Кем өлгөрә – шул ота
Почта тураһында һүҙ йөрөтһәк, уны ваҡытлы матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Тауар йөкмәп һатып йөрөһәләр ҙә, почтальондарҙы ла элекке ғәҙәт буйынса гәзит-журналдар таратыусы итеп беләбеҙ. Тик бөгөн «Рәсәй почтаһы»ның тотороҡһоҙлоғо үҙе тураһында нығынған ҡарашты, стереотипты үҙгәртеп, социаль әүҙемлекте юғалтырға мәжбүр итә. Һүҙ ҙә юҡ, һәр тармаҡтың үҙенә генә хас, ҡайһылыр осраҡта үҙе генә хәл итә торған проблемалары була. Ә бына почта тармағы ҡыйынлыҡтары барыбыҙға ла килеп ҡағылды, шуға ла улар ҡаҙанында күмәкләп ҡайнарға мәжбүрбеҙ. Мәсьәләгә төптән күҙ һалһаң, был өлкәне һаҡлау өсөн дәүләт тарафынан ҙур аҡсалар ҙа бүленә. Шуға ҡарамаҫтан, ниңәлер проблема проблема булыуҙан туҡтамай. Һөҙөмтәлә – исем бар, ә есем юҡ.
Рәсәйҙең бар төбәктәрендә, һәр мөйөшөндә тиерлек һанһыҙ бүлексәләре, әллә күпме ҡеүәте булған «Рәсәй почтаһы» нилектән көрсөктән сыға алмай? Кемдер, конкуренттар көслө, Оzon, Wildberries алға сыҡты, тиер. Тормош бар нәмәне лә тиҙ хәл итеүҙе талап иткәндә, кем өлгөрә – шул еңә. Был маркетплейстар ҙа почта башҡарған бурыстарҙы тиҙерәк һәм уңышлыраҡ хәл итеүгә күсте. Почтовиктарға үҙ бүлексәләрендә «Почта банкы»һы булдырыу ҙа, коммерция алымдарын файҙаланыу ҙа ярҙам итмәне. Ә бит почтала нимә генә һатылмай: аҙыҡ-түлек, хатта сысҡанға, тараҡанға ҡаршы дарыуға тиклем. Дәүләт органдары рәсми документтарын һәм пенсия таратыу, коммуналь түләүҙәр ҡабул итеү функцияһын үтәүгә генә ҡалған был тармаҡты бөтөнләй бөтөрөргә, тигән тәҡдимдәр ҙә бар. Әммә быны еңел генә атҡарып булмай, сөнки федераль законға ярашлы, аҡса таратыу хоҡуғына әлегә тик почта ғына эйә. Дөрөҫөн әйткәндә, күптәрҙең бәкәленә һуҡҡан «Рәсәй почтаһы» бирән кеүек. Туҡтауһыҙ биреп торғаның ҡомға һеңгән һыуҙай юғала. Мәҫәлән, 2021 – 2025 йылдарҙа РФ Президенты ҡушыуы буйынса, тармаҡ бүлексәләрен модернизациялауға 17 миллиард һум бюджет инвестициялары тотонолған. Август айында компанияға был аҡсаны һөҙөмтәһеҙ файҙаланғаны өсөн 230 миллион штраф һалынған. Әле килеп, Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы федераль бюджеттың өҫтәмә килемдәренән 2026 – 2028 йылдарға «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрен модернизациялауға 15 миллиард һум аҡса йүнәлтте. Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев белдереүенсә, 2025 йылға 4,5 миллиард һум ҡаралһа, 2026–2028 йылға тиклем йыл һайын бишәр миллиард һум аҡса бүленеп барасаҡ. Икенсенән, бюджет тәьминәте түбән булған төбәктәрҙә социаль әһәмиәткә эйә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратыуҙағы юғалтыуҙар компенсацияланасаҡ. Был маҡсатҡа киләһе йылдан 2028 йылға тиклем 2,1 миллиард һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Аныҡлап әйткәндә: 2026 йылда – 0,8 миллиард, 2027 йылда – 0,7 миллиард һәм 2028 йылда 0,6 миллиард һум аҡса ҡаралған. Шулай уҡ Курск, Белгород өлкәләре һәм РФ-ның башҡа субъекттары араһында почта ебәреүҙәренә бушлай сығымдар ҡапланасаҡ. Бының өсөн бер миллиард һум бүленгән. Модернизациялауға 2,6 меңгә яҡын почта бүлексәһе эләгергә тейеш.
Шул сама ярҙам алып эшләгән тармаҡтың килтергән килеме 2025 йылдың ярты йыллығына 105,3 миллиард һум тәшкил итә. Был былтырғынан 1,3 миллиардҡа кәмерәк. Дәүләт субсидияларының өс тапҡыр артып, 327 миллионға барып баҫыуына ҡарамаҫтан, юғалтыу 10,4 миллиард һум тәшкил иткән.
Йырлап торам, бейеп торам...
Проблема хәл ителмәү арҡаһында таныш-тоноштарҙы оялтып бөртөкләп подписка йыйыу, аҙағынан улар алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалыу ҙа ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Шул арҡала телен, милли баҫмаларын һаҡлау өсөн булдыра алғанса кеҫәһенән өлөш сығарған кешеләрҙең йомартлығын күҙ ҙә йоммай, бер яҡлы ғына файҙаланырға өйрәнә башланыҡ.
Шуныһы ҡыҙғаныс: милли баҫмаларҙы алдырған төп аудитория, башлыса, ябай ауыл кешеһе бит. 2007 йылдан алып гәзит-журналдарға яҙҙырыу компанияһының уртаһында ҡайнаған кеше булараҡ, шуны әйтәм: ғәҙәттә, ялҡынлы сығыштар яһап, һәр саҡта ла халыҡ уртаһында йөрөгән, матди тотороҡлоҡта йәшәгән милләттәштәр подписка мәсьәләһенә артыҡ иғтибар бирмәй. Быға яуап та матур: уҡырға, яҙылырға ваҡыт юҡ. Ә бит мохтажлыҡ кисергән икенсе милләттәшеңә бүләк эшләп, ике ҡуян ҡойроғон тоторға була. Кешене лә ҡыуандыраһың, матбуғат үҫеше өсөн дә өлөш индерәһең. Илебеҙ тынысһыҙ осор кисергәндә гәзит-журнал менән генә әллә ни ҡыйратып булмаҫ, тигәндәр ҙә бар. Мәсьәләне төптән анализлай белгән аңлы замандаштар дәүләт сәйәсәтен яҡтыртҡан баҫмаларҙың әһәмиәте тынысһыҙ осорҙа тағы ла көслөрәк булыуын яҡшы самалаһын ине. Интернет селтәрҙәрендә сыбарланған мәғлүмәттәрҙең күп осраҡта аңды бутау, юлдан тайпылтыу өсөн файҙаланыуын да нәҡ улар халыҡҡа аңлатырға, еткерергә тейеш. Ғөмүмән, үҙ баҫмаларыбыҙҙа сыҡҡан яңылыҡтарҙың ғына түгел, хатта бәләкәй генә хикәйәләрҙең, мәҡәләләрҙең дә йөкмәткеһе бөгөнгө әхлаҡты, сәйәсәтте яҡтыртып, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе булыуын таныу мөһим.
Бынан бер нисә йыл элек бер журналдың баш мөхәррире: «Дуҫтарым, тип өндәшһәм, тираж кәмеүгә юл ҡуймаҫ инегеҙ. Башҡорттар, тиһәм дә, дөрөҫ булмаҫ, башҡорт булһағыҙ, үҙ телегеҙҙәге журналды алдырып уҡыр инегеҙ. Йырлап торам, бейеп торам, ҡайһы ерем оҡшамай», – тип аптырап та, үпкәләп тә яҙып сыҡҡайны. Тик бына ҡиммәтле хаҡҡа баҫмаларға яҙылып та, уны ваҡытында, йәки бөтөнләй алмаған уҡыусыларға үҙ хоҡуҡтарын нисегерәк яҡларға? Бында бит эш йырлап, бейеп тороуҙа ғына тормай. Бер кемгә лә аҡса күктән яумай. Был осраҡта намыҫланып, телен, милләтен һаҡлайым тип тырышҡан, бәләкәй генә пенсияға йәки эш хаҡына йәшәгән ябай халыҡ айырыуса йәл. Сәмгә тейергә, оялтырға, хатта ҡайһы бер осраҡта талап итергә беләбеҙ, ә бурыстарыбыҙ хаҡында уйламайбыҙ. Һөйөү ике яҡлы булырға тейеш түгелме? Ә бит ҡайһы бер баҫмалар бер тоҡ ондан да ҡыйбатыраҡ. Почта эшләмәүенә ҡарамаҫтан, яҙылайыҡ, алдырайыҡ, милли баҫмабыҙҙы һаҡлайыҡ, тип сығыш яһағандарҙың күңелен уйлап һемәйгәндәр ондан да, уҡыйым тигән баҫманан ла ҡолаҡ ҡаға. Бәлки, халыҡтың ҡалған ғына ышанысын юғалтмаҫ өсөн, «Рәсәй почтаһы»ның төпһөҙ силәгенә һыу ҡойоуҙан туҡтарға ваҡыттыр? Яңы технологиялар үҫешкән заманда матбуғат саралары аша халыҡҡа яҡынайыуҙың икенсе юлдары ла барҙыр бит?
Эльза Мөхәмәҙиева.
Фото Артур Арсланов