+30 °С
Болотло

Бер йырҙың тарихы «Ауылымдың айлы кистәре» (Рәшит Йыһанов – Суфиян Поварисов)

Был йыр минең күңелемә бәләкәйҙән бик яҡын. Йәйге каникул бөтөп, ауылдан ҡалаға ҡайтҡас, ҡояш нурҙарына мансылған йәки ай яҡтыһында серле ялтыраған хуш еҫле ҡырҙар, урмандар һағындыра торғайны. Ә бит балалыҡ йылдарын, йәш сағын иркен ауыл ерендә, тәбиғәт ҡосағында үткәреп ҡалаға күскән кешеләргә – айҙы ла күрһәтмәй ҡаплап торған бейек таш йортло ҡаланың кистәре бигерәк тә күңелһеҙ тойолалыр... Йырҙың көйө шул тиклем моңло, шиғырына тап килгән. Был йырҙы яҙған композитор, моғайын, йыр-моңға ғашиҡ ауыл кешеһелер, тип уйлай торғайным. Киреһенсә булып сыҡты.

Бер йырҙың тарихы «Ауылымдың айлы кистәре» (Рәшит Йыһанов – Суфиян Поварисов)Бер йырҙың тарихы «Ауылымдың айлы кистәре» (Рәшит Йыһанов – Суфиян Поварисов)
Бер йырҙың тарихы «Ауылымдың айлы кистәре» (Рәшит Йыһанов – Суфиян Поварисов)

- Мин үҙем ҡалала тыуып үҫтем. Ижадымдың төп йүнәлеше – етди, академик музыка. Дөрөҫөн әйткәндә, йырҙарҙың күбеһен заказ буйынса яҙҙым, - тип аптыратты композитор Рәшит Йыһанов. – Атайым Рәхим Фәйез улы минең йырҙар яҙыуымды бик теләне. Туғандарҙың йырҙарымды ишетеп, «уның улы композитор», тип һөйләүҙәренән ғорурлана. Ул үҙе ҡунаҡҡа йөрөргә ярата, табындарҙа гел йырлай. Атайым миңә йыр яҙыуға гел заказ биреп яҙҙырта торғайны. Мәҫәлән, ул пенсияға сыҡҡанда, «тормош бөтмәгән әле» тигән мәғәнәле йыр һораны. «Үкенмәйем» йырын уға махсус арнаным, шул йырҙы бүтәндәрҙән бигерәк үҙе башҡарырға ярата. Әсәйемдең юбилейына ла заказ биреп йыр яҙҙырты, шунан уны ҡотлап, үҙе йырланы. «Ауылымдың айлы кистәре»н дә уның заказы буйынса ижад иттем. Атайым менән әсәйем мәрхүм табындарҙа бергәләп был йырҙы ла, «Киткән ҡоштар ҡайтыр» йырын да рәхәтләнеп йырлай торғайнылар...
Буласаҡ композитор Рәшит Йыһановтың атаһы оҙаҡ йылдар халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, ә әсәһе унда солистка булып эшләй. Башта музыкаға һәләтле малайҙың да яҙмышы бейеү сәнғәтенә бәйләнер кеүек була, әммә ул, «аҡсаны аяҡ менән эшләүҙән» оялып, икенсе юл, композитор һөнәрен һайлай.
Бер ваҡыт, Рәшит институтта уҡыған саҡта әле, ауылда йәшәгән бер туғаны һорай:
- Һин композитормы? Ә ниндәй йырың бар һуң?
- Соната, квартет, симфония яҙҙым…
- Эй, ул бит халыҡҡа ҡыҙыҡ түгел. Ысын композитор йырҙар яҙырға тейеш! – тип, бик белдекле ҡиәфәттә әйтмәһенме!
Был һүҙҙәр композиторҙың күңеленә ныҡ һеңеп ҡала. Рәшит Йыһановтың ижадында академик жанрҙағы әҫәрҙәр ҙә, йыр йүнәлеше лә бергә килә. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә яҙылған «Ауылымдың айлы кистәре» популяр булып киткәндәрҙән тәүге йыр. Уның халыҡта киң таралыуында спектаклдең роле ҙур.
Билдәле әҙәбиәт ғалимы, яҙыусы Суфиян Поварисовтың «Ауылымдың алһыу таңдары» драмаһын 1975 йылда Орджоникидзе мәҙәниәт һарайының халыҡ театрында ҡуйырға булалар. Режиссер Әхәт Әсләмов үҙенең дуҫы Рәхим Йыһановтан спектаклгә бейеүҙәр һалыуын һорай. Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәү эшен йәш композитор Рәшит Йыһановҡа ышанып тапшыралар. Был спектаклгә ул күп кенә музыкаль номерҙар, хатта симфоник оркестр өсөн дә музыка ижад итә. Әммә үтә ҡатмарлыларын халыҡ оҡшатмаҫ (моғайын, музыканттар ҙа уйнай алмаҫ) тип, ҡабул итмәйҙәр. Композитор яҙған партитура ла кәрәк булмай сыға: үҙешмәкәр музыканттар көйҙәрҙе нотанан түгел, тауыштан ғына өйрәнә. «Ауылымдың айлы кистәре» йыры спектаклдә бик урынлы булып сыға. Халыҡ театры артисткаһы башҡарыуында баянсы Ким Әхмәҙиев оҙатыуында яңғырай ул.
- Театр гастролдәре арҡаһында йырым йәшәүгә көслө импульс алды, - ти композитор. - Спектакль миҙгелде уңышлы ғына тамамланы, ә йыр халыҡҡа таралды. Бер ваҡыт әллә ниндәй ауылға барһам, үҙешмәкәр артистар минең йырҙы йырлап торалар. Иң ҡыҙығы шунда: үҙҙәре «башҡорт халыҡ йыры «Тыуған ауылым» тип иғлан иттеләр! Башҡа халыҡ йырҙары ла шулай барлыҡҡа киләме икән? Берәү тырышып ижад итә, ә авторҙы оноталар. Бер аҙ үпкәм бар ине башта, аҙаҡ аңланым – киреһенсә, ҡыуанырға кәрәк. Был бит шәп күренеш – минең йыр халыҡ йырына әүерелгән!
Студент сағында Рәшит Йыһанов йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша. Комсомол секретаре эшен башҡара, йәй буйы бригада төҙөп, концерттар ҡуйып йөрөй. Студент кешегә кеҫәгә аҡса килеп кереүе лә ҡыҙыҡ. Нефть институтында Рәшит «Шаян» вокаль-инструменталь ансамбль менән етәкселек итә, педагогия институтында «Инйәр» төркөмөн ойоштора. Үҙе йырҙар яҙа, аранжировкалар эшләй, гитарала, һуҡма инструменттарҙа уйнай, йырсылары ауырыһа, йырлап та ебәрә.
- Беҙҙә Риф исемле менеджер бар ине. Ноталарҙы ҡарап, концерт программалары төҙөй торғайны. Спектаклгә яҙылған йырҙарымды ҡараны ла, бына «Айлы кистәр»ҙе йырлайыҡ, тине. Шулай итеп, был йырҙы гастролдә йырлата башланыҡ. Даими солистар булмағас, үҙемә лә йыш башҡарырға тура килде. Шунан мин профессионал артистарҙы саҡыра башланым. Мәҫәлән, беҙҙең менән Илүсә Кашапова күп йөрөнө. «Ауылымдың айлы кистәре»н профессионал йырсыларҙан Илүсәнән башҡа Нәзифә Ҡадирова беренсе булып йырланы. Аҙаҡ мин был йырға замансараҡ аранжировка эшләнем, һәм шул рәүешле уны радиоға яҙҙылар. Йырҙың утыҙ йыллыҡ тарихында бөтә ижад кисәләремдә лә уны башҡарҙылар. Береһендә хатта был йырҙы бер нисә йырсы бергә йырланы: Флорида Исмәғилева, Илүсә Кашапова, Венер Абдуллин, Нәзифә Ҡадирова, Айһылыу Солтанова.
Популяр йырҙарымдың темаларына фантазия эшләргә йыйынам әле. Йырҙы академик музыка менән ҡушырға теләйем. Башта баян өсөн генә яҙылған көйгә инструменталь аранжировка эшләнде, ә хәҙер етди, философик планда симфоник оркестр өсөн эшләп ҡарағым килә.
- Ә нисек ауыл тураһында шундай ышандырырлыҡ итеп яҙа алдығыҙ, һеҙ бит ҡала кешеһе?
- Миңә бит ауыл тормошо ят түгел, ике туған ағай-энеләр йәшәй унда. Әсәйем Ҡәшифә Ғәйнетдин ҡыҙы Түңгәүер тигән боронғо башҡорт ырыуынан. Революциянан һуң уларҙың ғаиләһен кулак тип мөлкәтен тартып алғас, өс бер туған бала урамда тороп ҡала, бергә күсеп йөрөйҙәр. Ҡырмыҫҡалының Биш-Уңғар ауылына килеп йәшәгәндәр. Шунда төпләнгән туғандарға йыш бара торғайныҡ. Студент саҡта билдәле фольклорсы Фәрит Камаев менән дә Башҡортостан райондары буйлап йөрөп, бик күп халыҡ йырҙары яҙып алдыҡ. Шунда күпме йырсылар, ҡурайсылар менән аралашырға тура килде! Тәбиғәтте лә бик яратам. Суфиян ағайҙың шиғри юлдарына шунда уҡ ғашиҡ булдым.
- Йырҙа «Иркәләнә гармун моңдарында ауылымдың айлы кистәре» тигән һүҙҙәр бар. Йәштәр яратҡан киске уйындарҙа ҡатнашҡанығыҙ булдымы?
- Киске уйындарға сыға торғайным. Тик туғандарым минең башҡортса һөйләшеүемдән «телеңде һындыраһың» тип көләләр ине. Һөйләшергә оялһам да, концерттарҙа мин йыш ҡына башҡортса бер акцентһыҙ йырланым.
- Ә ауыл ҡыҙҙары ҡала егеттәрен нисек ҡабул итәләр ине?
- (көлә): Ауыл малайҙарынан яғымлыраҡ, иғтибарлыраҡ булғанғамы оҡшата торғайнылар.
- Бәлки, был йыр менән берәй мөхәббәт тарихы ла бәйлелер?!
- Йәш саҡта булған нәмәләр онотолоп бөткән… Мин шәхси тормошомдо асырға яратмайым. Әлбиттә, ауылға туғандарға килгәндә, ундай моменттар булғыланы… Әммә был йырҙың мәғәнәһе унда түгел бит. Төп фекер - Тыуған яҡҡа тәрән һөйөү фәлсәфәһе. Һиңә ғүмерең буйына йәшәү һуты биргән, ата-бабалар рухын һаҡлаған ергә һөйөү, уны һағыныу. Тынсыу, газлы һауалы, көн дә стресс тыуҙырған ҡалаға күскән ауыл кешеһенә был йыр шул тиклем аңлайышлы, яҡын. Шағир, композиторҙар һиҙгер, халыҡтың эске кисерештәрен тоя белә… Йәшәү еңелдән булмаһа ла, тыуған ерҙе ташлап китеп булмай. Мәҫәлән, беҙҙең композиция кафедраһында күпме кеше эшләне, күбеһе ситкә китеп бөттө. Кем ҡалды? Салауат Сәлмәнов, Ләйлә Исмәғилева һәм мин. Кемдең тамырҙары был ерҙә ныҡ, шулар ғына. Мин дә йәш саҡта ҡайҙалыр ашҡына торғайным, ә әсәйем гел дә туҡтатыр ине: һин дә китһәң, кем алмаш әҙерләр тип. Был, бәлки, йырҙың тарихына туранан-тура ҡағылмайҙыр, әммә башҡорт композиторҙарын үҫтереү – ул да бит тыуған ергә һөйөү…
- Был йыр уҡыу йылдарында, мәшһүр башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев класында шөғөлләнгәндә тыуған. Уны нисек баһаланы ул?
- Остазым Заһир Fарипович ошо көй өсөн мине маҡтағайны, «бына ошо һинең дөрөҫ юлың» тигәйне. Мин ул ваҡытта уның һүҙенә бигүк ҡолаҡ һалманым, космополит булдым. Бер нәмәне үҙемә ғәфү итә алмайым: бик күп ваҡытымды китапханала Европа композиторҙарының техникаһын, теорияларын өйрәнеп үткәрҙем. Сериялы музыка менән мауығып, тыуған яҡтың тәбиғәтенә, матурлығына, моңона иғтибарһыҙыраҡ булғанмын. Хәҙер иллегә еткәс, үҙемдең асылыма, тамырҙарыма әйләнеп ҡайтам кеүек.

 

Ләйлә Аралбаева, 2004 йыл.

 

Фото А. Данилов

Автор:
Читайте нас