

Ҙур булмаған был мәҡәләлә телебеҙҙең лексик-семантик байлығын, мөмкинлектәрен өйрәнеүҙә фольклор белгестәре тарафынан бик үк өйрәнелмәгән жанр – лаҡаптың ролен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуймаҡсымын. Әйткәндәй, фольклорсылар араһында лаҡаптарҙы айырым жанр итеп ҡарамайынса, бары тик көләмәс тигән дөйөм атама аҫтында ғына өйрәнеү күҙәтелә. Ә бит уйлап ҡараһаң, улар араһындағы айырма байтаҡ. Иң мөһиме, лаҡаптарҙа ҡасандыр, кем менәндер ысынлап та булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән ителеп, тыңлаусыларға ниндәйҙер фәһем биреү менән бергә, телебеҙ үҙенсәлектәрен күрһәтеү ҙә күҙ уңында тотола.
Беҙҙең Айһылыу исемле һүҙгә маһир еңгәбеҙ була торғайны. Ул үҙенең телмәрендә йыш ҡына төрлө ят-ят мәҡәл-әйтемдәр ҡыҫтырып ебәрер, төртмә таҡмаҡ сығарыуға ла аптырамаҫ, теге йәки был кеше тураһында таралған лаҡаптарҙы ла, әртистәр һымаҡ, бик мәрәкә итеп һөйләп ишеттерер ине.
Шул еңгәбеҙҙе әйттереп, Азат ағайыма кәләш итеп алып биргәс, уның шундай һүҙ маһиры булыуына аптырапмы, ҡайныһы, йәғни беҙҙең Мөбәрәк олатай мәрхүм, һорай ҡуя:
– Килен, һин нисә класс бөткәнһең ул?
Айһылыу еңгәм бында ла аптырап ҡалмай һәм:
– Былай биш класс бөткәнмен, ә бына тел ғилеме буйынса – ун класс!
Ошо лаҡапты бәләкәйҙән ишетеп үҫкән мин фәҡирәгеҙ, университетҡа уҡырға инеп, тел ғилемен өйрәнә башлағас, биш класс ҡына белеме булған еңгәм ҡайҙан белде икән ул бындай фән барлығын, тип аптырап ултырғаным хәтеремдә...
Беҙҙең өс туған Һәҙиә исемле апайыбыҙ була торғайны.
Шул Һәҙиә апай йәш кенә сағынан һүҙгә оҫта булды. Ул һөйләй башлаһа, ауыҙыңды асып тыңлайһың инде бына!
Ошо апайыбыҙҙың ете балаһы буй еткереп, бер-бер артлы кәләш алып, кейәүгә сыға башланы бер заман. Туй ваҡыты яҡынлаша башлағас, Һәҙиә апайҙарҙың әйттерелгән ҡыҙҙары, хәл-әхүәл белешеп, өйҙәренә шылтырата икән:
– Әсәй, һеҙ туйға әҙерләнәһегеҙме ул? – тип һорап ҡуя. Һорау аңлашыла, сөнки ул ваҡытта (үткән быуаттың 80-90-сы йылдары) магазиндарҙа аҙыҡ-түлек, хәҙерге һымаҡ, ҡутарылып ятманы, хатта талонға ғына ҡарап ҡалған замандар ҙа булды. Һәр нәмәнән ҙур проблемалар яһамай ғына сығыу юлын таба белгән Һәҙиә апайыбыҙ бер ҙә аптырамай ғына:
– Нимәһен әҙерләнеп тораһың аның?! Келәт тулы – ит, баҙ
тулы – кәртүк! – ти икән.
Һәҙиә апайыбыҙҙың ошо һүҙҙәрен берәй туған-тыумаса балаларының туйына әҙерләнгәндә хәҙер ҙә иҫләп, көлөшөп алған булабыҙ.
Һәҙиә апайҙың тағы ла бер ҡыҙыҡ һүҙен яҙып китәйем әле. Бер ваҡыт Һәҙиә апай ҡалаға хәл белешергә килә. Ҡайтҡас, балаларың нисек, тип һорашалар икән. Һәҙиә апай, йөҙөн айҙай балҡытып:
– Аллаға шөкөр, һәйбәт кенә йәшәп яталар! Кейәүем торған була ҡуйҙай ҡуҙырап! – тип ҡуя.
Бына шулай, һәр кемдең булалыр бер йәдкәре тигәндәй, оҫта телле кешеләрҙән телебеҙ гәүһәрҙәре булған матур-матур һүҙҙәр ҡала, әлхәмдүлилләһ...
Ғәҙилә Бүләкова, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Фото А. Королев