-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

"Универсаль ҡамыр" рецебы

Туңдырғыстағы үткән йыл күп итеп турап һаҡлап ҡалған алма һәм ҡарағатты бөтөрөп булмай әле. Шуның өсөн дә әйләнгән һайын бәлеш - бәлеш - бәлеш, тиҙҙән яңы урожай башлана, урын бушатырға кәрәк!.Ҡамыры минең универсаль ҡамыр рецебы, ә эслеге туралған алма һәм ҡарағат. Ҡамырҙы йәйҙем дә, иң аҫтына манная ярмаһы һибеп сыҡтым, быныһы алма һәм ҡарағаттың һуты аҡмаһын өсөн. Артабан туралған алманы һалдым да өҫтөнә ҡарағатты һалып сыҡтым. Шәкәр ҡомо һибеп, киҫәкләп ҡуйы ауыл ҡаймағын һалдым, май һалырға ла мөмкин .Универсаль ҡамыр" рецебы

"Универсаль ҡамыр" рецебы
"Универсаль ҡамыр" рецебы

Икмәк баҫа торған һауытҡа бер стакан һалҡын һыу ҡоям да шунда бер сәй ҡалағы ваҡ әсетке һалам ( пакмая кеүек)
Икенсе һауытта бер стакан ҡайнар һыу ҡоям да унда дүрт аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып болғайым.
Шунан шәкәрле эҫе һыуҙы әсетке ҡушылған һыуға ҡушам да етәрлек он ҡушып шыйыҡ ҡамыр әсетергә ҡуям, ҡамыр башы (опара) Ҡапҡас менән яҡшы итеп ябып ҡуям.
Күпмелер ваҡыттан һуң, күп ваҡыт үтмәй, шыйыҡ ҡамыр ҡабарып сыға. Шуға бер сәй ҡалағы тоҙ, 50-100 г. шыйыҡ май ҡушып, еткән тиклем генә он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫаһың, майҙы майикмәк бешергәндә әҙерәк ҡушырға ла мөмкин. Өҫтәп һыу ҡушмай ғына ҡамыр баҫырға тырышыр кәрәк. Был ҡамыр һәр-төрлө ҡамыр аштарына бара : бәлештәр, әсе лә шәкәрле лә бәлешкә бара, пирожкиләр, пицца, булочки, һәм башҡа йәнең теләгән ризыҡҡа ҡулланырға була. Ныҡ ҡабарып һәр саҡ уңып бешә!
Һәм тағы ла : ҡамыр баҫҡас ҡабарғанын көтөп тороу кәрәкмәй, шунда уҡ яраштыра, бешерә башларға була, шуныһы яҡшы!.

 

Гөлгөнә Баййегетова

Автор:
Читайте нас