+30 °С
Болотло

Уның рух ялҡыны

Тупһаны үтеү менән  танауға шундай ауылса үҙ булған ағас иҙән, буяу һәм иҫке китаптар еҫе килеп бәрелә, ә стенала тере тарих – фоторәсем-дәрҙән ауылдың арҙаҡлы шәхестәре йылмая... Тыуған өйҙәй йылы, яҡты һәм йәмле ауыл клубында беҙҙе яғымлы апай ҡаршы ала. Фәһимә Ғаяз ҡыҙының ғүмер юлы – тулы бер эпоха: 30 йыл колхозда ферма мөдире, баш зоотехник йөгөн тартып, әле бына 23 йыл инде ауылдың мәҙәни усағын дөрләтеп тота ул.

Уның рух ялҡыныУның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны

«Сәбәбе – колхоз сөгөлдөрө»

Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә Фәһимә. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ бала саҡ хыялы артынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына юллана. Һаҡсыларҙы көскә үтеп, ҡабул итеү комиссияһындағы подполковникка үҙ теләген һөйләп бирә ул. Быйыл ҡыҙҙар төркөмөн йыймайбыҙ, тигән яуапты ишеткәс, бошоноп ҡына ҡайтырға сыға. Бәләкәстән өҙҙөрөп гармунда уйнаған, йырлаған һәм матур һүрәт төшөргән талантлы ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһына ла барып ҡарай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда документтар ҡабул итеү тамамланған булып сыға.  

«Сәбәбе – колхоз сөгөлдөрө. Сығарылыш кисәһендә аттестаттарыбыҙҙы ҡулға бирмәнеләр, «сөгөлдөр уталып бөткәс кенә тапшырабыҙ», тинеләр. Тәү ҡарамаҡҡа изге ниәт шулай әллә күпме баланың киләсәген үҙгәртеп ебәрҙе, – тип үткәндәрен бәйән итә Фәһимә Ғаяз ҡыҙы. – Ул осорҙа колхозда фермалар гөрләп торҙо. Хеҙмәт хаҡын ус тултырып алдылар, малсыларҙың тормошо матур, етеш, эштәре баһалы булды. Ауылда ла юғалып ҡалмаҫмын, тип Стәрлетамаҡ совхоз-техникумының зоотехния бүлегенә уҡырға индем һәм ярты ғүмеремде тиерлек малсылыҡ тармағына арнаным. Үкенмәйем».

Ҡырмыҫҡалы районының «Фрунзе» колхозына эшкә ҡайтҡан белгес 17 йыл ферма мөдире, бер йыл тоҡомсолоҡ буйынса зоотехник, ун йыл колхоздың баш зоотехнигы вазифаларын башҡара. Ир-ат һөнәрен үҙенең нескә иңенә алған йәш кенә ҡыҙ ҡара тырышлыҡ, сәм һәм уңғанлығы менән алдыра. 

 

.......................................

 

«Ул ауылдан егет һайлама...»

– Шуныһы ҡыҙыҡ: әсәйем: «Бишауылдан егет һайлай күрмә, унда ҡатындар яман, береһенең ирен икенсеһе тартып ала, икенсеһенекен – өсөнсөһө», – тип мине ҡаты ғына киҫәтеп ҡуйғайны. Ир-егеттәр менән артыҡ аралашмаҫҡа тырышам бит инде. Әммә «маңлайыңа яҙған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән» тип йырлайҙармы әле? Ғүмер юлымда тап ошо ауыл егете – Зәбир Кәбир улының осрауы һәм, иҫ китмәле егәрле, әҙәпле, көслө Абдрафиҡовтар нәҫелен дауам итеп, тырыш, намыҫлы балалар үҫтереүебеҙ – яҙмышымдың иң изге, иң оло бүләгелер, –  ти әсә. 

............................................

«Биш йыл ҡәйнәмдәр менән йәшәнем. Һәйбәт булдылар. Тәүге сабыйыбыҙға өс ай ҙа тулманы, эшкә саҡырып сығарҙылар. Ҡәйнәм – сөгөлдөрҙә, ҡайным – төҙөлөштә, мин – фермала, иптәшем – колхозда водитель. Кем бушай, шул бәпес ҡарай.   Шунан ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бәләкәс-тән эш белеп үҫте балалар. Өс-дүрт йәшлек кенә үҙҙәрен өйҙә бикләп китә инек, тәҙрәнән, түбәләре саҡ күренеп, ҡарап ҡалған булалар – бөгөн инде был башҡа һыймаҫлыҡ күренеш. Биш йәшлек өлкәнебеҙ көтөү ҡаршылай ҙа малдарҙы ябып ҡуя», – тип һөйләй әңгәмәсем. Бөгөн инде үҙҙәре һөнәрле, ғаиләле ҙур кешеләр улар.

 

Резина итек һәм үлем менән алыш

Һалҡын фермала резина итектәрҙә йөрөп, һыуыҡ алдыра ферма мөдире. Инфекция тәрәнгә китә лә операция өҫтәлендә уның ғүмере өсөн алты сәғәт көрәшә хирургтар. «Көслө ауыртыуға сыҙай алмай ята инем, ҡапыл еңел булып китте лә ҡайҙалыр остом. Мәрхүм күршебеҙ мине саҡырырға килгән икән тип күрәм. «Юҡ, мин әле бара алмайым, балаларымды кеше итмәгәнмен бит», – тием уға.  Йөрәгем туҡтап бөткәс, табиптарҙың мине үлем тырнағынан көскә йолоп ҡалыуы юҡҡа булмағандыр. Хоҙай биргән был ғүмерҙе тағы ла күберәк изгелектәр ҡылып үтергә тейешмендер, тип уйланым. Тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Үҙемә һәм башҡаларға мөнәсәбәтем йомшарҙы», – тип үҙе менән булған хәлде бәйән итә героинябыҙ. 

................................................

 

Мәҙәни усаҡ йылыһы

Гөрләп торған колхоздар бер мәл килеп көрсөккә терәлә. Хеҙмәт хаҡы түләнмәй башлай.  Тап шул мәлдә Фәһимә Ғаяз ҡыҙына ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире эшен тәҡдим итәләр. Ундағы хеҙмәт хаҡының 480 һум икәнен белгәс, аптырап ҡала колхозда ҡулаҡса күрмәгән баш зоотехник.

«Йәшем бара, фермала резина итектә йүгереп йөрөрлөк һаулығым юҡ, балаларҙы ла уҡытырға кәрәк, клубҡа мөдир эҙләйҙәр. Шунда ризалашайым да ҡуяйым», – тип иремә, дискотекаға барып ҡарарға булып киттем. Ул, ҡуй инде, был йәштә кеше көлдөрмә, тигәс, Зәбирҙең үҙен дә ҡултыҡлап алып сығып: «Бына, күрәһеңме? Беҙҙең балаларҙан да йәш бала-саға йөрөй, мин халыҡ менән эшләп өйрәнгәнмен, психологияны ла яҡшы беләм, ҡулымдан килер ул», – тинем. Клубҡа инһәк, «шаром покати» – бер нәмә юҡ. Ең һыҙғанып керештем: мәктәптән иҫке өҫтәл-ултырғыстар, шкафтар килтерттем, эргә-тирәһен кәртәләнек. Шулай буяп, биҙәп, ҡулдан килгәнсә йыһазландырып алдым. Ауылдаштар ярҙамы менән клубтың бер мөйөшөндә милли музей ҙа ҡороп ҡуйҙыҡ: боронғо һауыт-һаба, милли ҡомартҡылар, һандыҡ, кейем, фотоһүрәттәр, көнкүреш әйберҙәре – һәр өйҙән тигәндәй йыйҙыҡ. Бына ҡыҙҙарым менән балаҫ һуғырға ла, ҡорама ҡорарға ла, милли биҙәүестәр эшләргә лә өйрәнеп алдыҡ», – тип музейҙағы һәр экспонат менән таныштыра клуб мөдире.

......................................

Көс сере

    Өҫтәп ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе, инде егерме йыллап  участка һайлау комиссияһы рәйесе һәм староста йөгөн тартҡан апайҙың өлгөрлөгөнә, таһыллығына хайран ҡалырлыҡ. «Беҙҙең заман кешеләре шулай ныҡлы инде ул. Үҙ иңенә берәй яуаплылыҡ алһа, намыҫ менән үтәй. Беҙ, ҡара тупраҡтан ышаныслы атлап йөрөгән ауыл халҡы, гел мал араһында физик эш башҡарып та арымай инек. Ер, тәбиғәт, бәлки, ҡош-хайуандар ҙа көс биреп торғандыр. Хәҙер заман технологиялары кешенең елек майын һура – мин социаль селтәргә мәғлүмәт ҡуйған арала ғына йонсойом. Көнө буйы компьютерға текәләп ултырған йәштәрҙе йәлләйем шуға. Клубта балаларға ижад, йыр-моң, боронғо йолалар аша тәрбиә бирергә тырышам, көс тупларға өйрәтәм, уй-фекерҙәрен тыңлайым, аралашам. Юғиһә, өлкәндәрҙең ваҡыты юҡ, ә балалар, шул компьютерға йомолоп, күңелдәре ярлыланып, хәлдәре бөтөп ултыра. Тыуған яҡ тәбиғәтенең хозурлығын, ҡайҙа ниндәй ағастар үҫкәнен һүрәт төшөргәндә генә аңғарып ҡала күптәр. Йәшәйешебеҙҙең ысынбарлығын, тыуған төйәгебеҙҙең, кешеләрҙең матурлығын күрә, тоя, уларға һоҡлана белеү һәм ижад аша сағылдырыу күңелде үҫтерә, рухи емеш бирә», – ти яғымлы ханым.

...........................................

Ауыл, район тормошона йән өргән был уттай апайҙың маҡсаттары ла ҙур. «Ҡулымдан килгәндә эшләйем әле, мәҙәниәт йортона «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь     ремонт яһатып, уны матур өлгө итеп халыҡҡа ҡалдырырға ине. Ҡыйығын, фасадын, тамаша залын яңыртһаҡ, яңы ҡәнәфиҙәр алып ебәрһәк, ауылыбыҙ тағы ла күркәмләнеп китәсәк.

Сөнки мәҙәниәт йорто – ауылдың йөрәге ул», – тип тамамлай һүҙен ғүмер буйы тыуған ере, туған халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән зыялы ханым.

Альбина Ғөбәйҙуллина.

 

Фото А. Королев.

Уның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны
Уның рух ялҡыны
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас