

Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған сара «Башҡортостан»Дәүләт концерт залы майҙансығында үтте. Ул илдең 40-тан ашыу халҡынан торған Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 160 әсәһен һәм ҡатынын берләштерҙе.
Төбәк башлығы республика ҡунаҡтарын сәләмләне һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды етәкселегенә илдә бындай мөһим сара өсөн тәүге майҙансыҡ итеп Өфөнө һайлағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бындай фестивалде уҙғарыу – Башҡортостан өсөн ҙур хөрмәт. Бөгөнгө көндә МХО-ла ҡатнашыусылар – беҙҙең өсөн төп кешеләр. Шуның нигеҙендә беҙ мөһим идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Был залда яуҙа йөрөгән һәм һәләк булған геройҙарыбыҙҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары. Һеҙ бөтәгеҙ ҡулдарына ҡорал тотоп, Ватанды һаҡлаған туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн борсолаһығыҙ, улар өсөн доға ҡылаһығыҙ. Беҙгә, ир-егеттәргә, ышаныслы таяныс булып ҡалған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Яугирҙарыбыҙ еңеү менән ҡайтһын өсөн беҙ бергәләшеп барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Республикабыҙ һәм илебеҙ алға барһын.
Статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды Һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева
Статс-секретарь – заместитель министра обороны России, председатель Госфонда «Защитники Отечества» Анна Цивилева фестивалдең берләштереүсе ролен һәм махсус хәрби операцияға ярҙам итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҙур өлөшөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото Олег Яровиков