+6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Димсе клубы Ҡайҙа икән йән һөйгәнем, һеҙҙең арала юҡмы?

Элек ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡайҙа танышҡан? Бик борон аулаҡ өйҙәрҙә, йыйындарҙа, йәйге уйындарҙа булһа, аҙағыраҡ клубта, уҡыу йорттарында, дискотекала, кинола һ.б. Йәштәр күҙгә-күҙ ҡарашып йәнле аралашыу мәлендә бер-береһен оҡшатып ылығып китә, егеттәр ҡыҙҙарҙы оҙата бара. Әгәр серҙәре берекһә, осраша башлайҙар. Күп тә үтмәй туйҙар гөрләй ине. Ә хәҙер, бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, халыҡ интернетта ултыра. Экран аша күрәләр, танышалар, һөйләшәләр тигәндәй. Бер-береңдең энергетикаһын тойоу, феромондар шауҡымына бирелеү, нескә ҡағылыу, серле ҡараш аша тыуған хистәр юҡ тиерлек. Социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәт аша ғына һығымта яһайҙар. Бындай шарттарҙа йәштәргә үҙенә тәғәйен генә иште табыуы еңел түгел. Әлбиттә, беҙ барыһы хаҡында ла дөйөм һүҙ алып бармайбыҙ, ә үҙ аллы тормош юлдашын таба алмаған категория хаҡында ғына. Кеше ғүмере мәңгелек түгел, йылдар үтә, ваҡыт аға, һәр кемгә лә үҙ мәлендә ғаилә бәхете кәрәк бит. Тап ошо осраҡта димселәр ярҙамға килергә тейештер, тип уйлайбыҙ. Борондан хөрмәт менән файҙаланған был һөнәр эйәләрен асҡан образдар ҙа байтаҡ әҙәбиәтебеҙҙә. Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» спектакленән Йыһан ҡарсыҡ үҙе генә ни тора!

Димсе клубы Ҡайҙа икән йән һөйгәнем, һеҙҙең арала юҡмы?
Димсе клубы Ҡайҙа икән йән һөйгәнем, һеҙҙең арала юҡмы?

Бөгөн утыҙҙы үткән яңғыҙҙарҙың күбәйеүе – йәмғиәтте хафаға һалған проблемаларҙың береһе ул. Буйҙаҡ ир-егет күңел төшөнкөлөгөнән тиҙ ҡартая, ғүмере ҡыҫҡара, ә гүзәл заттың олоғая килә бала табыу мөмкинлеге юғала. Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп, һәм милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сиктәрендә «Димсе клубы»н асҡайныҡ. Бер нисә ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың иғланын баҫмабыҙҙа сығарҙыҡ та. Башта баҙнат итеп өндәшкән кеше табылманы. Яңыраҡ ул мәғлүмәтте «Бәйләнештә»ге төркөмөбөҙгә ҡабатлап ҡуйғайныҡ, беҙгә яҙыусылар күбәйҙе лә китте.

Айырыуса ир-егеттәр һәм ... йәштәрҙең әсәләре яҙа. Тимәк, был мәсьәлә ата-әсәләрҙе лә борсой, тик улар ҡалай итеп һәм ҡайҙан эш башларға икәнде генә белмәй. Бына анализлайбыҙ: ир халҡын 30-40 йәштәрҙәге бала таба алырлыҡ ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡһындыра. Әле базабыҙҙа береһенән-береһе шәп һигеҙ ир-егет бар, улар етди мөнәсәбәттә ғаилә ҡорорлоҡ пар һайларға теләп мөрәжәғәт итте.  

Ҡыҙҙар тураһында айырым әйтмәксебеҙ. Сөнки төрлө йәштәге ҡыҙҙарға ғаиләгә бәйле һорауҙар бирҙек. Һәм яуаптар ошолай: 18–25 йәштәргә тиклемге күбеһе кейәүгә сығыу хаҡында уйламай. Йәшмен әле, тиҙәр. Юғары белем алыу, карьера эшләү, машиналы, фатирлы булыу уларҙың маҡсаты. Шулай итеп, һылыу, булдыҡлы, аҡыллы ҡыҙҙарыбыҙ үҙ аллылыҡ юлында йәшлектәре үткәнен дә һиҙмәй ҡала. Утыҙ йәштәрҙә инде тиңдәр тиңләшеп бөткән... Шулай ҙа бөтә нәмәһе лә булған ҡыҙҙарҙың ир-егеткә талаптары ла юғары. Ә бит бәхет өсөн күп кәрәкмәй, ҡыҙҙар.

Ә бына ир-егеттең теләктәре ябай: «ысын күңелдән яратһын», «бала таба алһын» йәки «алдамаһын, ихлас булһын». «Ашарға бешереү, көнкүреш мәсьәләләре улай уҡ мөһим дә түгел, сөнки үҙем дә эшләп өйрәнгәнмен», – тигәндәр ҙә бар.

Бөтә нәмә ниәттән башлана, дуҫтар. Шулай итеп – тәүәккәлләйек! Ошо оло бурысты үҙ иңебеҙгә алып, «Димсе клубы»ның эшен дауам итергә булдыҡ. Әгәр һеҙҙең арала пар эҙләүселәр булһа, тартынмағыҙ, беҙгә яҙығыҙ. Барыһы ла әхлаҡи һәм мәҙәни сиктәрҙә алып барыласаҡ. 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас