+30 °С
Болотло

Кәңәш кәрәк Балам саға...

Мин тағы ла түгелеп илайым. Көсһөҙлөгөмдән, ғәрлегемдән,  еңелеүемдән, ә барыһына ла бер генә сәбәп – балам тыңламай... Мин, әсә кеше, сөй буйындай ҡыҙымды, иғтибар итегеҙ, улымды ла түгел, ә ҡыҙымды тыңлата алмай аҙапланам. Ярһып китәм дә, «се-е-еү», тип туҡтап ҡалам: ата һәм бала темаһы, улар араһындағы эске көрәш, низағ, ҡараштар ҡаршылығы йәмғиәтебеҙҙә элек-электән булған да баһа. Һәм ул – беҙҙең күңелебеҙҙе яралап, һыҙландырып торған иң сетерекле, иң етди проблемаларҙың береһе. Беҙҙең «ауыртҡан» урыныбыҙ ул, сей ярабыҙ. 

Кәңәш кәрәк Балам саға...Кәңәш кәрәк Балам саға...
Кәңәш кәрәк Балам саға...

Мин – баламды яратып, көтөп алған, тәүге аҙымына, тәүге һүҙенә шатланған, ауырығанында, көйһөҙләнгәнендә төн йоҡоларымды йоҡламай ҡараған, янынан китмәгән, уның өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер булған меңәрләгән әсәләрҙең береһемен. Үлеп яратам ҡыҙымды. Һәм баламдың мине тыңлауын, аңлауын, серҙәш һәм ярҙамсы булыуын теләйем. Һәр «нормаль» әсә кеүек. Ләкин тормош дөрөҫлөгө хыялыңдағы картинанан күпкә «ҡайтышыраҡ»,  хатта бөтөнләй «башҡаса» һәм «икенселәй» булып сыға. Тыңламауы, уны тыңлата алмауым – шәхси «драма» ғына түгел, бөгөнгө көн ысынбар-лығында ул тотошлай ҙур, глобаль «трагедия»... 

Беҙ – көн дә телевизорҙан, социаль селтәрҙән «Фәлән ерҙә үҫмер ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған, аҫылынған, поезд аҫтына ташланған», йәки  «М. ҡалаһында 16 йәшлек егет балкондан һикергән», «13 йәшлек үҫмер өйөнән сығып киткән, ҡайҙалығы билдәһеҙ» кеүек береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ яңылыҡтар шаһитыбыҙ. Һәм уларҙың күбеһе тап ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында, ата-әсә һәм баланың уртаҡ тел таба алмауы, конфликты нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ошондай аяныслы, ғибрәтле  хәлдәрҙе уҡыһам,  сәстәрем үрә тора. Ситкә китеп йөрөйһө лә түгел, күршебеҙҙә генә үҫмер егет менән әсәһе йәшәй. Яңыраҡ ҡына күсеп килде улар. Төрмәлә эшләгән ҡатындың улына 15 йәш тирәһе. Бына шул егет әсәһе менән талаша башлаһа, күрше фатир «күсеп» барғандай. Затлы мебелдәр иҙәнгә оса, һауыт-һаба ярыла, үҫмер стенаны туҡмай, «ты во всем виновата», тип әсәһен ғәйепләй. Тәҙрәнән ырғыйым, тип ҡурҡыта. Стена аша улын тынысландыра, тыңлата алмаған, «Прости меня, сынок!» тип илаған, өҙгөләнгән бисара ҡатынды йәлләп йөрәгем өҙөлә. Хәҙерге йәштәрҙең ҡылығы минең аңыма һыймай. Үҙҙәре  бай, етеш йәшәй, егет коридорҙан үтеп китһә, ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡып ҡала, һуңғы мода буйынса кейенә, сәсе-килбәте лә заманса.

.......

Яңыраҡ ҡына 22 йәшлек егет юғалды. Билдәле эҙәрмәндәр төркөмө ярты йылдан ашыу эҙләне ул студентты. Һәм, беләһегеҙме, ул ҡайҙа булған? Ата-әсәһе менән конфликтҡа килгән дә бөтөнләй башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән  –  диңгеҙ буйына. Эйе, эйе, диңгеҙ һауаһы һуларға, ял итергә, «үҙ-үҙен» табырға. Өйҙәгеләргә хәбәр итмәй генә «һыуға төшөп юғалған». Шул хәбәрҙән, инде егет ҡорона ингән, юғары белем алып йөрөгән ул «баланың» еңел холоҡло булыуынан, аңһыҙлы-ғынан әллә күпме шаңҡып йөрөнөм. Ә бында күпме кеше уны нисә айҙар буйы эҙләне, ата-әсәһе билдәһеҙлектән ҡан йотто.Табылырына өмөт өҙөп, инде үлгән дә тип һананылар, бармаған ере, күрәҙәсәһе ҡалманы ул бисара ғаиләнең.

Бына шулай хәлдәр. Хәҙер балаларҙы эш менән дә тәрбиәләп булмай. Ҡала балаларын бигерәк тә. Көсһөҙлөгөмдән илағанда, сараһыҙлыҡтан ни эшләргә белмәгәндә, өләсәйҙәрем өйрәткән доғаларымды ҡабатлап, бер Раббыма һыйынам. «Тәүфиҡтарын, имандарын бир, һау ғына, аҡыллы, инсафлы ғына булһындар инде, эй, Аллам!» – тип ялбарам. Ә һеҙ ни эшләйһегеҙ, хөрмәтле әсәйҙәр?! Һеҙ балағыҙҙы тыңлата алаһығыҙмы? Серҙәрегеҙ, кәңәштәрегеҙ менән бүлешегеҙ әле...

Айым.

 

Фото А. Королев.

Автор:
Читайте нас