+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Нурсилә Ғөбәйҙуллинанан рецептар

Мәскәү башҡорто, әүҙем йәмәғәтсе Нурсилә Харис ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – ҡамыр аштарын юғары сәнғәт кимәленә еткергән оҫта кондитерҙарҙың береһе. Аш-һыу фестивалдәрендә, күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан һәм милли ризыҡтарыбыҙҙы, башҡорт кухняһын донъяға танытҡан эшҡыуар ҡатын бөгөн ҙур маҡсаттар менән йәшәй.

Нурсилә Ғөбәйҙуллинанан  рецептар
Нурсилә Ғөбәйҙуллинанан рецептар

         «Шарлотка» бәлеше

500-600 г алма (әскелт булғаны яҡшыраҡ), 5 йомортҡа, 160 г шәкәр, 320 г он, семтем тоҙ кәрәк.

Табаҡҡа йомортҡа, тоҙ, шәкәр һалып туғырға. Артабан иләнгән он өҫтәп, ҡабарып бешһен өсөн, ҡалаҡ менән аҫтан өҫкә табан болғарға. Бер ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки иретелгән аҡ май һалып ебәрһәгеҙ, бәлеш йомшағыраҡ була. Ҡамырлы табаға нәҙек итеп туралған алмаларҙы теҙеп һалабыҙ. 180 градусҡаса йылытылған мейестә 30-40 минут бешә. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Иттән рулет

1 кг ит фаршы, тәменсә тоҙ,

1 г ҡара борос, 4 г һарымһаҡ, 1 йомортҡа, сохари онтағы, 30 мл һөт алына.

Эслек өсөн: 

150 г нәҙек итеп туралған сыр, 50 г йәшел һуған, укроп. 300 г һыйыр итенән бекон, 300 г нәҙек итеп киҫелгән хәләл ветчина.

Әҙерләү:

Фаршҡа тоҙ, борос, һарымһаҡ, сохари онтағы йомортҡа, һөт ҡушып болғатҡас, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Фаршты махсус аҙыҡ шыптырына тигеҙ итеп йәйәбеҙ (яҡынса 20х30 см ҙурлыҡта). Өҫтөнә сыр, хәләл ветчина, йәшел һуған, укроп һибәбеҙ ҙә рулет итеп төрәбеҙ. Бекон киҫәктәре өҫтөнә рулетты һалып, тағы урайбыҙ. 200 градуслы мейестә 40-50 минут бешерәбеҙ. Бекондың тышы ҡыҙарғансы тағы 15 минут мейестә тотобыҙ. Һыуынғас телеп, табынға бирәбеҙ.

Автор: Регина Камалова
Читайте нас