+30 °С
Болотло

Бирешмә! Әсә ҡөҙрәте

Мәскәү башҡорто, әүҙем йәмәғәтсе Нурсилә Харис ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – ҡамыр аштарын юғары сәнғәт кимәленә еткергән оҫта кондитерҙарҙың береһе. Аш-һыу фестивалдәрендә, күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан һәм милли ризыҡтарыбыҙҙы, башҡорт кухняһын донъяға танытҡан эшҡыуар ҡатын бөгөн ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Әммә уның уңыш юлы еңел генә булмаған. Яҙмышын ҡырҡа үҙгәртергә, яңы һөнәр үҙләштерергә мәжбүр иткән ҡатмарлы ғына сәбәптәре лә бар уның. Балаһының ҡыл өҫтөндәге ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың һәм булмағандың барыһын да эшләй һәм еңеп сыға ул. Әйҙәгеҙ, үҙе менән танышайыҡ.

Бирешмә! Әсә ҡөҙрәтеБирешмә! Әсә ҡөҙрәте
Бирешмә! Әсә ҡөҙрәте

Нурсилә Харис ҡыҙы Әбйәлил ра-йоны Дәүләт ауылында тыуып үҫеп, әлеге көн ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигәндәй, бәләкәйҙән Мөхөбъямал өләсәйемдең бишбармаҡ, талҡан, ҡыҙыл эремсек, ҡорот, тултырма, ҡаҙы кеүек милли ризыҡтарын ашап, әсәйемдең тәмлекәстәре менән һыйланып, үҙем дә улар кеүек бешеренергә өйрәнеп үҫтем. Күп йылдар үтһә лә, шул ризыҡтарҙы әҙерләү ысулдары минең күңелемдә бер ҡомартҡы кеүек һаҡланды һәм иң ауыр мәлдә тап ошо милли аштарыбыҙҙы әҙерләргә әүәҫлегем тормошта үҙ урынымды табырға ярҙам итте.

Әле иһә, юғары разрядлы кондитер булараҡ, биҙәкле торттар бешереү, шоколадтан бүләккә сәскәләр яһау, шулай уҡ үҙ брендым – хуш еҫле сәйҙәр сығарыу өҫтөндә эшләйем», – ти алсаҡ ҡатын.

Нурсилә Харис ҡыҙы һөнәре буйынса – бухгалтер. Магнитогорск ҡалаһында балалар йортонда эшләп йөрөгәндә  ғаиләгә бәлә килә. 2018 йылда улы менән ҡыҙы грипп менән сирләй. Киҙеүҙән улын һауыҡтырып алалар, ә бына ҡыҙының хәле яҡшырмай. Ҡапылда ишетеү, күреү һәләте юғала, артыҡ ауырлыҡ йыя башлай. Дүрт йыл буйы табиптар дөрөҫ кенә диагноз ҡуя алмай. Күпме йоҡоһоҙ төндәр, ғазаплы уйҙар кисерергә, дауахана юлдарын тапарға тура килә әсә менән балаға. Эшләргә лә, ҡыҙын дауаларға ла кәрәк. Һөнәрен ҡалдырып, сменалы магазинға урынлаша. Күҙ алдында шиңә барған ҡыҙын һауыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша Мәскәүгә квота юллай. Тикшерелеү үткәндән һуң шул асыҡлана: гриптан һуң ике генетик код үҙгәреш кисереп, мутация барлыҡҡа килгән.

«Антибиотиктарҙы дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында ҡыҙымдың ҡолағы ишетмәй, күҙҙәре яйлап күреү һәләтен юғалта башлаған. Сурдолог күҙәтеүе аҫтында ғына йәшәргә мәжбүр бөгөнгө көндә лә Дилара. 18 йәше тулғас, күҙҙәренә операция яһатырға уйлайбыҙ», – ти Нурсилә ханым.

Мәскәүҙә зыянһыҙыраҡ антибиотик менән дауаларға мөмкин икәнен әйтә табиптар. Был препаратты сират буйынса алдан яҙылып ҡына алырға була икән. Ә Дилараға ул аҙна һайын кәрәк. Ваҡытты оҙаҡҡа һуҙырға ярамай икәнен төшөнгән ҡатын, препаратты етештерә торған берҙән-бер завод барлығын һәм уның Мәскәү эргәһендә урынлашыуын белеп, уның директорына барырға тәүәккәлләй. «Бәхетемә күрә, бик яҡшы кеше булып сыҡты, мине ҡабул итте. Эшкә алды, хеҙмәт хаҡы иҫәбенә дарыуҙар бирергә риза булды завод хужаһы. Завод эргәһенән фатир, мәктәп таптым, балаларҙы күсереп алдым. Шулай итеп, ҡыҙымды дауаланыҡ. Балалар менән бергә булыр һәм уларҙы мәктәпкә, дауаханаға йөрөтөр өсөн өйҙән генә эшләү уңайлы була тип кондитер һөнәрен үҙләштерҙем», – тип һөйләй ул.

---------------------------------------

Киләсәккә хыялым –  үҙемдең кондитер цехын булдырып, халыҡҡа хеҙмәт итеү. Ҡасандыр мәжбүри рәүештә башлаған эшем хәҙер инде ғаилә бизнесына әйләнде. Улым колледжда уҡый. Ул – уң ҡулым, фудфотограф. Аҙыҡ-түлек, төргәктәр  һатып алыу, бизнесты киңәйтеү менән шөғөлләнә.  Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы үткәргән эшҡыуарҙар бизнес-клубы осрашыуҙарына йөрөй,  уларҙы танытыу, бизнесты өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса ла эшләй.

Ҡыҙым – минең һул ҡулым. Художестволы биҙәлеш, таргет, йәғни билдәле бер йүнәлештәге онлайн-реклама өсөн яуап бирә, социаль селтәрҙе алып бара. Шулай уҡ продукциябыҙҙы етештереүҙә, оҫталыҡ дәрестәре, саралар ойоштороуҙа ярҙам итә. Изге Рамаҙан айында ифтарға тәм-том әҙерләп, ураҙа тотҡан мосолмандарҙы һыйлау күңелебеҙгә йыуаныс һәм дәрт өҫтәй», – тип изге ниәттәре хаҡында ла һөйләй эшҡыуар ҡатын.

Регина Камалова.

 

Фото героиняның ғаилә архивынан

Автор:Регина Камалова
Читайте нас