Ҡунаҡтарҙың осрашыуға ҙур ҡыуаныс менән килеүе йөҙҙәрендә үк яҙылған ине. Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙын кемдер шиғырҙары аша танып белһә, кемдәрҙер өсөн ул прозаик булараҡ яҡын, ә бына республикабыҙҙың сәхнә түрен балҡытҡан йондоҙҙарыбыҙ уны журналист һәм пьесалар авторы булараҡ баһалай. Яҙыусыға ҡарата күп яғымлы һүҙҙәр, йөрәк түренән сыҡҡан тулҡынландырғыс фекерҙәр әйтелде, ваҡыт шаршауы артында ҡалған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләнелде, изге теләктәргә ҡушып, авторға, уның ижадына ҡарата һоҡланыу, әҫәрҙәрен яратып уҡыу тойғолары менән уртаҡлашылды.
Республикабыҙҙың сәхнә йондоҙҙары - БР-ҙың халыҡ артистары Миңзәлә Хәйруллина, Илдар Ғүмәров яҙыусының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәуләт драма театрында эшләгән осоро хаҡында йылы иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. БР-ҙың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина, Хәсән Усманов шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.
Нәшриәттең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Теләмова яҙыусының йыл аҙағында "КИТАП" нәшриәтендә донъя күргән балалар өсөн "Илаҡ крокодил" тип аталған, һүрәттәре яһалма зиһен тарафынан төшөрөлгән тәүге башҡортса китап менән таныштырҙы. Авторға яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итергә көс һәм дәрт теләне.
Яҙыусы үҙе әҫәрҙәрен уҡығандарға, килгән ҡунаҡтарға, "КИТАП" нәшриәтенә рәхмәтен белдерҙе, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе.