+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. БАШЫ.

Хеҙмәттәше Әхмәт баш сайҡап: -Сабый,- тип ҡуйҙы. - Сабый инде, -тине инабатһыҙ ғына Рәфил.-Шундай итеп кейенеп алған, әйтерһең урамда 18-19 быуат...Был заманда теләһә ниндәй ойошмалар тупһаһын тапарға ҡаласа мобиль кейенергә кәрәк, ерҙе һеперерлек оҙон итәк менән беҙҙәй нәҙек бейек үксә түгел.Үҙе лә атлай алмай, башҡаларға ла мәшәҡәт яһай. Коллегаһы һирпелеп ҡарап ҡына ҡуйҙы, һүҙҙе ҡуйыртманы.Иркә малай...Кемгә килгән ине икән? Рәфил һымаҡ ваҡ-төйәк белгестәр янында туҡтамағас, үрҙәгеләрҙең танышылыр, тура үтерлек булғас, юҡ кеше түгел үҙе лә.Хәйер, уныһы төҫ-ҡиәфәтенән үк бөркөлөп тора - үҙ баһаһын юғары тотҡандар алдында башҡалар ҙа үҙҙәре лә иҫкәрмәҫтән,бил бөгөңкөрәүсән. Ҡыҙыҡ, шундай үҙ-үҙҙәрен яратыу менән мәшғүлдәр башҡа кешене ярата беләме икән? Ғөмүмән, "возлюби ближнего как самого себя" тигән пәйғәмбәр, үҙең һымаҡ яратыу нисек була икән?

Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. БАШЫ.
Синьора. Хикәйә. Рәйлә Сабитова. БАШЫ.

-Рәхмәт, иркә малай!-нәҙекәй билдәрен һығылдырып торған оҙон итәкле күлдәгенә эләкмәй бейек баҫҡыстан нисек имен-аман төшөргә белмәй торған ҡупшы ханым Рәфилдең йүгереп тигәндәй барып, ваҡытында көслө беләген таянырға тәҡдим итеүенә харап ҡәнәғәт ҡалды. Тауышының сылтырлап торған сағыу биҙәктәрен сыңлатып һөйләшеүе етмәгән, күҙгә ихлас һәм туп-тура ҡарай. Кәүҙәгә аттай таҙа булһа, был ҡараш тәккәберлек кеүек күренер ине, ә былай- баһадирҙай Рәфилгә ул хәс бәләкәс ҡыҙсыҡ ише аҫтан өҫкә текләй. Өҫтәүенә беләгенә нәфис кенә бармаҡтарын сытырман батырҙы, гүйә, әле иркәләгәнде лә аңларлыҡ булмаған өркәк бесәй балаһы...

"Иркә малай". Һы. "Матур малай" тигәндәре лә булды уға, "аҡыллы" тигән ҡылыҡһырламаһын да йәлләмәнеләр, "батыр" ҙа булды. Әммә иркә тигәндәре...Ниңә шулай тине икән был көйәҙ ханым апаруҡ йәшкә- 25-кә еткән иргә? Көтөп торған машинаға ултыртып ебәргәнсе бер ике ауыҙ һүҙ һөйләшеп өлгөрҙөләр.Ошонда уҡ эшләүсе хеҙмәткәрме, осраҡлы тап булған мөрәжәғәт итеүсеме тип асыҡлауы булдылырмы.Рәфилдең бығаса күҙ күрмәгән  мәҙәнилек өлгөһө итеп ҡуйырлыҡ өлгөрлөгөнә яңылыштан шаһит булған бүлмәләш хеҙмәттәше Әхмәт баш сайҡап:

-Сабый,- тип ҡуйҙы.

- Сабый инде, -тине инабатһыҙ ғына Рәфил.-Шундай итеп кейенеп алған, әйтерһең урамда 18-19 быуат...Был заманда теләһә ниндәй ойошмалар тупһаһын тапарға ҡаласа мобиль кейенергә кәрәк, ерҙе һеперерлек оҙон итәк менән беҙҙәй нәҙек бейек үксә түгел.Үҙе лә атлай алмай, башҡаларға ла мәшәҡәт яһай.

Коллегаһы һирпелеп ҡарап ҡына ҡуйҙы, һүҙҙе ҡуйыртманы.Иркә малай...Кемгә килгән ине икән? Рәфил һымаҡ ваҡ-төйәк белгестәр янында туҡтамағас, үрҙәгеләрҙең танышылыр, тура үтерлек булғас, юҡ кеше түгел үҙе лә.Хәйер, уныһы төҫ-ҡиәфәтенән үк бөркөлөп тора - үҙ баһаһын юғары тотҡандар алдында башҡалар ҙа үҙҙәре лә иҫкәрмәҫтән,бил бөгөңкөрәүсән. Ҡыҙыҡ, шундай үҙ-үҙҙәрен яратыу менән мәшғүлдәр башҡа кешене ярата беләме икән? Ғөмүмән, "возлюби ближнего как самого себя" тигән пәйғәмбәр, үҙең һымаҡ яратыу нисек була икән?

Бына, Рәфилдең әсәһенең, мәҫәлән, был ҡупшы ханым һымаҡ  үҙен һылап-һыйпап ултырырға ваҡыты ла юҡ. Ир, йорт, хужалыҡ, мал-тыуар,биш бала...Ҡайҙа ти ул матурлыҡ салондары, кейем тулы бутиктар, дизайнер биҙәнгестәре уға... Иртән тора һалып сәсен яулыҡ аҫтына тыға һала ла, ихатаға, аҙбарға, бөтмәҫ мәшәҡәттәргә сума. Көтөүен ҡыуып, иренең, балаларының тамағына иртәнге сәйен әҙерләй һала ла эшенә йүгерә. Эштән әлһерәп ҡайта ла тағы ла шул мал һәм йорт мәшәҡәте.Ғаиләләге  Һәр береһенең мохтажлығын иҫтә тот, кеменә нимәне беренсе сиратта йүнләргә, өйҙөң мәңге өйөлөп бөтмәй торған ниндәй мөйөшөнә нисек сырса еткерергә. Аҡсаның иң кәрәкле әйберҙәрҙән тыш саҡ ҡына артығыраҡ килгән сағы булһа, нисек тә балаларына матурыраҡ кейем, йортҡа йыһаз алыу хәстәрен күрә. Рәфилдең туйына, әсәһен үҙенә  яңы күлдәк һәм туфли һатып алырға көсләп тигәндәй мәжбүр иттеләр балалары. Унда ла үҙенең төп ҡоҙағый булып, түр башында ултырырға тейешлегенән уңайһыҙланып бер булды. Башына ла яулыҡ ҡына япмаҡсы ине, апаһы үпкәләп тә, йүпәләп тә тигәндәй , әсәһенең сәсен буятып, килешле генә итеп өйөп ҡуйҙы. Атаһы ҡатынын тәү күргәндәй, һоҡланыуҙан һүҙ әйтә алмай ауыҙ йырып ултырҙы. Әҙәм күрке сепрәк тип, юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде, Рәфил дә әсәһенең матурланып, йәшәреп киткәненә иғтибар иткәйне. Тик уныһы ғына, ниңәлер ҡәнәғәтһеҙ: "Бер кейеп һалыр өсөн шул саҡлы аҡса түк әле,- тип бошондо.-Һеҙгә бер нисә меңгә күберәк тейер ине,исмаһам. Күлдәкте әхирәтемдекен дә алып торған булыр инем әле." Ҡара аҡыл менән йәшәргә өйрәнгән әсәһе, бындай ҡупшыҡайҙар кеүек тыш ҡиәфәтен генә ҡайғыртмай, үҙен ғаиләһенә, балаларына арнаған. Ә теге көйәҙ ханым шулай булдыра алыр инеме икән? Буй-һындары бер ҙә миктәмәгән, тәнен боҙмаҫ өсөн бала ла тапмағандыр, бәлки, ауыр эш ғүмерендә лә күргәне юҡтыр. Эш тип ни...Рәфил дә, бер ҡараһаң, вагонлап йөк бушатыусы түгел инде,түгелен. "Офис планктоны" тиҙәр уның һымаҡтарҙы. Донъянан диуар менән бүленеп, аквариумдағы ише, көн оҙоно компьютерға текәлеп ултырған өсөндөр инде. Тыштағы һауа торошон эшкә килгән-киткән арала ла, ялда күрәһең.Планктон тормошонан башты ял иттереүҙең бер юлы әлеге лә баяғы социаль селтәрҙәр гиҙеү. Айҙар ғына түгел, йылдар күрешмәгән таныштарҙың, дуҫ-иштәрҙең хәлдәрен осрашып-гәпләшеп түгел, соц.селтәрҙәге сәхифәләренә күҙ йүгертеп хәбәрҙар булаһың. Ниндәйҙер ысын түгел ысын тормош...

Эшендәге тәнәфестән файҙаланып, аккаунтына кереп сыҡмаҡсы булғайны, ниндәйҙер пабликка саҡырыу килгән. Фәлсәфә, психология, эзотерика...Шундай пландағы төркөм икән. Хикмәтле хикәйәсектәр, булған хәлдәр, теге йәки был ситуациянан кем нисек сығыр ине тип, һорауламалар. Араһында аҡыллы-аҡыллы цитаталар, бал тамып торған шиғыр юлдары...Ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм хыянат мәсьәләһенә арналған бер постҡа нисәлер минут эсендә генә йөҙҙән ашыу комментарий яҙғандар. Кешегә сәйнәргә ләстит кенә бир, ете яттыҡын энәһенән ебенәсә тикшерергә, аҡыллы кәңәштәр бирергә әүәҫтәр ҙә инде.Шул хәтле көстө һәм энтузиазмды үҙ ғаиләләрен дөрөҫ ҡороуға йүнәлтһәләрсе! Күптәр үҙҙәренең фекерҙәрен икенсе исем аҫтына ҡасып яҙа, шифрланалар, шпиондармы ни...Яҙаһың икән,фекерең булһын! Ә хаҡлығыңды яҡлай бел,ҡурҡып-боҫоп ултырма! Бер комментарийға тиҫтәләгән "лайыҡ" ҡуйғандар. Авторы-шулай уҡ "фейк"-сәхифә. Үҙе хаҡында шәхси мәғлүмәт юҡ, "дуҫ"тары- быуа быуырлыҡ, фотолары юҡ, тик рәсемдәр генә. Хәйер, "һаҡланған фоторәсемдәр" папкаһы ҡалын ғына күренә, шуны байҡарға кәрәк. Ул альбом шуныһы менән яҡшы-сәхифәңә кереүселәр уны ҡарап тормаусан, сөнки улар ҡулланыусының үҙе өсөн генә кәрәк, йәки уға ғына ҡыҙыҡ мәғлүмәт. Бәй, бер күмәк фотола баяғы ҡупшы ханым тора бит, кәттә генә ирҙәр ҡамауында.Тағы бер күмәк фото, тағы...Һәм барыһында ла Ул бар,һәм барыһында ла- уртала..."Таптыңмы мине,иркә малай?"тигән шикелле йылмая береһендә. "Дуҫ"тарынан башҡа бер кем дә хәбәр ҙә, фотоларға комментарий ҙа, сәхифә битенә лә яҙа алмай икән, шулай ҡорған интерфейсын. Ярар һуң, әйҙә "дуҫ" булайыҡ ғүмер-ғүмергә, йырҙағыса булмаһа, исмаһам, замана технологиялары тәҡдим иткән дәрәжәлә булһа ла...Яуап оҙаҡ көттөрмәне, иртәгәһенә үк Рәфилгә байтаҡ мәғлүмәт асылған ине инде.Ғаилә хәле графаһы буш түгел, тәғәйене күрһәтелмәһә лә, "кейәүҙә" тигән билдә тора. Йәше, тыуған көнө билдәһеҙ,ә бына балалары бар тип күрһәтелгән. Үҙ фотолары менән бер альбом ҡуйған икән. Һәр береһе аҫтында әллә кемдәрҙән комплименттар, мөхәббәт аңлатыу, осрашыу тәҡдим итеү..."Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" тигән берәү, ай-һай, донъяны аҙҙыралыр ул. Бына бит-кейәүҙә лә, балаһы ла бар, ә сит ир-аттарға сибәрлеге менән тынғы бирмәй, ымһындыра, ылыҡтыра. Шул тиклем иғтибарға, наҙлы һүҙҙәргә, табыныуға үҙе лә битараф ҡалмайҙыр инде моғайын, кемгәлер барыбер яуап бирәлер. Рәфил кеүек ябайҙарға әйләнеп тә ҡарамайҙыр, хатта яңы ғына осрашҡандарын,таныш икәнлектәрен дә онотҡандыр, кем белә. Шулай уйлап, яңы "дуҫына" бер хәбәр ҙә яҙмағайны, тегеһенең фотоларына, ҡайһы бер постарына "лайыҡ" ҡуйып сығыуы ҡыйыулыҡ бирҙе. "Яҙыуыңды көткән инем" тип яуаплауы иһә, башҡа бәрҙе. Һауалылыр, күҙгә лә элмәгәндер, тигән ҡурҡыуы көслө булғанғамы икән?

Ҡатын-ҡыҙ затынан дуҫтары юҡ Рәфилдең. Булғаны ла булманы. Инетта уҡығайны, имеш тә, ҡатын-ҡыҙ бер, ир-егет икенсе планетанан. Осраҡлы ғына Ерҙә тап булышҡандар ҙа, эргәләш йәшәп яталар. Бергә түгел, ә тап эргәләш. Арҡалаш ҡайһы берҙә. Төрөктәрҙә дуҫты арҡалаш тиҙәр. Тимәк, ир менән ҡатынды ла асылда дуҫлыҡ тойғоһо бәйләргә тейеш була? Бәлки шулайҙыр ҙа, мөхәббәтте үтә тиҙәр бит,имеш, ғүмере өс йыллыҡ,ә артабан-бер-береңә күнегеү,күнеү...Ҡатыны менән уның ул өс йыл үтте, өйрәнештән тыш, йәш ярымлыҡ улдары ла бар. Иптәштәре араһында кемдәрҙер икенсе-нисәнсе "мөхәббәт" алмаштыра. Ә дуҫтарҙы алмаштырмайҙар,һәр хәлдә Рәфил өсөн  дуҫлыҡ- көслөрәк һәм ышаныслыраҡ  тойғо.

- Ҡатыныңдың сәхифәһен ҡарап сыҡтым, ҡәнәғәт ҡалдым.

-Шатмын. Беҙгә гел "матур пар " тиҙәр,былай.

- Эйе, килешәһегеҙ, һүҙ юҡ."Бик ныҡ иремде яратам" тигән ахмаҡ статустар яҙмаған, бергә төшкән фотоларығыҙ ҙа артыҡ сөсө түгел,тәбиғи. Постары буйынса ла йәшерен конфликт, йәки депрессия тойолмай.

- Яратам,тип яҙһа насар булыр инеме ни?

Аптырата ханым шуның һымаҡ хәбәрҙәре менән. Нисек кеше менән  танышмай, һөйләшмәй тороп, уның ниндәй уйҙар менән йәшәгәнен,аҡыл кимәлен, күңел тәрәнлеген  белеп була инде? Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәфил бергә йәшәһә лә бик ҡыҙыҡһынғаны юҡ ҡатынының фекере менән. Татыулыҡ бармы-бар, әрләшкәндәре юҡ, малай үҫә, ҡараулы. Бер туҡтауһыҙ мөхәббәт һөйләшергә бала-саға түгелдәр, ғаилә ҡоролған икән, тимәк барыһы ла яҡшы.

- Ғаилә мөхәббәттән тыуырға тейеш түгелме ни? Ҡатын ирен ярата икән, һәйбәт түгелме ни?

-Һорауыңа үҙең үк яуап бирҙең түгелме ни? Ғаилә ысынлап та мөхәббәткә ҡоролорға тейеш. Яратыу бит ул яр һалыуға мохтаж түгел. Әйҙә, бер-береңде, хистәреңде ҡәҙерләп, бәхетеңә сумып, йәшәп тик ят! Ә бына бар ғаләмгә "Иремде өҙөлөп яратам"тип яр һалаһың икән, тимәк, ғаиләңдә тиген түгел. Суп та суп үбешеп төшкән фотолар менән сәхифәңде тултыраһың икән, арала йылы хистәр булмауын аңлауҙан ҡурҡаһың, быны үҙ-үҙеңдән дә йәшерәһең...Бәхетле кеше ғаиләһен күҙҙән дә,һүҙҙән дә һаҡларға ынтыла, бәхетен ғәмгә күрһәтмәй. Ә бына кем кейәүгә кемгәлер үс итеп кенә сыҡҡан, йөрәге түрендә һаман сәстәре бәйләнергә насип булмаған йәрен йөрөтһә, эйе, яҙыр ҙа, ҡысҡырыр ҙа, "мин бәхетле" тип...Бер яҡтан үҙ-үҙен, икенсенән, башҡаларҙы, өсөнсөнән-онота алмаған кешеһен шуға ышандырыр өсөн! Ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен ғазапларға ярата бит ул, күпме ҡыҙҙар үҙ бәхетен үс алыуға ҡорбан итеп, яратмағаны менән ғүмер уҙғара, яратҡанын утҡа һалып, үҙе ялҡынында өтөлә...

Һы...Ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәр логикаһы менән буйлап етмәҫлек ҡылыҡтар ҡылып ахмаҡлана алыуы сер түгел Рәфилгә. Апаһы беренсе һоратҡан кешегә кейәүгә барҙы, яратҡан егетенең икенсе ҡыҙҙы оҙатҡанын ишетеп. Ысынмы ул хәбәр-юҡмы - асыҡлау ҙа юҡ, аңлашыу ҙа юҡ. Туйы алдынан һөйләшергә килгән һөйгәненә "Барыбер һинән алдараҡ сыҡтым кейәүгә" тип үсәне-үсәне лә, аҙаҡ, иҙәнгә тәгәрәп ятып иланы. Бер тапҡыр тәккәберлеген еңеп һөйләшеп-аңлашып, артабан бәхетле булыу урынына, бер тапҡыр ғорур ҡалып, ғүмер буйы яратмаған кеше менән ғазапланыуҙы һайланы. Аҡылы бар тиң инде шуларҙы.

 Ғаиләһе менән ҡәнәғәт былай Рәфил. Дуҫын әрмегә оҙатыу мәжлесендә тура килделәр кәләше менән. Һылыу, аҡыллы, ипле генә ҡыҙ. Күп тиңдәштәре етеш ғаиләнән сыҡҡан фатирлы-машиналы "мажор" эҙләгәндә, ул Рәфил һымаҡ ябай ғына студент егеттән танау сөйөрмәне. Эсеп-тартып боҙолоп та өлгөрмәгән. Матур йөрөнөләр, хистәре уртаҡ ине, йылы. Универҙы бөткән йәй үк өйләнештеләр ҙә, һәр йәш ғаилә кисергән ауырлыҡтарҙы ыңһарламай ғына үткәреп йәшәп яталар. Йәшнәү-күкрәүҙәрһеҙ, талаш-тартышһыҙ ябай ғына, ҡәҙимге, үҙе ынтылған тормош.Зитына тейгән торлаҡ мәсьәләһе берәй заман хәл ителһә, шул, артығы кәрәкмәй ҙә.

- Ғаилә карабын һаҡлау өсөн икең дә тырышырға тейеш. Төҙөү-бер, төҙөлгәнде емермәү-икенсе. Һыйыр тулаһа-аттан яман, ҡатының әлегә туларға уйламай, шуныһы яҡшы. Ә бына һинең яҡтан барыһы ла шыма ғына түгел...

-Нимә булған минең яҡҡа?

-Һинең яҡтан ғаиләңә ҡурҡыныс янай,тим.

- Нисек инде? Бәлки һинең яҡтандыр?

Ханым Рәфилдең күңеленә ҡорт ырғытты ла, "онлайн"дан сығып тайҙы.Вәт һин уны,әй! Нимә эшләгән әле ул ғаиләһенә ҡурҡыныс янарлыҡ? Эшкә ваҡытында килә, ваҡытында ҡайта. Хәмер-фәләнгә битараф. Аҡсаһын ҡатынынан йәшермәй. Сит бисәләргә һеләгәйен ағыҙып ҡарағаны юҡ. Нишләп улай килделе-киттеле хәбәр менән Рәфилдең бәрейен ҡуптарҙы һуң әле ул бисә, ә? Әллә нисә көн аңлатма талап итеп, әңгәмәсеһен "онлайн"да һағаланы, бер-бер артлы смс-тар оҙатты. Хирыслығы уянды, барыбер яуап бирәсәкһең,тип ҡәһетләнде.

- И-и-и "һары томшоҡ" дуҫҡайым минең! Һөҙөшөргә өйрәнә башлаған тәкә бәрәсеме ни! Минең бер фразама бәйләнеп нисә көн буйы аралашыу, хатта аңлашыу талап итеүеңде нисек аңлатырға тағы?Етмәһә, ғаиләңә хәүефте "бәлки һинең яҡтан янайҙыр" тиһең. Тимәк, мин һине тулҡынландырам, мөнәсәбәт хаҡында уйланырға мәжбүр итәм. Ысын семьянин булһаң, күптән минең барлыҡты онотоп, ғаиләң мәшәҡәттәренә сумыр инең, ялда ҡатыныңдың күңелен күреү хаҡында уйлар инең.Ә һин уның урынына миңә смс яҙып ултыраһың,яуап бирмәгәнемә асыуланаһың...Минең үсекләүем-һылтау ғына һиңә. Күңелеңдә һин күптән инде һәүетемсә тормоштан ғарҡ булғанһың,мажараға тартылаһың.Тик шуныһы-миңә бәйләнеп үҙеңдең нимә менән уйнарға маташҡаныңды аңламайһың!

- Йә-йә, әйтеп ҡара, мин нимә менән уйнарға маташам һинеңсә?

- Һин бит минең яланғас күңелемде иң затлы трофей итеп һунар табыштарың рәтенә элеп ҡуйғың килә. Элеп ҡуйырға ла, үҙ-үҙең менән маһайырға. Бына мин ҡандай, ниндәйерәк аҫылҡошто буй һындырҙым тип... Мин үҙемде һинең "яуламаларың" араһында нисек тойорома төкөрөп тә бирмәйһең. Кемдәрең генә бар инде унда? Тормош тәжрибәһе булмаған сабый ғына ҡыҙ-ҡырҡын да, танһығын ҡандырырлыҡ йүнле ирҙе табып үҙ янында тота алмаған бер төнлөк бисара ҡатын-ҡыҙ...

Һы...Вәт әй, ҡатын-ҡыҙҙы аңлап ҡара. Бер ике ауыҙ һүҙ һөйләштем дә, "ВК"-ла фотоларына "лайыҡ" тартып сыҡтым тип...Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным һиңә бер ыштан! Аралашыуҙарына ай ҙа юҡ, ә ханым һинең турала һығымталар яһап та ҡуйған.

Хәйер...Сәпкә теймәһә һүҙҙәре, көлөр ҙә ҡуйыр ине. Рәфилдең апаруҡ тәжрибәһеҙлеген дә, күңелендә ҡомар уяна башлауын да әллә ниндәй һиҙемләүе менән килтереп сығарыуы ҡыҙыҡһыныуҙы оторо ләүкетте лә ебәрҙе.Тәбиғәтенең иң төбөндә ятҡан Нәфсе тигән нәмә бөтә ярай-ярамайҙарҙы йырып өҫкә табан юрмалай башлаған түгелме...Күҙҙәрен ярым ҡыҫып ҡына "иркә малай" тип һүҙ ташлауы һуң? Онотолмай һис. Нимә булды ул? Иркә вәғәҙә итеүме? Иркәләгәнеңде теләр инем, тиеүеме?..Башҡаларға ғәмһеҙ, берсә һауалы ла ҡараған тәккәбер ханымдың, һинең генә ҡосағыңа балауыҙҙай иреп һеңеүе, наҙҙарыңа буйһоноп, ирендәреңдән тамшанып ләззәт һемереүе... насармы ни? Үрҙең текәрәген, бейегерәген яулау, алманың үрелеп алғаны татлыраҡ, ҡәҙерлерәк тә була түгелме ни.

- Шулай ҙа булһын икән ти...Ә һин быға нисек ҡарар инең?Тураһын әйткәндә?

-  Әлегә уйынды төшөнмәйһең... Һин торасаҡһың трофейҙар галереяһында, мин түгел.

-Һинең галереяңда?

-Эйе...шуға риза булһаң...

Маҡсаттың һөҙөмтәһе бер үк икән, кем-кемдең трофейы икәнен асыҡлау кемгә кәрәк? Уйын икән-уйын. Ҡарап-ҡарарбыҙ, кем бында "һары томшоҡ"һәм "тәкә бәрәсе"!..

                                     Х            Х        Х

-Холҡоң сәмсел. Оҡшай миңә шундай ир-егеттәр. Нервы бөтөүен-бөтә, тик ыңғайҙар, йыуашыраҡтар менән тәм тапмайым.Тик бер генә үтенесем бар һиңә...Миңә мөккибән китмә һәм бер ҡасан да һинән башҡа тормошом менән ҡыҙыҡһынып зитыма теймә.

- Ҡайҙа була һуң ул "зит" тигәндәре? - шаяртыуға бороп ҡатындың ҡалҡыу-ятыу ерҙәренә төрткөләне- Бындамы,әллә бындамы?..

Тегеһе ҡушылып шырҡылданы:

- Бында ла тейергә ярай,унда ла...Тәнемә ярай, йәнемә-юҡ...

Сәйер генә тойолһа ла, Рәфилдең ул һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә теләге уянмай. Минеке буласаҡһың,тип ҡәһетләнеп биргән һүҙен-һүҙ иттеме-итте...Хәҙер еңеүенә кинәнә. Тәне лә, йәне лә...Ниндәйҙер яңы тойғолар,яңы кисерештәр асыла, әллә тормошо,әллә үҙе икегә айырылды.

Бар ине Рәфилдең курсында бер егет.Әллә икенсе курста уҡығанда булды, үҙенән байтаҡҡа өлкән ҡатын менән йәшәй башланы. Йәшәй тип, хәҙергесә "ҡунаҡ ғаилә" инде.Тирә яҡта матур ҡыҙҙар туп-тулы саҡта, ул апайҙа нимә тапты, тип аптырай торғайнылар. Бер шулай тегенең теле асылғанмы, серләшкеһе килгәнме саҡҡа  тап булып,байтаҡ һөйләшеп ултырырға тура килде.

- Барлы-юҡлы стипендияғыҙға ашауҙан өҙөп ҡыҙыҡайыңа сәскә-бүләк алған булаң...Кино-клубҡа алып бараң. Ә ул, дурочка, рәхмәт тә әйтә белмәй. Ерле юҡ сәбәп тапҡан булып үсегә, инәлтә, көнләшеп теңкәңде ҡорота, каприздары менән елеккә үтә. Ни тураһын әйтмәй, ни ташлашып ҡуйып булмай, ни нормально йөрөп булмай...Йә финанс яҡтан ауыр сағың, йә берәй проблемаң булһын- йылы һүҙ ҙә көтөп ала алмайһың,ҡайҙа ти ул аңлау, хәлгә кереү? Ҡайҙа ти ул,күңелеңде күтәреп ебәреү, йәшәүгә дәртләндереү? Ә ысын ҡатын-ҡыҙ икенсе бит ул.Илһам сығанағы, алиһә... Барам янына- тамаҡ һыйлы, түшәктә лә эш көйлө. Ҡыланып та,ялындырып та маҙаңа теймәй. Өс тинлек бүләк бирһәң- алтын-көмөш алғандай, рәхмәтле.Тамағыңды ғына түгел, өҫ-башыңды ла ҡарай, кәйефеңде лә күрә,эштәрең нисек бара-ҡыҙыҡһына. Ниндәй проблемаң булһа ла, кәңәш-төңәш итеп була. Донъя күргән кеше булараҡ, һәр саҡ аңлай, фәтеүәле һүҙ әйтә,кәрәк саҡта-йыуата, кәрәк саҡта ҡаты ғына орошоп та ебәрә...

- Ысынлап өйләнергә уйлайһыңмы уға? "б-у" киленгә ата-әсәйең шатланмаҫ бит?

-Унан бигерәк, ул үҙе минең менән яҙмышын бәйләмәйәсәк. Тормошоңдо емергем килмәй,ти. Ҡанаттарың нығындымы, бейегерәккә осҡоң килер,ә мин баулап торған һымаҡ булырмын,ти. Берәй заман кәләш алыр булһам да, уның фатихаһын алмай булмаҫ.Ҡатын-ҡыҙ бер-береһен яҡшыраҡ белә, яңлышырға ирек бирмәйәсәк миңә. Ул шул тиклем аҡыллы,мине үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ белә. Әлеге эш урыным булыуына ла уға бурыслымын. Студент ҡынамын, тәжрибәһеҙ, алмаҫтар, тип башыма ла килмәҫ ине собеседованиеға барыу."Холҡоңа тап килә, динамикалы, үҙгәреүсән, самай һинең һымаҡ кешенең эше,-тип дәртләндерҙе.-Булдыра алаһың!" Энергиямды ҡайҙа тығырға белмәгәнгә бәргеләнеп-һуғылып йөрөгәнмен икән шуғаса, эшкә төшкәс аңланым. Ваҡытында йүнәлеш биргән кешем булмаһа, аҙып-туҙып, берәй бәләгә тарыған булыр инем...

Рәфил дә уның һә тигәнсе ҡыҙып, кешегә осоп-ҡунып бәйләнә торған шөпшә холҡон иҫләне. Хәҙер уның үҙенекен тылҡыу, гел бәхәсләшеүгә әҙерлеге, төбөнә төшмәйенсә ҡуймау кеүек һыҙаттары карьера үҫешенә ярҙам итә, ана нисек!..

Курсташының шул саҡта нимәне аңлатып маташыуын Рәфил яңы төшөндө.Эш бында тамаҡ туҡ, өҫ бөтөнлөгөндә генә лә тормай. Эргәңдә башыңдағы һоро массаны эшләтергә мәжбүр иткән, камиллашырға рухландырған шәхес булыуы ла кәрәк,имеш. Йөрәк тә, баҡтиһәң ҡанды тегеләй-былай ҡыуыусы ғына түгел, һағына ла, хәтирәләрҙән сымырлай ҙа, дарманды дәрт менән уятыусы ла орган икән. Ә яңы мөнәсәбәттәрҙең уңайлылығы һуң?! Ярһыу йәш-елкенсәк кеүек, көнөнә ҡырҡ тапҡыр шалтыратаһы, смс яҙаһы, сәскә-бүләк ташыйһы түгел.Ҡайҙа булдың, кем менән, ниңә оҙаҡланың,тип һорау алыу ойоштормай. Ул ғына ла түгел, осрашыуҙан ҡайтышлай үҙе сәсе-фәлән йәбешеп ҡалмағанын, хушбуй еҫе яғылмағанын, помада-фәлән эҙе юҡлығын тикшереп сыға. Бер ҡасан да шалтыратып уңайһыҙ хәлгә ҡуймай,ҡатыны  шикләнерлек смс-тар яҙмай. Юҡһа, булғыланы Рәфилдең йәшлек хаталары. Төн уртаһында шалтыратып маҙаһыҙлағандары булды.Ҡатынын төрлөсә алдап-йолдап ситуациянан саҡ сыға ине. Улары ла йөрөрҙән түгел, осраҡлы ғына тап булған бер төнлөк йәрҙәр инде.Тормош бит, йә ҡасандыр  ымһынып та, ваҡытында тәтемәгәне менән үсен ҡандырҙы, йә ҡатынының һаулығы бурыстарын үтәргә ҡамасаулаған ваҡыт тура килә. Хыянатҡа иҫәп түгел,ҡыҫҡаһы, былай, шаярыу ғына. Тик ҡатынының ул мажаралар хаҡында белмәүе хәйерле. Былай ҙа сәғәт һайын тигәндәй "һин мине яратаһыңмы" тип мейене ора. Көнөнә йөҙ тапҡыр әйтһәң дә туймаҫ шул һүҙҙән. Ҡабатлап тик торорға, Рәфил тутыйғоштор шул! Буласаҡ балаларының әсәһе итеп һайлаған, өйләнгән, ваҡытында яратыуын әйткән, нимә үҙгәргән шунан бирле? Бүрәнә үтә бүре күреп йөрөмәһә...

Ә был яңы йәренә һүҙҙәр кәрәкмәй. Комплименттар ҙа, матурлығын маҡтау ҙа, ныҡ оҡшағаны хаҡында ла. Башҡаларҙан бер башҡа өҫтөнлөгөн,һоҡландырғыслығын әйтмәксе булғайны бер тапҡыр, тегеһе шунда уҡ Рәфилдең ауыҙын баҫты.

- Бер ҡасан да! Бер ҡасан да мине кемдәндер өҫтөн ҡуйып һүҙ һөйләмә!-тине ҡараштары менән өтөп.- Мин өҫтөн икән-тимәк,сағыштыраһың. Сағыштыраһың икән- тимәк мин берҙән-бер түгел, ә ни бары сираттағыһы. Ә мин күптәр рәтендә тора торған кеше түгел...

Бына ул, бер ниндәй мәғәнәһе булмаған ҡатын-ҡыҙ логикаһы! Рәфилдең малай түгеллеген яҡшы белә, ғаиләһе барлығын да, атай икәнен дә. Шул шарттарҙа берҙән-бер булыуҙы нисек итеп күҙаллай икән? Ҡыҙыҡ кеше ул шулай ҙа. Осрашҡан һайын яңы һыҙаттары асыла бара. Тәү күргәндәге үҙ-үҙен генә яратыусы ,һауалы бер ханым тигән фекере ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Юҡсы, бер ҙә эре ярма түгел икәнсе. Күпме проблемаларын иғтибар менән тыңлап ултыра, тейер генә кәңәшен әйтә, күҙ күрмәгән кәртәләрҙе нисек урап үтергә аңлата, кәйефе төшкәндә йыуата, дәрте ташҡанда- тынысландыра. Уның эргәһендә икенсе кеше була ла ҡуя Рәфил, үҙенә ышанысы арта, күңелендә һиллек. Башҡалар менән улай булманы. Ҡатыны алдында ла ғәйеп тойғоһо уянып йонсота, тегеләргә лә  битарафлыҡ баҫа, бер ҡыҙығы бөткәс. Шуға Әхмәттең тура килгән береһен дә буш ҡалдырмай алаңлап тороуына аптырай торғайны, ауыртмаған башҡа таяҡ нимәгә кәрәк булды икән,тип. Кәрәк икән шул. Тик таяҡ түгел, ә маяҡ!..

- Тик һин миңә ғашиҡ булма,йәме...-Һәр тейер-теймәҫ ҡағылыуыңа тертләп торған нәфис,йоҡа ғына тиреле нәзәҡәтле йән эйәһенән бындай һүҙҙәр иҫкәртеү түгел, ымһындырыу һымаҡ яңғырай.- Бер заман кем икәнемде төшөнөрһөң дә, хәтерең ҡалыр...Рухың һыныр. Көслө зат тиһәләр ҙә, ирҙәрҙең күңеле кәүшәк, ыуалып бара...Күпме йәш егеттәр мөхәббәте хыянатын кисерә алмай үҙенә ҡул һала, ә ҡыҙҙар ундай хәлгә тарығанда күҙ йәшен түгә-түгә лә, артабан йәшәй...

- Мин һинең ниндәй булыуыңа ла  әҙермен. Ата-әсәйеңде үлтергәнеңме, ун иргә барғаныңмы, егерме аборт яһатҡаныңмы...Мин кеше тураһында баштан уҡ тик насарҙы уйлайым, аҙаҡ күңелем ҡайтып, йөрәгемә яра булмаһын өсөн...

- И-и-и...һары томшоҡ...Күңелеңдең нескәлеге мин уйлағандан да былайыраҡ икән...Юрамал да ҡыҙыҡһынма минең менән, һүҙ бир!-Рәфилдең уның һүҙенә тамсы ла ышанмағанын күреп, талсыбыҡ кәүҙәһе менән көрмәкләшергә ташлана.- Һүҙ бир, ғашиҡ булмаҫмын,тиң!

- Ярай-ярай, булмам!- көлә егет.- Баш өҫтө, ханша! Ләббәйкә, маликә.

-" Ханша"һы тупаҫыраҡ яңғырай, ә бына "мәликә"һе оҡшай. Ярай, малик, ышанам һүҙеңә, иҙелгә таянма,иргә ышанма,тиһәләр ҙә...

Шунан бирле мәликә тип өндәшкеләй, ҡуяным, аппағым тип булмай бит инде, башҡаларҙы атаған ҡушамат менән...Етмәһә үҙен тотошона ла шул һүҙ тап килә, берҙән-бер һәм тиңдәшһеҙ.

                                             Х         Х            Х

- Күрше бүлектәге Людочка көнөнә биш керә ошонда, әллә бөйөр һөйөүсеһе юҡ...-Әхмәттең төрттөрә икәне барып етмәй Рәфилгә башта.

- Программам асылмай ти бит. Бисә-сәсәне нимә тип тоталарҙыр ошондай эштә. Барып ҡараһам, проводы разьемдан ғына ысҡынған, шуны ҡарарға башы етмәгән. Ундай иғтибарһыҙлыҡ менән нисек башын онотоп ҡалдырмайҙыр берәй ерҙә.

- Бында иғтибарһыҙлыҡта кемделер ғәйепләп булһа,тәүге ғәйепләнеүсе һин үҙең,ҡустым.

- Нимә-ә-ә? - ихлас аптыраны Рәфил.-Людочка күрәләтә алдындағын ҡарамай, ярты көн буйы биш кереп эшһеҙ тапанды, ә мин- "иғтибарһыҙ"?!

-Әлбиттә, һин! Людочка бында һинән артығыраҡ эшләй. Эш мәнеһе белмәһә урынына ирешә  алмаҫ ине, шулаймы? Тимәк, мәсьәләне хәл итә ала, ләкин...Ләкин һинән кереп ярҙам һорай...Рәхмәт әйтергә сәйгә лә саҡырҙы, шулаймы? Алдараҡ килгән булһам да,бер ҙә миңә мөрәжәғәт итмәне әле ул, сығып китте. Һин күренгәнсе һәүетемсә эшләп ултырҙы бит ул, программаға һис зарланманы...

Шунда ғына Рәфилгә Людочканың балҡып йылмайыуҙары ла, аңғармаҫтан ҡағылып китеүҙәре, сәйгә ихлас саҡырып рәхмәтен белдерергә тырышыуҙарының әрәсәһе барып етте. Ана нимә! Емләй икән,баҡтиһәң! Элек уның һымаҡ ым-ишараны шунда уҡ тотоп ала торғайнысы, әле иғтибар ҙа итмәгән шул. Нишләп улай булыуы мөмкин? Һуҡыр-һаңғырау түгел, барыһы ла үҙ урынында. Мөккиббән китерлек эш-шөғөлө лә булманы. Людочка ла күҙ төшөрлөк сибәр бисә,тик.... Юрамал да бәйләнгеһе килмәй, ҡыҙыҡ түгел бер нисек тә. Сөнки...Сөнки Рәфилдең иғтибарын, уйын, күңелен тулыһынса биләгән мәликәһе бар...Тәненә лә,йәненә лә сихәт бүләк иткән, башҡаларҙы төҫһөҙ күләгәгә әйләндергән һөйәр бикәһе...Әллә ярата башлаған уны Рәфил? Ҡатынының нимәлер тип мыжып ҡолаҡ итен сәйнәүенә лә битараф. Дуҫ-иштәре менән мунса-шешлек кеүек "ирҙәрсә ял итеү"гә саҡырыуҙарынан да баш тартып килә ҡасандан бирле. Осрашыуҙан ҡайтыу менән икенсеһенә әҙерләнә башлай. Бәхәсләшә башлаған темалары буйынса китаптар аҡтара, эсенән генә үткер яуаптар төҙөй, ҡатындың ҡайһы бер фекерҙәренә төшөнөргә була баш ватып уйлана, йә иркәләрен иҫләп хисләнә...Уның бар яҡтан да- тышҡы матурлығы , зиһен асыҡлығы, холҡо менән дә килгәнлегенә һоҡлана. Ниндәй ҡатлы-ҡатлы күңел унда, уй менән дә буйлап төбөнә етмәҫлек. Күҙ һирпеп бер ҡарауы менән кемдең-кем икәнен аңлап, үҙен нисегерәк тоторға, ситуацияны ҡалай үҙ файҙаһына борорға икәнен күреп, тотоп алған мәликәне бер ҡатлы ҡатыны менән сағыштырып йәне көйөп китә ҡайсаҡ. Ҡайҙа инде унда ир-ат халҡын сәтләүек урынына ярып,мейеһен кимереп булһа ла,үҙенә хеҙмәт иттерә алырлыҡ рух һәм зиһен көсө! Рәфилдең параллель тормош менән йәшәп ятҡанын да тоймай бит, исмаһам. Хет берәй туҙынып, үҙенең боламыҡ түгеллеген иҫбатлаһасы иренә! Әйтеп ҡуйғайны бер саҡ мәликә:

-Йәшлек- тәккәбер, һынауҙарҙы үтеп нығынған тәжрибәлелектең унан гүзәлерәк,татлыраҡ була алыуына ышанмай. Ҡатының үҙе бала ғына бит әле. Етмәһә,матур ҙа. Шул йәш һәм матур саҡта алданаһың инде ирҙәрҙән. Донъя тулы интрига ла хөсөт икәне башҡа ла кермәй. Хыянаттар, ялғандар кемдеңдер бүтәндең тормошон емерер,ә һиңә теймәҫ кеүек. Мөхәббәттең көсө шул тиклем, иреңдең башҡаларға ҡарай алыуы уйға ла кермәй. Ҡатының да шулай...Минең һымаҡ "не первой свежести" апайҙың уның йәшлеге һәм һылыулығы менән ярыша алыу мөмкинлеген  күҙ алдына ла килтермәй. Теләһәм, һә тигәнсе уға иң яҡын әхирәт булып, һин дә белмәгән эс серҙәрен систереп,ҡурсаҡ театрындағылай, тамаша ҡылып ултыра алыр инем. Тап  ҡулымдан килгәне өсөн, быны эшләмәйем. Сөнки әлеге заманда мин кешенең күңел бысраҡлығының бер төрлө дәрәжәһенә лә аптырамайым. Ә бына сафлыҡ, мәкер менән боҙолмағанлыҡ, кешелеккә бер ҡатлы ышаныусанлыҡ мине аптырата, хатта һоҡландыра. Бик һирәктәр генә ғүмер аҙағына тиклем һаҡлай ала балалығын. Донъя саңы барыбыҙға ла ҡуна, барыбыҙҙы ла тоноҡлай, барыбыҙ ҙа керләнәбеҙ...

Шундай ваҡыттарҙы ярата Рәфил. Эсеңдәге йәшерен уйҙарыңды һүҙһеҙ ҙә аңларлыҡ кеше булыуы ниндәй бәхет уйлап ҡараһаң. Бер-береңә ҡарата сикһеҙ аяулы мөнәсәбәт, бер тулҡында йөҙөү, тып-тын ғына ҡалып тирә яҡтың наҙ, бөткөһөҙ наҙ менән хискә мөлдөрәмә тулыуын тойоу, шуға шатланыуҙан хәмерһеҙ ҙә иҫереү...

Ә мәликә кисерәме икән уға ҡарата шуны? Рәфил тураһында уйлаймы, осрашыуҙы көтөп аламы? Үҙен һағындырған кеүек дәрәжәлә һағына беләме икән? Ғашиҡлыҡ- ҡыҙыҡ хис. Ул һине күктәргә күтәрерлек итеп осош ләззәте лә кисертә ала. Керпек ҡаҡҡансы, һағыштарыңдың уртаҡ булмау мөмкинлегенә хәүефләнеүҙән гүрҙәргә тығылырҙай ауыр йөк булып йөрәгеңә ята ала. Таныш та һымаҡ, икенселәй ҙә кеүек был хистәр. Ҡатыны менән аралары йылы ине,ә бында- көйҙөрә башланы.Ул саҡта үҙенең мәңгелек иптәшен табыуҙан күңеле тынысланғайны, бында иһә аңлашылмаған мөнәсәбәттән үрәпһей, яуап талап итә башланы...Ысын әле. Ниңә мәликә уға бер ҡасан да йәшәгән адресын биргәне юҡ? Бер ҡасан да ғаиләһе, яҡындары,әхирәт-фәләне хаҡында һүҙ ысҡындырмай. Ул ғына ла түгел, нимә менән шөғөлләнеүе, ниндәй сырсаға йәшәүе тураһында ла белмәй Рәфил. Осрашып йөрөгән фатир арзандарҙан тормай, уның түләүен мәликә гел үҙе генә хәл итә. Бергә саҡтарында шалтыратһалар,йә трубканы алмай, йә икенсе бүлмәгә сығып, шым ғына һөйләшә.Кем булғанына аңлатма бирмәй. Ғөмүмән, Рәфилде үҙ мөхитенә яҡын юлатмай. Әллә ышанмай, әллә тиң күрмәй, әллә тағы берәй нимә...йәки берәйһе?..Нимә көтә уларҙы артабан? Әгәр уға ошо хистәрен,хафаларын асып һалһа? Ни тип яуап бирер ине икән?Баштан уҡ "тик ғашиҡ булма" тип ниңә иҫкәртеп маташҡан булды?Ул саҡта уҡ күҙаллаған бит тимәк, ниңә ҡурҡты? Тойғоларыңа яуап бирмәйәсәкмен тигән ишараһы булдымы, әллә ситтә берәйһен яратып йөрөйме, уны түшәк рәхәте өсөн ябай арлан кеүек кенә файҙаланып? Ҡалай ҡыйын булып китте. Һинең яҡты хистәреңдән шым ғына көлөп, ихласлығыңды бысраҡҡа һалып тапаһалар, был донъяла кемгә ышанырға ла, ни хаҡына йәшәргә? Әле генә күңеле бөп-бөтөн, күтәренке ине, ни арала күңел күген ҡара болот ҡапланы ла, йөрәгенә ҡара ҡандар һауҙы. Көтөп алған осрашыуға язаға тарттырылған бисаралай өҫтөрәлеп барып етте. Йөрәккә бер ҡорт төшһә, шул бит ул. Артыҡ яҡын алып, үҙ йәнен үҙе талап хыялый була торған холҡо бар Рәфилдең. Эшендә лә шулайтып йонсой, саҡ ҡына ғәҙелһеҙлек күреп ҡалһынмы, үҙе берәй ерҙә кескәй генә хата ебәрһенме- көндәр буйы үҙен ғәйепле тойоп, уйланып йөрөй. Ә бында иһә,бөтөнләй әллә нимә. Камиллыҡ, нәзәҡәтлелек өлгөһө итеп, күктәргә күтәрерҙәй булып табынған алиһәһенең асылда ире өҫтөнән йөрөгән бер уйнаш бисә икәне иҫенә төшөп, башы вайран булды. Аҡыллы һүҙҙәр һөйләп, фәлсәфә һатып, йәш ир менән танһығын ҡандыра ла, ҡайтып иренә нисек ярамһаҡланып  алдай-йолдай икән был юха? Свиданкаларға кейенеп -яһанып сығып китеүен нисек аңлатҡан була икән, әхирәттәр менән осрашам, типме? Ә аҡсаһы өсөн яуап биргәндә, оялмай ҙа, балаларға шуны-быны алдым,тип борғоланамы?

 

ДАУАМЫ БАР.

 

Фото А. Королев

Автор:
Читайте нас