– 1, 10, 19, 28 һаны аҫтында тыуғандар башҡаларға баҫым яһамай ғына мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, уларҙы аңларға тырышһа һәйбәт. Был уларға ҡәнәғәтлек, шатлыҡ һәм бәхет килтерә.
2, 11, 20, 29 – ошо көндәрҙә тыуғандарға кәңәшем: икеләнмәгеҙ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып өйрәнегеҙ, үҙ тормошоғоҙ менән идара итегеҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Барыһы өсөн үҙегеҙ яуаплы. Үҙегеҙҙе яратығыҙ. Һыу эсеү, йөҙөү, мунса инеү ял бирә.
3, 12, 21, 30 һанында донъяға килгәндәр башҡаларҙы тыңларға, аңларға өйрәнһен. Төрлө фекерле кешеләр була. Донъяны «аҡ» һәм «ҡара»ға бүлмәгеҙ. Кешеләрҙән файҙа көтмәй, бер нимә лә өмөт итмәй генә аралашырға тырышығыҙ.
4, 13, 22, 31– был көн «хужаларына» тормоштан ҡәнәғәтлек табып өйрәнеү фарыз. Шатлыҡты һәм бәхетте ситтән эҙләмәй, үҙегеҙ булдырығыҙ. Аҡса артынан ғына ҡыумай, тормоштоң рухи яғына ла иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Аныҡ маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә. Ыңғай фекер йөрөтөү, анализ яһап өйрәнеү бәхеткә юл аса. Йәйәү йөрөү, тәнде сыныҡтырыу ихтыяжы бар.
5-е, 14-е, 23-ө тыуғандарға идея табып, уның өҫтөндә ныҡышмал эшләгәндә уңыш килә. Идея – илһамға, ә илһам мөхәббәт тойғоһона ҡанат ҡуя. Уларға һәр саҡ «эйе» тип әйтергә кәрәк. Сәйәхәт, йәйәү йөрөү, йүгереү уларға дауа.
6, 15, 24 һаны вәкилдәренә ижад һәм мөхәббәт һыу кеүек кәрәк, улар хис-тойғоларҙы теҙгендә тоторға ярҙам итә. Ижад итегеҙ, үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы һөйөндөрөгөҙ. Бүләк биреү, өйөгөҙҙө биҙәү, ҡунаҡ саҡырыу, ғаиләгеҙҙе сәй табынына йыйыу, кешеләргә уңайлылыҡтар тыуҙырыу – ошо һеҙҙең бәхет сере.
7-һе, 16-һы, 25-е донъяға килгәндәргә йога, спорт менән шөғөлләнеү мөһим – тәнде сәләмәтләндереү аша аҡыл һәм йән көсө арта. Көн тәртибен тотоу мотлаҡ. Ҡул эше тыныслыҡ һәм гармония бирә. Мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға тырышыу, әсе телле булмау яңғыҙлыҡтан ҡотҡара.
8, 17, 26 һанында тыуғандарға бөтә нәмәне күҙәтеүҙә тотмаҫҡа кәңәш итер инем. Ышаныу һәм башҡаларға ярҙам итеү – сауап ҡына. Үҙегеҙ ҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән, аралашыуҙан ҡасмағыҙ – асыҡ булығыҙ. Физик күнегеүҙәр ныҡлыҡ бирә, әммә һеҙгә батутта һикерергә, баштүбән торорға ярамай. Башығыҙҙы һаҡлағыҙ. Аҡса тип төңөлөп китмәгеҙ, рухи үҫешкә ынтылығыҙ, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, хыялдар ҡороғоҙ.
9-ы, 18-е, 27-һе донъяға ауаз һалғандар эшкә күберәк иғтибар бүлеү ҡеүәтегеҙҙе арттырыр. Тормошоғоҙҙо үҙ ҡулығыҙға алып, алға барығыҙ. Шәхси эш булдырыу, аныҡ маҡсаттар ҡороу аша килә һеҙгә уңыш. Башҡаларҙан ярҙам, файҙа көтмәй эшләгәндә генә кәрәкле кешеләр үҙҙәре тап булыр, улар менән бәйләнеш тә нығыныр. Әүҙем спорт төрҙәре килешә.
– Һәр һан артында ниндәйҙер бер энергия һаҡлана, тинегеҙ. Ә энергияны нисек үҫтерергә була?
– Энергияны туплау һәм арттыра барыу өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә:
иртән ас ҡарынға 45 градусҡа тиклем йылылыҡтағы һыу эсергә;
көн һайын иртән сәғәтенә биш километр тиҙлек менән алты саҡрымдан ашыу йәйәү атларға;
атлап йөрөгәндән һуң йылы һыу эсергә;
иртәнге ашты атлап килгәндән һуң бер сәғәттән генә ашарға тырышығыҙ (әсе еләк-емеш серотонинды күбәйтә);
аҙнаһына ике тапҡыр мунса инергә. Эләүкәгә ятып тирләргә, тир ағып төшөргә тейеш.
Бына мин һеҙгә бик йыйнаҡ рәүештә генә Сюцай ғилеме аша һандар нигеҙендә үҙ-үҙеңә ярҙам итеү мөмкинлектәрен аңлаттым. Был донъяны өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Йөҙ йыл йәшә – йөҙ йыл уҡы, ти бит халыҡ аҡылы.
– Ҙур рәхмәт һеҙгә. Яңы йылда серле һандар һәр беребеҙгә лә тик уңыштар ғына килтерһен.
Роза Хөснуллина.