

-Әлеге ваҡытта Яҙыусылар союзының проза секцияһында ун алты ҡулъяҙма ята. Уларҙың өҫтөндә әле эшләйһе лә эшләйһе. Төп етешһеҙлектәр түбәндәгеләр: хикәйәләрҙең инеш өлөшөнөң оҙон булыуы, системалылыҡ булмауы, оҙон ҡатмарлы синтаксик конструкциялар күп, хикәйәләрҙең иншаға оҡшап китеүе, диалогтар юҡлығы. Шулай уҡ һөйләм төҙөлөштәре дөрөҫ түгел, ҡайһы бер һүҙҙәр дөрөҫ мәғәнәлә ҡулланылмай, яҙыусылар әҙәбиәт теорияһы закондарын онота, хикәйә жанры талаптарын үтәмәй, уҡыусыны тәүге юлдарҙан уҡ ҡыҙыҡтырып, ылыҡтырып алып китеүсе характер юҡ, -тине Миләүшә Ҡаһарманова, анализ эшләп. - Әҫәр өмөт уятырға тейеш, ә ҡурҡытырға, ерәндерергә, ҡотон осорорға тейеш түгел. Герой үҫештә бирелә - тип, хикәйә яҙыу буйынса оҫталыҡ класы күрһәтте һәләтле прозаик.
- Хикәйәнең исеме тос, ҡыҫҡа, ҡыҙыҡһыныдырыусан булһын, ситуация, ваҡыт, урын күрһәтелһен. Әҫәреңде яҙып бөткәс, үҙеңә ҡысҡырып уҡырға, сит кешенән (йәштәрҙән, балаларыңдан) уҡыттырып ҡарарға кәрәк. (Әйткәндәй, хәҙерге йәштәр – бик шәп тәнҡитселәр.) Унан редакторға биреп уҡытып ҡарарға, йәштәргә үҙеңә остаз алып, унан өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер авторҙар ҡурҡып, оялып яҙалар, батыр яҙған авторҙарға мин Миләүшә Ғәйфуллинаны, Рәйлә Сабитованы индерер инем, тине Миләүшә Ҡаһарманова. - Беҙҙең ҡайһы бер авторҙар тәнҡиттән ҡурҡа, күтәрә алмай, үпкәләй.
Ултырышта ҡатнашыусылар хәҙерге башҡорт әҙәбиәте буйынса төрлө фекерҙәрен әйтте, уларҙа туҡталып үтәйек:
Ғәҙилә Бүләкова, филология фәндәре кандидаты:
Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары:
Ғәлим Хисамов, яҙыусы:
-Хәҙер уҡыусы роман уҡымай. Шуның өсөн интернет талаптарына яуап бирерлек яңы жанр уйлап сығарыр кәрәк. “Тарихи һүрәтләмә” тигән жанр тәҡдим итәм. Тарихи романдарҙан алып ҡыҫҡа йөкмәткеле әҫәрҙәрҙе интернетҡа ҡуйһаҡ, уҡыусы уларҙы уҡыясаҡ.
Шулай уҡ Ғәлим Хисамов яҙыусыларҙың әҫәрҙәре башта урындағы ултырыштарҙа, райондарҙа тикшерелеп, шунан ғына республика кимәлендә тикшереүгә сығарылырға тейешлеген билдәләне. Яҙыусылар союзында протокол төҙөлә, шунда яҙылған етешһеҙлектәр бөтөрөлмәйенсә әҫәр китап итеп баҫтырылыуға сыға алмай, тине ул.
Лариса Абдуллина, Башҡортостандың халыҡ шағиры, “Аҡбуҙат” журналының баш редакторы:
Был саранан һуң яҙыусылар үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы, кәрәкле мәғлүмәт алды, бик ҡәнәғәт ҡалды. Бындай осрашыуҙар бик кәрәк, өс айҙа бер ошолай осрашып, фекер алышып, осрашыуға студенттарҙы ла саҡырып, кәңәшләшеп торорға кәрәк тигән ныҡлы ҡарарға килеп таралышты улар.
Роза Хөснуллина