-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Баш мөхәррир һүҙе. Матбуғатҡа яҙылыу – мәҙәни күрһәткес

Яңы йыл байрамдары алдынан Бөрйән районы хакимиәтенән шылтыраталар: «Йөҙ данаға өсәү генә тулманы, өлгөрмәнек, почталар эшләй башлау менән яҙҙырып, вәғәҙәбеҙҙе үтәп ҡуйырбыҙ». Ҡотлауҙарҙың, теләктәрҙең, тәбриктәрҙең иң шәбе булды был һүҙҙәр беҙҙең өсөн. Район етәкселеге үҙ белдеге менән журналыбыҙға подписка ойоштороп, шул хаҡта мәғлүмәт биреп ҡыуандырып тора. Был – мәҙәни күрһәткес. Айырым шәхестәрҙең, йәмғиәттең, ерле халыҡтың интеллектуаль, аң һәм рухи кимәле.

Баш мөхәррир һүҙе. Матбуғатҡа яҙылыу – мәҙәни күрһәткес
Баш мөхәррир һүҙе. Матбуғатҡа яҙылыу – мәҙәни күрһәткес

Туған тел темаһы ҡырҡыу ҡалҡып сыға бөгөн. Тел янына башҡа төрлө рухи ҡиммәттәргә хәүеф янауы ла өҫтәлә. Ҡапыл ғына нимәләрҙелер үҙгәртергә һәм шул нигеҙҙә ыңғай һөҙөмтәләр күрергә теләй күптәр. Кемдәрҙер менән еңешеп, сәмләшеп, кәмһетеп агрессив рәүештә лә «яҡлаусылар» етерлек милли төшөнсәләрҙе. Тик ундай ысулдарҙан ыңғай күренештәр булғаны юҡ әле. Ә бына, һәр кем, бәләкәй генә үҙ өлөшөн индергәндән алға китеш бар. Уны беҙ үҙ миҫалыбыҙҙа ла иҫбатланыҡ. «Тел, милләт, рухиәт» – тип яныусы һәр кем бер генә дана башҡорт матбуғатына яҙылһын әле – бына был һүҙҙән эшкә күсеүҙең тәүге аҙымы буласаҡ та. Иң беренсе, йәненә ҡәнәғәтлек нуры төшәсәк был зыялы әҙәмдең, сөнки һәр беребеҙҙең күңел төпкөлөндә милли үҙаң бар ул, һаҡлана. Икенсенән, йортона милли баҫма килеп, ул уҡылып йәки ҡаралып, ғаиләне һәм киләсәк быуынды ошо мәҙәниәттә тәрбиәләйәсәк. Балалар ишетеп түгел, ә күреп, ҡарап өйрәнә.  Өсөнсөнән, милли темаларға ауыҙ тултырып һүҙ ҡуҙғата ала, йөҙө яҡты, йөрәге саф була, ул бит әлеге төшөнсә-ләрҙе һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ҡатнаша, ул битараф йәки маңҡорт түгел. Ул – аңлы, мәҙәниәтле, киләһе быуындарын ҡайғырта һәм ҡурсалай белеүсе рухлы шәхес. Ул – беҙҙең яҙылыусы һәм уҡыусы.

Миләүшә Ҡаһарманова

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас