Элек Зелимхан кистәрен әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙә генә була тип уйлай ине. Ул – кәкре бармаҡлы, бөкрө яуыз ҡарсыҡ, изге, һәйбәт кешеләргә гел хөсөтлөк ҡыла. Зелимхандың тормошонда, таныш кешеләр һәм әйберҙәр араһында уға ҡыҫылырлыҡ урын да юҡ һымаҡ. Шулай ҙа малай Баанан ҡурҡа, үҙҙәренә килеп сығыр тип шөрләй. Ҡайһы берҙә, төн уртаһында уянып, тын алырға ла шөрләп, ҡыштырлауҙарға, шығырлауҙарға, баҡсалағы ел һыҙғырыуына ҡолаҡ һала.
Хәҙер инде ул Бааның ҡайҙа йәшәүен тәғәйен белә, шуға күрә көндәр буйы «Элемтә бүлексәһе» тигән яҙма эленгән өй ҡаршыһында үләндә ултыра. Бааны күҙәтә. Ә ул – аҫтыртын, эшләгән булып ҡылана. Кешеләр уға түңәрәк тәҙрә аша телеграммалар, квитанциялар бирә, ваҡ аҡсаларын һанай, йылмая, хатта: «Рәхмәт, Зәйнә», – ти. Улар уның бер ниндәй ҙә Зәйнә түгел икәнен белмәй, ни өсөн көндәр буйына түңәрәк тәҙрә артында ултырғанын төшөнмәй. Быны Зелимхан ғына белә. Ул, уның атаһы һәм дуҫы Шәрпедин Бааның телефон һаҡлауын белә.
Бер йыл элек Зелимханға дүрт кенә йәш ине. Бына ул яҡты нурҙар үтәләй яуған ҡояшлы ямғырҙың туҡтауын көтөп, верандала баҫып тора. Бер минуттан һуң бөтәһе лә ялт итә: үләндәр, емеш ағастарының япраҡтары емелдәй. Ҡояш, көндәлек мәшәҡәтле юлын үтеп, урманлы тау артына йоҡларға тәгәрәй. Еләҫ елгә ағас япраҡтары һелкенә, ергә тамсылар ҡойола. Зелимханға ниндәйҙер таныш моң ишетелгәндәй була, ләкин күпме генә ҡолаҡ һалып тыңламаһын, һүҙҙәрен айыра алмай.
Ул тупһанан еүеш үләнгә һикереп төшөп, баҡса буйлап йүгерә. Ҡарт алмағас янында әле генә ел-ямғыр өҙөп төшөргән ҙур ҡыҙыл алманы алырға эйелә.
Зелимхандың күҙе был алмаға әллә ҡасан төшкәйне. Хәҙер ул – усында, ҡыуанысы эсенә һыймай: тап яртыһын әсәһенә ҡалдырыр. Юҡ. Тешләп, тәмләп кенә ҡарар, тотош әсәһенә бирер. Әсәһе дауаханала уның. Унда ятыуына ике аҙна була инде. Хәҙер ул атаһы менән бер бүлмәлә йоҡлай, әүен баҙарына китер алдынан яугирҙар, яуҙар, аждаһалар тураһында әкиәттәр тыңлай. Ә әсәһе бөтөнләй башҡа әкиәттәр һөйләй торғайны.
Зелимхандың донъяла иң ныҡ теләгәне – әсәһенең бөгөн үк, ошо минутта уҡ ҡайтыуы. Әкрен генә шығырлап ҡапҡа асылһын да әсәһе ишек алдына инһен ине. Ул йүгереп барыр ҙа уны тубыҡтарынан ҡосаҡлап алыр. Әсәһе уны ҡосағына ҡыҫыр, күтәреп әйләндерер, күккә сөйөр. Ул көлә-көлә күккә осор, әсәһе лә көлөр, уларға ҡарап ҡояш та йылмайыр…
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.