-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Йомро-йомро йомғағым

– Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай? – тип һамаҡлай ине әкиәт геройы. Бөгөн иһә йомғаҡ, йөн, орсоҡ темаһы шул әкиәттәрҙә генә ҡала бара, буғай. Йөн эшкәрткән ҡатын-ҡыҙҙар һирәгәйгәндән-һирәгәйә. «Элек булыша торғайным, хәҙер ҡулым һыҙлай», «Юууҡ, күптән тотонғаным юҡ», – тиеште ауылда һорашҡан инәйҙәрем. Шулай ҙа Дәүләкән ҡалаһында тап иттек бер оҫтаны. Хәлиҙә Әҙеһәмова ейән-ейәнсәрҙәренә, балаларына әле булһа бейәләй-йөн ойоҡтар бәйләп кейҙерә. Журнал уҡыусыларыбыҙ өсөн йөн эшкәртеү тәртибен беҙ уның исеменән бирәбеҙ.

Йомро-йомро йомғағым
Йомро-йомро йомғағым

Ғүмерем буйы ауылда һарыҡ көтөп, йөн менән булышҡас, һаман ташлай алмайым. Хәҙер йөндө Ҡырмыҫҡалы районынан таныштарым килтерә.  Баймаҡ районында йәшәгәндә һарыҡты күп тоттоҡ. Тик ундағыларҙың йөнө ҡыҫҡа ине. Ә бындағылар оҙон, йомшаҡ. Тоҡомдан да, климаттан да торалыр инде. Ғөмүмән, яҡшы йөн алыр өсөн һарыҡты һәйбәт тәрбиәләргә кәрәк. Йәшел бесән, бәпембә, кесерткән, юл япрағы, туҡранбаш (клевер) ашатырға. Шулай уҡ алмағас, сейә, тирәк, ҡайын, тал ботаҡтарын бирергә мөмкин. Мал аҙығы һәм сәсеү культураларынан силос, кишер һәм сөгөлдөр, кәбеҫтә япраҡтары, сенаж да файҙалы. Ҡыш көнө витамин урынына кипкән кесерткәнде мал аҙығына бутап бирергә була. Һарыҡтарға йомшаҡ бесән һалырға кәрәк, оҡшаған үләнде үҙҙәре һайлап ашай. Бер биҙрәгә бер ҡалаҡ самаһы тоҙ һалып эсереү мотлаҡ.

Йылына ике тапҡыр һарыҡ ҡырҡа инек. Яҙғы йөн – бейәләйгә, нәскигә, көҙөн ҡырҡҡаны кейеҙ, быйма баҫырға яҡшы. Яҙғы йөндө 9 Май  байрамдарында ала торғайныҡ. Һарыҡты таҙа урынға һалып, ҡырҡҡыға тотонор алдынан: «Ҡарсығанан ҡан ал, бүҙәнәнән май ал, ябалаҡтан йөн ал, иҫән-һау йөрө!» – тип һамаҡлап ебәрә инек. Йөндө ҡырҡҡас, йолон* буйындағы ҡаты йөндәрен айырып алып эшкәртәбеҙ. Ул түбәндәге тәртип буйынса башҡарыла.

 

Иң беренсе йөндө тетәбеҙ. Артабан иләйбеҙ. Иләү – әҙер йөндө епкә әйләндереү (ҡайһы бер райондарҙа эрләү тип тә әйтәләр) өс төрлө башҡарыла: беренсеһе – аяҡ орсоғо (прялка), икенсеһе – электр орсоғо, йә өсөнсөһө – ҡул менән ҡолғаға элеп. Мин өс төрлө юл менән дә эшләнем. Аяҡ менән баҫып, тәгәрмәсен бау ярҙамында әйләндерә торған боронғо йөн иләгес станок менән дә иләгәнем булды.  Шулай ҙа ҡул менән нәҙегерәк тә, нескәрәк тә килеп сыға. Ә электр орсоғо менән – ҡалыныраҡ. Ғәҙәттә, ҡыҙ балаларға нәҙек кенә итеп иләп бирәм.

Ике орсоҡ йөн иләгәс, икеһен ҡушып урайбыҙ. Ул ҡатлау тип атала, йәғни, ике епте бергә ҡушып йомғаҡлайбыҙ.

Хәҙер йомғаҡтағы йөндө сиратырға кәрәк. Сиратыу – ике ҡатлы епте ҡушып ишеү. Уны ла аяҡ, электр станогы һәм ҡәҙимге орсоҡ менән эшләргә була. Ҡул менән сиратыуҙың ике юлы бар: орсоҡто ятҡырыбыраҡ һәм торғоҙоп сираталар.

Сиратылған йөндө аяҡлайбыҙ. Бының өсөн йомғаҡты  кәсәгә һалабыҙ ҙа, ултырып алып, тубыҡтан башлап аяҡ кәтмәненә саҡлы урайбыҙ. Аяҡҡа урағас, уны «аяҡлау» тип йөрөтәләр – был йөндө йыуырға уңайлы булһын өсөн эшләнә.

Йыуыуҙың да үҙ тәртибе бар. Күҙ һабыны менән йылы һыуҙа йыуабыҙ. Эҫе һыуҙа яҙғы йөн ойоша. Әҙер һабынлы һыуға йөндө батырып бер аҙ ебетеп һалып ҡуябыҙ. Аҙаҡ ипләп, ышҡымай ғына йыуабыҙ. Таҙарғансы йыуып сайҡатабыҙ ҙа, һыҡмай ғына ҡул менән ҡыҫҡылап һыуын сығарғас, элеп киптерәбеҙ.

 

Роза Хөснуллина яҙып алды

 

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас