+30 °С
Болотло

Хәҙер алдашмайым. Мәрәкәле монолог

Микрофон алдында Ҡәҙербай тора: елкәһен ыуа, сәстәрен һыйпай ҙа тәрән көрһөнә.– Әһ-һ! Мин дә йәшәйем был донъяла. Бәй, шулай тимәй, ни әйтергә? Исемем Ҡәҙербай булыу менәнме – ҡәҙерем булмағас. Ҡатыным хөрмәт күрһәтеү урынына көн дә талай – кеше түгел, эт ғәрләнерлек һүҙҙәр ишетәм бит: «Ғәмһеҙ, болһоҙ, бошмаҫ! Нин­дәй егеттәр йөрөнө артымдан – мин һине һайланым. Етешһеҙ йәшәремде бел­һәм, һине ете саҡрымдан урап уҙ­ған булыр инем. Алдырыр көн яҙҙырыр – бәхетһеҙлегемә осратҡанмын». Шу­лай ярһый. Бөтәһен дә һөйләргә ҡеүәтем етмәҫ (Ҡәҙербай йәнә тәрән көрһөнә). Ә бит ҡасан ғына ап-аҡ тештәрен йымылдатып, ҡап-ҡара күҙ­ҙәрен йылтыратып, иркә бесәй кеүек күкрәгемә һыйынған һылыу ҡыҙ ине. Һамаҡлаған таҡмағын тыңлап туймай инем: «Батырым, матурым, ыласыным!» Хәҙер нәҡ мәскәй әбей: сырайы – күк йөҙөн тотош ҡаплаған ҡара болот; иҙәнде иҙерҙәй итеп шартлата баҫҡа­нын күргән әҙәмдең иҫе китер. Фил тигән хайуан да шул саҡлы яман атламайҙыр. Аш-һыу әҙер­ләргә йыбана – бешергән ризығын ауыҙға алырлыҡ түгел – тәмһеҙ.

Хәҙер алдашмайым. Мәрәкәле монологХәҙер алдашмайым. Мәрәкәле монолог
Хәҙер алдашмайым. Мәрәкәле монолог

– Ашамлыҡты татлы бешерергә ҡасан өйрәнерһең икән? – тим, аптырағас.
– Аш тәмле, табын йәмле булһын өсөн аҡса кәрәк, аҡса! Башыңды ах­маҡҡа һалма! Етте! Түҙмәнем түгел, түҙҙем – бынан һуң сыҙай алмайым: йә хеҙмәт хаҡы юғары эш тап, йә... (Ҡәҙербай тәрән көрһөнә.) «Йә» тип, икенсегә ниңә ләпелдәгәндер. Йөрәген ниҙәр өйкәгәнен әйтеп бөтмәне. Ә ми­нең күңелемә шик-шөбһә йүгерҙе: әллә ташларға уйлай микән? Хәҙерге бисә­ләрҙән бөтәһен дә көтөргә мөм­кин. «Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра» тигәндәре бик дөрөҫ.
Көйөнөсө-һөйөнөсө менән ғүмер тиҙ үтә. Беҙ ҙә ғауғалы булһа ла, тиҫтә йыл тирәһе бергә йәшәгәнебеҙҙе һиҙмәнек. (Ҡәҙербай сәстәрен һый­пай, көрһөнә.) Шулай сираттағы йыл­дың 1 апрелендә – Көлкө көндө – ҡунаҡ булып, күңел асыр урынға таланып-яфаланып ултырам. Кинәт яңы өй­ләнеш­кән мәл хәтеремә төштө. Тәүге эш хаҡымды Зилзиләмә (ысын исеме – Зәлиә: үҙенә белдермәй генә шундай ҡушамат таҡтым – эсемдән генә әйтәм) биргәнемде иҫләнем. Ул ҡы­йынһына аҡсаны алырға, ҡулдарын артҡа йәше­рә. Ояла инде – сикәләре бешкән алманан былайыраҡ ҡыҙарған.
Өс-дүрт ай үттеме-юҡмы, барыһы ла яйланды – аҡсаны уңайһыҙланмай ала, һанай-һанай ҙа кеҫәһенә һала.
Кинәт бала сағым күҙ алдына баҫ­ты: 1 апрелдә кемделер алдайһың – йә ҡунаҡҡа саҡыраһың, йә мунса тө­шөргә... Табын әҙер түгел, мунса яғылмаған... Әбейҙәр кәнфит, йә биш тин аҡса тоттора. Кәнфит менән аҡ­саға ҡыҙығып, берәүҙе генә түгел, бер нисә ҡортҡаны саҡыраһың. Кино килгән булһа, кәнфитте ауыҙға ҡаба­һың да клубҡа сабаһың. Күңелле, рәхәт. Һин ҡайтыуға әбей-һәбей көлөшә-көлөшә, һөйләшә-һөйләшә сәй эсә, аҙаҡ арҡаңдан һөйөп, «аҡыллы малай» тип маҡтайҙар. Ни арала килеп еткән­дәр, әсәй ни арала мунса яҡҡан, ни арала томалаған? Әсәйҙең ҡоймағы ҡойолған, табын уртаһында самауыр йырлап ултыра. Көлкө көндө һәләк яратам: тамаҡ һыйлы, күңел көр, кәйеф күтәренке. 1 апрелдең йылға бер мәр­тәбә килеүе генә йәл.
Уҡырға төшкәс, бындай байрамдар туҡталды, шай.
...Шуларҙы уйлап ултырғанда кеҫә телефоным шылтыраны. Әлхәм ағай икән. Бер ойошмала эшләйбеҙ. Байрам хөрмәтенәнме, бәлки, бүтән сә­бәптәндер, уның «теле сиселгән». Оҙаҡ ғәпләштек.
Зилзиләмдең, әй, Зәлиәмдең күҙ­ҙәре аҡайҙы:
– Аҡса бөтөрөп, ниңә оҙаҡ һөйлә­шәһең? – тип аҡыра.
– Минең шеф Әлхәм ағай үҙе шылтырата бит, телефонға ул түләй. Ошо айҙан хеҙмәт хаҡымды икеләтә күтә­рергә вәғәҙәләй. – Был хәбәрем әле генә хәтерләгән бала саҡ хәтирәһенең ғилләһе ине, шикелле... Телем телгә йоҡмай алдайым.
Хәләлем, киреһенсә, бер килке тел­һеҙ ҡалды. Шул тиклем матур йылмай­ҙы, башын күкрәгемә терәп иркәләнде лә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.
Күп тә үтмәне, күркәм табын әҙер ине.
– Булғаны менән байрам! Аҡса ал­ғас, бишбармаҡ та, манты ла, былау ҙа – йәнең ни теләй – тәмле тәғәмдәр бешерермен! Ыласыным, Көлкө көнө ме­нән ҡотлайым, – ти Зилзиләм, әй, Зәлиәм – бергенәм.
Бер ай үтеп тә китте – аҡса алыр көн етте. Беҙҙә эш хаҡын айына бер генә бирәләр.
Ҡайтҡас та, ғәҙәттәгесә, хеҙмәт хаҡымды ҡатыныма тотторҙом. Уның һөмһөрө ҡойолдо:
– Ниңә әҙ? – ти. – Ҡалғанын ҡайҙа ҡуйҙың?
– Тиненә тиклем һиңә бирәм дә – һана яңынан.
– Хеҙмәт хаҡыңды Әлхәм ағайың икеләтә арттырҙы бит!
Өнһөҙ ҡалдым: 1 апрелдә шаярт­ҡанымды онотҡайным шул.
– Тимәк, һөйәркәңә тотонғанһың! Әллә ситтә үҫкән балаң да барҙыр...
– Бер генә лә ғәйебем юҡ, көфөр һөйләмә, – тим, аҡланам.
– Улайһа, ресторанда ултыр­ғанһың!
– Һиңә өйләнгәс тә, ресторан ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын да оноттом.
– Аҡсаңды йыйып, сит илгә һыпыр­тырға уйлайһыңдыр. – Зилзиләм, әй, Зәлиәм һаман ел-дауылын дауам итә.
– Сит илгә һыпыртыр өсөн ҡаҙна кеҫәһен буйтым һыпырырға кәрәк­леген беләһең бит. 1 апрелдә һинең күңелеңде күрәйем, кәйефеңде күтә­рәйем, тип кенә алдашҡайным, ғәфү ит! – Аяҡ быуындарым бушаны – аңғармай ҙа ҡалдым – ҡатыным алдына ҡапыл тубыҡландым...
Юғары хеҙмәт хаҡы алырлыҡ эш урыны эҙләп, күҙҙәрем тондо. Һеҙҙә аҡсалы урын юҡмы, йәмәғәт? Хәбәр итегеҙ, йәһәт килеп етермен.
Хәҙер Көлкө көнөндә алдашмайым.

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.

Фото Мария Выблова

Автор:
Читайте нас