-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең тышлыҡта. ФӘНДӘН АЛЫП СӘЙӘСӘТКӘ ТИКЛЕМ...

«Уңышлы ир-егет артында аҡыллы ҡатын тора» тигән әйтем бар, ә уңышлы ҡатын-ҡыҙ артында кем тора икән? Күп осраҡта, көслө зат ҡатарында ил мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән гүзәлдәрҙе күҙәтеп шундай һорау тыуа. Кем уларҙы бала саҡтан уҡыуға-белемгә, маҡсатлы үҫешкә өндәй? Еңел юл һайламаҫҡа, барыһына тырыш хеҙмәт менән өлгәшергә, ата-әсә, туғандар, милләт алдында яуаплылыҡ тоторға икәнде кәңәш итә? Илгә кәрәк саҡта алғы сафҡа ла баҫырға, иң ауыр йөккә егелергә, нескә иңеңде ҡуя белергә кәрәкте ҡатын-ҡыҙ күңеленә ниндәй юғары аң һала икән? Ҡыҙыҡ һорау, шулаймы? Беҙ быны асыҡлау өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының  Башҡортостан филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина менән һөйләштек.

Беҙҙең тышлыҡта. ФӘНДӘН АЛЫП СӘЙӘСӘТКӘ ТИКЛЕМ...
Беҙҙең тышлыҡта. ФӘНДӘН АЛЫП СӘЙӘСӘТКӘ ТИКЛЕМ...

Булыр бала – биләүҙән

Апаһы Иренаның мәктәпкә йөрөүенә шул тиклем ҡыҙығып, бәләкәй генә көйөнсә уға эйәреп бара ла, уҡытыусынан оялып парта аҫтына  йәшенә икән ул. Күпте белергә теләгән ҡыҙ шунда ла барыһын тыңлап, уҡытыусының һөйләгәндәрен аң-зиһененә һеңдереп ултыра. Уҡытыусы, әлбиттә, күрә лә, белә лә һәм кескәй ҡыҙҙың белемгә ынтылышын хуплай ҙа, тик, башҡа балаларҙың иғтибарын ситкә йәлеп итмәй, дәрес үткәрергә лә кәрәк. Ҡайһы көн был «уҡыусыһын» сығарып парта артына ла ултырта икән уҡытыусы, бик булмаһа «саҡ ҡына үҫкәсерәк килерһең» тип ҡайтарып та ебәрә. Быны белеп ҡалған өйҙәгеләр ҙә «апайыңа ҡамасаулама» тип тыйып ҡуя. Шунан алып инде «Әлифба»ның йөкмәткеһен, рус теле дәреслегенең шиғырҙарын яттан белгән ҡыҙсыҡ ҡасан уҡырға барырға мөмкин булыуын түҙемһеҙлек менән  көтә башлай.

– Стәрлебаш районының данлыҡлы Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан Аллағыуат ауылында донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләлә дүрт бала үҫтек: ике ҡыҙ һәм ике малай. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып әлеге көндә барыбыҙ ҙа ғаиләләребеҙ менән Өфөлә төпләндек. Апайым Ирена  Ғәлинур ҡыҙы Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыта. Ҡустыларым Илнур менән Нур үҙ өлкәләрендә тырышып хеҙмәт итә. Алина һәм Ирхан, Алтынай, Батырйән һәм Ырсай исемле балалар тәрбиәләйҙәр, – тип таныштыра үҙ биографияһы менән беҙҙең героинябыҙ. – Шәхестең был донъяға ҡарашын һәм рухи ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа, әлбиттә, ғаиләнең роле ҙур. Бәләкәй саҡтан беҙҙе эшһөйәр һәм тырыш итеп тәрбиәләнеләр. Әтейем менән әнейем (беҙҙең яҡта атай-әсәйгә шулай тип өндәшәләр) иртәнән алып кискә тиклем дәүләт эшендә булды.  Әтейем Ғәлинур Хөснулла улы «Ашҡаҙар» колхозында инженер, рәйес, һуңынан Аллағыуат ауылы биләмәһендә ойошторолған хакимиәттең тәүге башлығы булды. Әнейем Зифа Хөсәйен ҡыҙы ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын етәкләне, аҙаҡ «Йондоҙсоҡ» балалар баҡсаһында мөдир, артабан Аллағыуат ауылы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Бала саҡтың шундай тәьҫораты һаман да күҙ алдында: йортобоҙҙа иртәле-кисле, ял көндәрендә лә һәр саҡ ниндәйҙер йомош менән килгән кеше булды. Әнейемә тәүлектең төрлө ваҡытында ауырыуҙар килә, әтейемә лә ҡапыл килеп тыуған мәсьәләләр буйынса ауылдаштар мөрәжәғәт итә торғайны. Шуны әйтергә теләйем: уларҙың эше өйгә лә эйәреп ҡайта, ә беҙ, балалар, шуны күреп һәм белеп үҫтек.

...............

Ғаиләһенең оло быуынын бөгөн дә иң йылы һүҙҙәр менән хәтерләй Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы: «Иң мөһим тормош тәғлимәтен һәм тәжрибәһен беҙ шулай ҙа олатай-өләсәйҙән алдыҡ. Олатайым Хөсәйен Йыһангир улы Асҡаров Аллағыуат урта мәктәбенең директоры булып оҙаҡ йылдар эшләне, белеме буйынса тарихсы ине. Беҙгә бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, ауыл тарихын, хатта әкиәттәр һөйләй торғайны. Ә Фәниә өләсәйем йырларға, төрлө әйтем-мәҡәлдәргә маһир булды. Улар беҙҙе үҙҙәренең шул оло аҡылы нигеҙендә, йөрәк йылыһын биреп үҫтерҙе. Күмәкләшеп билмән яһаған, өләсәй менән бергә бауырһаҡ, ҡоймаҡ  бешергән мәлдәр һағындырып иҫкә төшә. Элек байрам һайын матур ҡотлау открыткаларын почта аша ебәрә торғайныҡ, ә студент саҡта өләсәйҙең латиница менән яҙылған хаттарын алып ҡыуанғаныбыҙ һаман иҫтә».

Булыр бала – биләүҙән, ти халыҡ. Белмәй әйтмәгән: донъяуи күҙәтеүҙәр аша килә бындай һығымталар. 

 

Фән тауына менер һуҡмаҡ

Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға килә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. Биш йыл курс старостаһы, студсовет ағзаһы, йәштәр ойошмаларын етәкләү менән студент мәле елеп үтеп тә китә. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, аспирантураға тәҡдим итәләр. 2004 йылда – кандидатлыҡ, 2018 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

– Ғилми етәкселәрем  профессорҙар Марат Вәли улы Зәйнуллин, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисаметдинова фәндә лә, йәмғиәт тормошонда ла ҙур остаз булдылар. Диссертация өҫтөндә эшләгәндә, мин быға тиклем йыйынтыҡтарҙа баҫылған фольклор әҫәрҙәренән тыш, үҙем райондар буйлап йыйған халыҡ ижады өлгөләрен дә өйрәндем. Фән талапсан, ентекле һәм тырыш кешеләрҙе ярата. Халыҡ ижадының үҙенсәлеген, бай мираҫын тикшереү миңә әле башҡарған эштәремдә лә ярҙам итә. Сөнки тап фольклорҙа халыҡтың психологияһы, тормош тәжрибәһе һәм мәҙәниәте яҡты сағылыш алған, – тип һөйләй фән өлкәһендәге эшмәкәрлеген ғалимә.

Аспирантурала уҡыған осорҙа Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында, һуңынан Президент хакимиәтендә эшләй тырыш ҡыҙ. Өфө ҡалаһының Киров районы депутаты итеп һайлана. Бер осор Марат Вәли улы уға ошондай кәңәш бирә: «Гөлнур, фәнде ташлама! Докторлыҡ диссертацияһын яҙ. Фән – яуаплы һәм кәрәкле өлкә, бер ваҡытта ла үҙенең ҡиммәтен юғалтмаясаҡ». Алтын кәңәште тота ул. Әйтергә кәрәк, Ҡолһариндар тотош ғаилә менән тип әйтерлек фән тауына үрләй. Апаһы ла, ҡустыһы ла – фән кандидаты. Тик беҙҙең героинябыҙға яҙмыш икенсерәк юл тәҡдим итә, әммә фән хаҡындағы хыял һаман йәшәй әле: «Әгәр дәүләт хеҙмәте юлынан китмәһәм, мин тел ғилеме өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалыр инем. Сөнки был – минең булмышым, алға ҡуйған маҡсатым. Ваҡыт ҡыҫыңҡылығы арҡаһында, ҡайһы бер пландар хыял булып ҡала, әммә мин уларҙы тормошҡа ашырырға тырышам. Китаптар әҙерләү һәм баҫтырып сығарыу, төрлө проекттар өҫтөндә эшләү – барыһы ла ваҡыт һәм көс талап итә»..

 

Ватанды һаҡлаусыларҙы хәстәрләп

«Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды – Рәсәй тарихында һуғыш хәрәкәттәре ветерандарына ярҙам иткән тәүге ойошма. Һәм уның беҙҙең республикалағы етәксеһе – Гөлнур Ҡолһарина. Владимир Путиндың бик ваҡытлы һәм көнүҙәк ҡарары буйынса булдырылған фонд хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан ветерандарға һәм һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған егеттәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам итә. Бында медицина, психологик, хоҡуҡи, социаль хеҙмәттәр күрһә-телә, шулай уҡ техник реабилитация саралары, ҡул менән йөрөтөлә торған автомобилдәр, торлаҡтарын кәрәкле йыһаздар менән ҡулайлаштырыу һәм башҡа бик күп ярҙам сараларын алып була. Фондта 50 меңдән артыҡ кеше иҫәптә тора. Бөгөнгө талымһыҙ хеҙмәте хаҡында бик күпте һөйләй ала етәксе, сөнки фондтың башҡарғаны иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Әммә журнал биттәре сикле һәм беҙ был хаҡта ҡыҫҡаса мәғлүмәт кенә бирәбеҙ. Фонд етәксеһе телмәренән:

– Айырыуса шуны билдәләп үтергә теләйем: фонд филиалының беренсе составындағы командабыҙҙың бөтә ағзалары ла бөгөнгө көнгә тиклем беҙҙең менән. Өс социаль координаторҙы декрет ялына оҙаттыҡ, ә ике егетебеҙ, Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ватанды һаҡларға алғы һыҙыҡҡа китте. Бөгөн республикала 120 социаль координатор эшләй. Башҡортостандың бөтә муниципалитеттарында ла белгестәребеҙ батырҙарыбыҙҙы һәм уларҙың яҡындарын ҡурсалай, уларға дәүләт тарафынан ҡаралған ярҙам сараларын юллап алырға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, беҙҙең филиал – илдә иң күп һанлыларҙың береһе. Бынан тыш, төрлө рейтинг йомғаҡтары буйынса ул – һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә. Командабыҙҙың һәр ағзаһы битараф булмаған һәм ысын күңелдән дөйөм миссияға бирелгән профессионал тип, ышаныс менән әйтә алам!

.....................................................

Ғаилә идиллияһы

Арый ҙа белмәйҙер, ял да итмәйҙер, хатта эшенән ҡайта ла алмайҙыр кеүек бит интернет селтәрҙәрендәге хеҙмәт әүҙемлеге Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының. Ә асылда ул бында ла яйын таба икән. Тормош иптәше менән тәбиғәткә сәйәхәт ҡылыуҙы шәп ғәҙәт итеп алыуҙары, хәрәкәтле ялдар ойоштороуҙары, яңы урындарҙы барып күрергә ынтылып тороуҙары хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта аш бүлмәһен яратыуы һәм тәмле ризыҡтар оҫтаһы икәнлеген дә белдереп, беҙҙе бөтөнләй хайран итә.

– Ҡасан өлгөрәһегеҙ? – тием аптырауымды йәшермәйенсә. Һәм яуап барыһын да аңлата кеүек:

– Мин бер ваҡытта ла еңел юл һайламаным: уҡыуҙа ла, фәндә лә, бөгөнгө хеҙмәтемдә лә. Ил ниндәй осор кисергәнде беләһегеҙ. Әлеге хәл-ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнауы ла күңел көсө талап итә. Ошо ысынбарлыҡтан аҙыраҡ арынып тороу урыным – аш бүлмәһе. Ауыр уйҙарҙы, көсөргәнештәрҙе өйгә алып ҡайтмаҫҡа тырышам. Аҙыҡты тик ыңғай энергия менән әҙерләргә кәрәк. Бына ошо матур йола, яҡындарыма хәләл ризыҡ әҙерләү ритуалы күңелемә ял бирә лә инде. Был тәңгәлдә беҙ ҡәйнәм менән оҡшашбыҙ, уның да аш-һыуы бер сәнғәт өлгөһө шикелле.

Ғаилә шулай уҡ спортзалға, бассейнға йөрөүҙе ғәҙәткә индергән. Шулай уҡ китаптарҙы, матбуғатты ҡағыҙ вариантта уҡыу тәртибе лә үҙгәрмәгән әле был йортта.

..................................................

Ҡатын-ҡыҙ һәм ғаилә темаһына күскәс, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен етәкләүен дә телгә алып китмәү мөмкин түгел.

– Ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә мин студент йылдарынан алып ҡатнашам. Тәү осорҙа абруйлы йәмәғәтселәргә йәштәр сафында ярҙам итеп йөрөнөм, шул йылдарҙа үҙем өсөн ҙур тәжрибә тупланым. Хәҙер инде «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары»  йәмғиәтен, Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһын» етәкләйем, – тип ҡыҫҡаса, мөһим мәғлүмәттәрҙе генә бирә ул. – Ҡатын-ҡыҙҙарға терәк булыу, уларға ярҙам итеү, килеп тыуған мәсьәләләрен хәл итергә булышлыҡ итеү – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ та миссиям тип иҫәпләйем.

 

Мәҡәләнең башында ҡуйылған һорауҙарға яуаптар героинябыҙ йәшәйешен асыҡлай бара табылды ла, шулай бит? Көслө, эшмәкәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың уңыш сере – ул рух ныҡлығы, ҡаҡшамаҫ үҙаң, ойошҡанлыҡ һәм тырышлыҡ. Тап шундай гүзәл заттар иренә лә, ғаиләһенә лә, йәмғиәтенә лә, иленә лә терәк була белә.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас