+30 °С
Болотло

Алма бәлеше

Цветаеваларҙың алма бәлеше тип тә әйтәләр. Сөнки апайлы-һеңлеле Цветаевалар тап ошо тәмлекәсте бешерергә яратҡан, имеш

Алма бәлешеАлма бәлеше
Алма бәлеше

Ҡамыр өсөн кәрәк:
Он - 160 грамм;
Разрыхлитель - 1 сәй ҡалағы;
Аҡ май - 100 грамм;
Ҡаймаҡ - 2 аш ҡалағы

 

Эслек өсөн:
Йомортҡа - 1 дана;
Шәкәр -200 гр;
Ҡаймаҡ - 200 гр;
Он - 2 аш ҡалағы
Алма - 3 бөртөк

 

Әҙерләү:

 

Он, разрыхлитель, аҡ май, ҡаймаҡты ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Уны табаға кәрзин рәүешендә йәйеп һалабыҙ. Ҡабығынан әрселеп йоҡа ғына туралған алмаларҙы теҙәбеҙ. Өҫтөнә шәкәрҙе йомортҡаға туҡығандан һуң ҡаймаҡ бутап, он ҡушып болғап ҡоябыҙ ҙа 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейескә бешерергә ҡуябыҙ.

 

Бәлешегеҙ тәмле булһын!

 

Фото Р. Хөснуллина

Автор:
Читайте нас