+30 °С
Болотло

Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя

Ир кеше өсөн тыуған ерендә ныҡлы аяҡ баҫып тороуҙан да олораҡ бәхет юҡтыр. Был йәһәттән ата-бабалар рухы менән һуғарылған, кендек ҡаны тамған изге йәнтөйәгендә ябай көндәлек мәшәҡәттәрҙән ҡот һәм ырыҫ табып йәшәй белгәндәр даланлы. Белорет районы Үткәл ауылынан Хәлил Ғәлиәхәмәт улы Мөхәмәтдинов – тап ана шундайҙарҙан.

Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъяИрҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя
Ирҙәрҙең аҫылдары Күнәктәге аҡ донъя

– Донъяң йырлап алға барһын, балаларыңдың өҫтө-башы бөтөн, тамаҡтары туҡ, киләсәктәре ышаныслы булһын тиһәң, тәгәрмәстәге тейен кеүек әйләнәһең дә әйләнәһең инде. Сөнки һыйлы көнөң – һыйырҙа. Һөттөң бер литры – 70 һум, бер кило эремсек – 200, ә ярты кило ҡаймаҡ 400 һум тора. Ошо тәү ҡарамаҡҡа аҙ ғына күренгән һандар ярайһы ғына килем килтерә, иң мөһиме – күне-гелгән, яратҡан эшеңдең һөҙөмтәһе бар, – ти Хәлил ағай һәм йәнә лә өҫтәй: – Әлбиттә, сығымдар күп, һыйырҙарҙың һөтө мул, ҡуйы булһын өсөн йыл буйы комбикорм ашатабыҙ, ә уға ғына айына яҡынса 50 мең, көнөнә бензинға ла арыуыҡ ҡына китеп тора. Бесәнде лә кеше ҡушып эшләтәбеҙ, сөнки үҙебеҙ генә атҡарып сығырлыҡ түгел. Йылҡы малы ла тотҡайныҡ – бөтөрҙөк, әлеге лә баяғы ваҡыт яғы самалы. Ҡош-ҡортто ла күпләп үрсетмәйбеҙ, һурпаһы татлы тип ҡаҙ ғына тотабыҙ. Ит һатмайбыҙ, быҙауҙарҙы үҫтереп, үгеҙҙәрен тереләй тапшырабыҙ, ә таналарҙы яҡын-тирә ауылдарҙан килеп алалар.

........

2-3 һыйырҙы ишәйтеп 11-гә еткерҙем дә үҙ йүнемде үҙем күрә башланым. Ун йыллап күрше ауыл эшҡыуарҙарына һөт продукцияһы  тапшырҙыҡ, улар уны ҡала баҙарында һата ине. Һуңынан машина алып, үҙем тотоноп киттем.

Уның һүҙҙәрен ҡеүәтләп әңгәмәгә Флүзә ханым да ҡушыла:

– Эше барҙың – ашы бар. Ҡарап торғаныбыҙ – шул мал. Донъя йөгөн күмәк көс менән, бергә-бергә тартабыҙ. Ышаныслы таянысың, хәстәрлекле ирең булыуы һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет инде ул.

Тыныс тәбиғәтле, шаян телле, тормош яратыусан ул Хәлил ағай. Ә донъяһы, кәртә-ҡураһы, ысынлап та, сынъяһау. Һәр ерҙә күркәм тәртип, йыйнаҡ бөхтәлек. Ауыр тип заманына һылтанмай, һәр көндән йәм-ғәм табып, донъя күсәрен ҡулдарында ныҡлы тотҡан ошондай уңған ир-аттарыбыҙ булғанда тамырыбыҙ бишеге – ауылдарыбыҙҙың йәшәүенә яҡты өмөт бар!

Айзилә Мортаева.

Автор:
Читайте нас