ҡайнар һөйөүе һәм йылҡы хаҡындағы яҡты хыялы менән...

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

Фото героиняның ғаилә архивынан

Һалдат әсәһе Батыр ирҙәр үҫкән өй
Һалдат әсәһе Батыр ирҙәр үҫкән өй
Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас