+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

«Ул ауылдан егет һайлама...»

– Шуныһы ҡыҙыҡ: әсәйем: «Бишауылдан егет һайлай күрмә, унда ҡатындар яман, береһенең ирен икенсеһе тартып ала, икенсеһенекен – өсөнсөһө», – тип мине ҡаты ғына киҫәтеп ҡуйғайны. Ир-егеттәр менән артыҡ аралашмаҫҡа тырышам бит инде.

«Ул ауылдан егет һайлама...»«Ул ауылдан егет һайлама...»
«Ул ауылдан егет һайлама...»

Әммә «маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән» тип йырлайҙармы әле? Ғүмер юлымда тап ошо ауыл егете – Зәбир Кәбир улының осрауы һәм, иҫ китмәле егәрле, әҙәпле, көслө Абдрафиҡовтар нәҫелен дауам итеп, тырыш, намыҫлы балалар үҫтереүебеҙ – яҙмышымдың иң изге, иң оло бүләгелер, –  ти әсә. 

Билдәле фильмда «күрше колхозда бер егет партия ағзаһын урлаған» тигән шикелле килеп сыға бында ла. Яңы армиянан ҡайтҡан бер егет, йомош тапҡан булып, гел йәш етәксе ҡыҙ тирәһендә урала. Инде ун икенсе тапҡыр көйәнтәләп һыуға килгән Бишауыл-Уңғар егетенең, биҙрәһен аяғы менән генә төртөп, һыуын түгеп ебәрә үткер ҡыҙ. Шулай ҡыҙыҡ ҡына танышып китә улар. Зәбир атлы егет күҙе төшкән һылыуҙы эштән ҡаршылап оҙатып ҡуя башлай. Бер көндө ул: «Бөгөн беҙҙең өйҙә аулаҡ, йәштәр уйынға йыйыла, Фәһимә,  һин  дә  кил», – тип үҙҙәренә саҡыра. Ҡыҙ тупһа аша атлап үтеүе була, Зәбирҙең әсәһе аяҡ аҫтына мендәр ташлап ҡаршылай. Ә таң атыуға күмәкләп Фәһимә апайҙың әсәһенә фатиха алырға баралар. Һоратыу йолаһын үтәп, ҡыҙ йортонда никах уҡыталар.

«Биш йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнем. Һәйбәт булдылар. Тәүге сабыйыбыҙға өс ай ҙа тулманы, эшкә саҡырып сығарҙылар. Ҡәйнәм – сөгөлдөрҙә, ҡайным – төҙөлөштә, мин – фермала, иптәшем – колхозда водитель. Кем бушай, шул бәпес ҡарай.   Шунан ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бәләкәс-тән эш белеп үҫте балалар. Өс-дүрт йәшлек кенә үҙҙәрен өйҙә бикләп китә инек, тәҙрәнән, түбәләре саҡ күренеп, ҡарап ҡалған булалар – бөгөн инде был башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Биш йәшлек өлкәнебеҙ көтөү ҡаршылай ҙа малдарҙы ябып ҡуя», – тип һөйләй әңгәмәсем. Бөгөн инде үҙҙәре һөнәрле, ғаиләле ҙур кешеләр улар.

 

-------------------------------------

 

Резина итек һәм үлем менән алыш

Һалҡын фермала резина итектәрҙә йөрөп, һыуыҡ алдыра ферма мөдире. Инфекция тәрәнгә китә лә операция өҫтәлендә уның ғүмере өсөн алты сәғәт көрәшә хирургтар. «Көслө ауыртыуға сыҙай алмай ята инем, ҡапыл еңел булып китте лә ҡайҙалыр остом. Мәрхүм күршебеҙ мине саҡырырға килгән икән тип күрәм. «Юҡ, мин әле бара алмайым, балаларымды кеше итмәгәнмен бит», – тием уға.  Йөрәгем туҡтап бөткәс, табиптарҙың мине үлем тырнағынан көскә йолоп ҡалыуы юҡҡа булмағандыр. Хоҙай биргән был ғүмерҙе тағы ла күберәк изгелектәр ҡылып үтергә тейешмендер, тип уйланым. Тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Үҙемә һәм башҡаларға мөнәсәбәтем йомшарҙы», – тип үҙе менән булған хәлде бәйән итә героинябыҙ. 

Колхозда эшләү дәүерендә Фәһимә Ғаяз ҡыҙы өлгөлө һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Ғәҙел етәксе, йәмәғәтсе бер нисә тапҡыр ауыл һәм район советтары депутаты итеп тә һайлана.

Мәҙәни усаҡ йылыһы

Гөрләп торған колхоздар бер мәл килеп көрсөккә терәлә. Хеҙмәт хаҡы түләнмәй башлай.  Тап шул мәлдә Фәһимә Ғаяз ҡыҙына ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире эшен тәҡдим итәләр. Ундағы хеҙмәт хаҡының 480 һум икәнен белгәс, аптырап ҡала колхозда ҡулаҡса күрмәгән баш зоотехник.

«Йәшем бара, фермала резина итектә йүгереп йөрөрлөк һаулығым юҡ, балаларҙы ла уҡытырға кәрәк, клубҡа мөдир эҙләйҙәр. Шунда ризалашайым да ҡуяйым», – тип иремә, дискотекаға барып ҡарарға булып киттем. Ул, ҡуй инде, был йәштә кеше көлдөрмә, тигәс, Зәбирҙең үҙен дә ҡултыҡлап алып сығып: «Бына, күрәһеңме? Беҙҙең балаларҙан да йәш бала-саға йөрөй, мин халыҡ менән эшләп өйрәнгәнмен, психологияны ла яҡшы беләм, ҡулымдан килер ул», – тинем. Клубҡа инһәк, «шаром покати» – бер нәмә юҡ. Ең һыҙғанып керештем: мәктәптән иҫке өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар килтерттем, эргә-тирәһен кәртәләнек. Шулай буяп, биҙәп, ҡулдан килгәнсә йыһазландырып алдым. Ауылдаштар ярҙамы менән клубтың бер мөйөшөндә милли музей ҙа ҡороп ҡуйҙыҡ: боронғо һауыт-һаба, милли ҡомартҡылар, һандыҡ, кейем, фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре – һәр өйҙән тигәндәй йыйҙыҡ. Бына ҡыҙҙарым менән балаҫ һуғырға ла, ҡорама ҡорарға ла, милли биҙәүестәр эшләргә лә өйрәнеп алдыҡ», – тип музейҙағы һәр экспонат менән таныштыра клуб мөдире.

 

------------------------------------------

 

Ауыл, район тормошона йән өргән был уттай апайҙың маҡсаттары ла ҙур. «Ҡулымдан килгәндә эшләйем әле, мәҙәниәт йортона «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь     ремонт яһатып, уны матур өлгө итеп халыҡҡа ҡалдырырға ине. Ҡыйығын, фасадын, тамаша залын яңыртһаҡ, яңы ҡәнәфиҙәр алып ебәрһәк, ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнеп китәсәк.

Сөнки мәҙәниәт йорто – ауылдың йөрәге ул», – тип тамамлай һүҙен ғүмер буйы тыуған ере, туған халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән зыялы ханым.

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

Фото А. Королев.

«Ул ауылдан егет һайлама...»
«Ул ауылдан егет һайлама...»
«Ул ауылдан егет һайлама...»
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас