Ҡыш буйы ҡарап йөрөнөк инде ул, баҙарға ныҡ иртә барыр кәрәк икән. Халыҡ иртүк кенә башын - тояғын, үпкә - бауырын һыпырып алып бөтә икән. Ит һатыусылар бер тауыштан шулай тине инде...
Ҡоштоң бауыр-йөрәге нимәһе менән кәм тинем дә, бөгөн туңдырғыстан сыҡҡан эслекте ит турағыстан үткәреп тутырма эшләргә булдым...
Алдан тутырма эшләргә вайлбериздан хәләл коллагендан эшләнгән лента һатып алдым.
Үәт шәп нәмә икән!
Киске ашҡа тел йоторлоҡ тултырма бешеп тә сыҡты.
Эре малдың тултырмаһынан да тәмлерәк күрҙемсе.
Иремә лә оҡшаны, деликатес бит был тип ҡуйҙы.
Берәй нәмәне тәүге тапҡыр эшләһәм, бешерһәм, яҙып ҡуя һалам. Үҙемдең фантазияны ла егеп, элекке тәжрибәне лә ҡулланып, яңыса рецептар килтереп сығарам.
Бәлки һеҙгә лә кәрәге тейер, яҙып алығыҙ
- 2 кг ҡош-ҡорт эслеге
0,5 стакан тары ярмаһы (70 гр)
35-50 гр һарымһаҡ
1 ҡалаҡ тоҙ.
0,5 сәй ҡалағы борос
100 грамм ҡаҙ майы.
Тәмләткестәр мөмкин.
Ҡайнап торған тоҙло һыуға 2-3 ҡат йыуылған тары ярмаһын һалабыҙ, 8 минут тирәһе ҡайнатып алғас, һалҡын һыу менән сайып, һарҡытып алабыҙ.
Ит турағыстың ваҡ сеткаһы аша ҡош "приборын", һарымһаҡ, ҡаҙ майын үткәреп алабыҙ.
Барыһын бергә бутап, тоҙ, борос, 1 стакан ҡайнар һыу ҙа ҡушҡас, тултырманы эшләп ҡуйырға ғына ҡала.
Коллаген лентаның үҙенсәлектәре, мотлаҡ дөрөҫ ҡулланыуға ҡағылышлы урындары бар. Яҙа башлаһаң оҙаҡ, интернеттан үҙегеҙ ҡарарһығыҙ, йәме.
Айгөл Иҙрисова
Автор фотоһы