+30 °С
Болотло

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш

Ҡәҙерле дуҫтар! Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан Гөлдәр Арыҫланова декабрь айында кесе хаж ҡылғайны. Ошо хаҡта һөйләүен үтенеп, уға мөрәжәғәт иттек. Уның “Хажнамә”һе һеҙгә лә оҡшар тип уйлайбыҙ.

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөшИзге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш

Бисмилләәһир рахмәәнир рахиим.

Декабрь башында Ер йөҙөндәге иң изге ерҙәргә, Мәккәгә, Мәҙинәгә, һөйөклө рәсүлебеҙ Мөхәммәт с.ғ.ү.- ң тыуған һәм йәшәгән ерҙәренә барыу бәхете насип булды, йәғни, кесе хаж ҡылыу- Аллаһының йортонда ҡунаҡта булыу насип итте. Ул кисерештәрҙе, ул тойғоларҙы әйтеп, яҙып , еткереп бөтөү мөмкин дә түгел... Был яҙманы тәҡдим итеү ниәтен дә дөрөҫ аңлағыҙ. Үҙем өсөн генә яҙғандарҙы ошонда сығарыр алдынан да күп уйландым... булып ҡайтҡандар кисерештәрен яңыртыр, ниәт итеп йөрөгәндәргә мәғлүмәт булыр.

         Хәжнәмәне нимәнән башлап китәйем икән? Сүбханаллаһ, шулай тип атарға батырсылыҡ итәйем әле. Әҙерлектән башлайым. Әҙерлек –ул сумаҙан тултырыуҙан башлана икән тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Ул – һинең рухи әҙерлегең, йөрәгеңде сафлау. Хәйер, иң беренсе ниәт иттек, аллаһы тәғәлә бәрәкәтен бирҙе, тур (путевка) һатып алдыҡ, йә көнөн һайлап бронгә ҡуйҙыҡ. Һәммм... ул бәхетле көндәрҙең имен – һау килеп етеүен теләп йәшәй башлайһың. Әйткәндәй, көн һайлағанда ла, тап ошо декабрь айын һайланым, сөнки декабрь-ғинуар айҙары был илдә сағыштырмаса эҫе түгел, эҫене күтәреүе лә миңә ауырыраҡ булыр ине.

         Тормошоңа бер мәғәнә өҫтәлеп, ниндәйҙер тулҡынланыу, күтәренкелек, туҡтауһыҙ доғаларҙа булып көтәһең. Күңелеңдең ихласлығын, ҡәлбеңдең таҙалығын, уйҙарыңдың төҙөк, дөрөҫ булыуын һорайһың да һорайһың. Аллаһы тәғәләнең ғәфү итеүен һорап истиғфарҙар ҡылаһың да ҡылаһың... Күңелеңдән генә һине рәнйеткәндәрҙе ғәфү итәһең, үҙең үпкәләткәндәрҙән  ғәфү һорайһың. Ҡыҫҡаһы, һәр саҡ истиғфар ҡылаһың. Шунһыҙ һиңә Ҡәғбәтулла ҡаршыһында баҫып  доға ҡылыу ҡыйын буласаҡ, тип өйрәтте беҙҙе юлға әҙерләүсе мөслимә инструкторыбыҙ.

Ниһайәт был көн килеп етте. 3декабрь киске ундар тирәһе. Өфө аэропорты.Сумаҙандарыбыҙҙы келтер-келтер этеп , яйлап төркөмөбөҙ менән  йыйылабыҙ. Беҙҙең изге сәфәрҙе ойоштороусылар , UMMA TOUR компанияһы (улар тураһында аҙағыраҡ) беҙҙе ҡаршы ала, билеттар, визаларыбыҙҙы, (бөтәһен үҙҙәре әҙерләй) бүләктәр йыйылмаһы (сифатлы ғына рюкзак, аяҡ кейеме һалырға сумка, барсетка, ике китап) тапшыра, матур теләктәрен  теләп оҙатып ҡала.  Хәйер, улар менән  онлайн күптән танышбыҙ, айға яҡын беҙҙең менән бергә “әҙерләнделәр”,  ZOOM платформаһы аша конференция ойошторҙолар. Аэропорттағы  мәшәҡәттәр тамамланды шикелле, беҙ рейсты көтөү залындабыҙ. Һәм бына төнгө икенсе яртыла беҙ самолетта. ӘлхәмдүлиЛләһ. Моңло доғалай яңғыраған ғәрәп телен, ихх ниңә ошо телде  өйрәнмәйем икән мин, тип тыңлап ултырам. Радионан инструкциялар һөйләнде, юл доғаһы уҡылды. Хәйерле сәфәрҙәр!

Яғымлы, сибәр стюардессалар һыу, контейнерҙа ризыҡ алып киләләр. Әсе чили боросон һалып йәшелсәләр менән бешерелгән  былау. Әсееее! Ашап була былай. Ярай, вирустарға бирешмәбеҙ , тием. Шарджаға килеп еттек. Иртәнге намаҙҙарҙы уҡып алабыҙ. Байтаҡ ҡына көткәс, самолетҡа ултырҙыҡ. Сирек тәүлек зәңгәр һауала. Килеп еттек!

4 декабрь, иртәнге 10.00.

Мәҙинә! Нурлы Мәҙинә! Матур ғына, ыҡсым ғына (һәр хәлдә миңә ыҡсым тойолдо) аэропорт. Еләҫ кенә, тәмле һауа, яҙ еҫе, пальмалар, сәскәләр... Беҙҙе, конференция үткәреп, Ғүмрә нескәлектәрен аңлатып һөйләүсе  Ризван хәҙрәт ҡаршы ала. Ете-ят ерҙә туғаныбыҙҙы осратҡандай шатланабыҙ. Автобустарға ултырыу менән һыу, шаурмалар таратып сыҡтылар, былай асыҡманыҡ та шикелле. Әллә күңел туҡмы шул?..  Ҡалаға юл алабыҙ. Тирә-яҡ һоро тауҙар, төҙөлөш, пальмалар – ошо өс һүҙ менән һүрәтләй алам аэропорт- ҡала юлын. Отелдә , лоббиҙа сумаҙандарыбыҙҙы ҡалдырҙыҡ та, урындағы симкалар алырға киттек, алдан Өфөлә алған долларҙырыбыҙҙы риалға алыштырҙыҡ һәм Ән Нәбәүи мәсетенә өйлә намаҙына киттек.

Нурлы Мәҙинә! Мөхәммәт ﷺ– дең эҙҙәрен һаҡлаған изге ерҙәр! Ул йөрөгән урындар, ул һулаған һауа! Әлегә  өҫкә отелдәр ауып килә, һатыусыларҙың “Хәмсә риал, хәмсә риал!!!”- тигән һүҙҙәре яңғырай... Ана, алда мәсет! Ана йәшел көмбәҙе!  Беҙ йәшәйәсәк отелдән 7-10 минут самаһы алыҫлыҡта . Бәрәкәттең үҙе! Ән Нәбәүи, икенсе төрлө,  Пәйғәмбәр мәсете. Википедия нимә ти: 622 йылда төҙөлгән, 600 кеше һыйҙырышлы, (хаж ваҡытында 1 млн. кеше һыя) 10 (оҙонлоғо – 105 метр) манаралы мәсет. Былар һандар. Күңелдәге һиллек, хистәр ... Тынып ҡалдыҡ... Мең шөкөр! Шау- шыу, халыҡ ҡайнап тора. Төрлө телдәр , төрлө йөҙҙәр, кешеләрҙән тығын бында. Әммә, һин уны күрмәйһең, ишетмәйһең. Ошо мәсеткә инеп намаҙ уҡырға, Зәм-зәм эсергә ашығаһың. Юлдағы арыу ҙа юҡҡа сыҡты. Ниндәй генә илдән, ниндәй генә халыҡ юҡ бында: Пакистан, Бангладеш, Төркиә, Алжир, Һиндостан һ.б. Әммә беҙҙең йөрәктәребеҙҙе бер нимә берләштерә – бер Аллаһы тәғәләгә ышаныу.

Беҙҙе “Әл –Мәҙинә Әл Джәдидә” исемле отелгә урынлаштырҙылар. Таҙа, матур, ялтырап тора, бөтә уңайлыҡтар бар. Ресепшендағылар менән инглизсә лә, ымлашып та, цифраларҙы яҙып та аңлатышабыҙ. Ресторанда тәмле ашаталар, ризыҡтар бәрәкәтле, швед өҫтәле, ҡатындар бер залда, ир- егеттәр бер залда ултыра. Икенсе залда  ирҙәр аш доғаһы уҡый, һиллектең, бәрәкәттең  үҙе.

Арыу һиҙелде яңы. Иртәгә йома, йомаға әҙерләнәбеҙ, иртәрәк ятабыҙ.

5 декабрь. Сәғәт таңғы 4.00. Беҙ мәсеткә йүнәлдек. Тәһәджүд, иртәнге намаҙ. Унан Раудаға -  Йәннәт баҡсаһына, йәғни Мөхәммәт ﷺ ерләнгән еренә. Һөйөклө рәсүлебеҙ былай тигән : “Минең өйөм менән минбар араһында Йәннәт баҡсаларының береһе”, - тиелә хәҙистә.  Рауда тирәләй Әйшәнең бүлмәһе, пәйғәмбәрҙең минбары урынлашҡан. Раудала, Йәннәт баҡсаһының бер өлөшөндә, бында булған һәр кеше үҙен бәхетле тоя. Аллаһы тәғәләнең  һиңә күрһәткән бер мәрхәмәте инде...

Ҡайтып тәғәмләнеп алғас, йома намаҙына ашығабыҙ, кеше күп, мәсеттән инеп тәүге рәттәрҙән урын алғыбыҙ килә. Эй илаһым, моңло аҙан яңғырай, күҙҙән  йәштәр тама... Йома намаҙы тамам, доғалар уҡып, Зәм- зәм һыуын эсәбеҙ. Икендегә тиклем халыҡ таралышмаған да кеүек, беҙ ҙә бында, Әнисә апай менән Ҡөрьән уҡыйбыҙ. Әйткәндәй, мин ауылдашым, тәүге уҡытыусым Әнисә Бәхетйән ҡыҙы менән бергәбеҙ. Беҙҙе төркөмдәштәребеҙ башта  әсәйле-ҡыҙлы, кемдәрелер апайлы-һеңлеле тип уйланылар. Юҡ, минең беренсе уҡытыусым, күүптән хаҡлы ялда, ҡасандыр мин һине етәкләп кенә йөрөткәнмен, бөгөн һин мине етәкләп кенә йөрөттөң тип, ҡайтҡас, рәхмәтен әйтте.

Икенде намаҙынан һуң, йәйәүләп, экскурсияға сыҡтыҡ: Ғамәмә, Әбү Бәкер р.ғ  мәсеттәренә барҙыҡ. Ғамәмә мәсете – тарихи мәсет. Ул 631 йылда Мөхәммәт ﷺбайрам намаҙы уҡыған урында урынлашҡан. Ғамәмә – ғәрәп теленән “болот” тип тәржемә ителә. Пәйғәмбәребеҙ тап ошо урында намаҙ уҡығанда,  бер болот аяуһыҙ ҡояш нурҙарын ҡаплап торған, тип риүәйәт ителә. Әбү Бәкер мәсете тураһында -  пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәһе Әбү Бәкер ас- Ситдыҡ тап ошо ерҙә Мөхәммәт ﷺһәм башҡа сәхәбәләр менән бергә намаҙҙарын ҡылғандар, тиелә сығанаҡтарҙа. Мәғриб намаҙына ҡабат мәсеткә ашығабыҙ. Был мәсеттә намаҙ уҡыуҙың сауабы- мең намаҙ ҡылыу сауабына тиң, быны белеп тә һәр кемебеҙ унда ашыға.

6 декабрь. Фаджр, Өйлә намаҙҙарын, әлбиттә, пәйғәмбәребеҙ мәсетендә уҡығандан һуң, автобус менән экскурсияға киттек.  Беренсе туҡталыш – тарихи Өхөд тауы. Тау 1126   метр бейеклегендә, Мәҙинә ҡалаһының төньяғында урынлашҡан. Бында 625 йылдың 23 мартында ислам тарихындағы мөһим яу үткән. Мәҙинәнең мосолман ҡәүеме  Мәккә ҡурайшиттарына ҡаршы тора.  Сираны өйрәнгәндәр быны белә, һәм мин дә кем кесе Хаж, оло Хаж ҡылырға ниәтләй, сираны (Мөхәммәт ﷺтормош юлы) өйрәнергә кәңәш итер инем. Ислам тарихын  һөйләгән ерҙән, рәсүлебеҙ үҙе, уның сәхәбәләре атлаған ерҙәрҙән үтәбеҙ. Беҙҙе алып йөрөүсе хәҙрәтебеҙ бирелеп китеп тарих бәйән итә, радиогидты ҡуйып алғанбыҙ, үҙебеҙ уны тыңлайбыҙ, ҡараштар тауҙар үрен байҡай – уҡсылар анау үрҙә торған, ихх, ниңә рәсүлебеҙҙе тыңламағандар инде?!

Артабан Ҡиблатайн – ике Ҡибла мәсете. Ни өсөн шулай атала һуң? Башта мосолмандар Иерусалимдағы Әл- Аҡса мәсете яғын ҡибла итеп намаҙ ҡылалар. Аҙаҡ Мөхәммәт ﷺ Аллаһы тәғәләнән әшкәртеү килә: Ҡәғбәне ҡибла итергә, тигән. Мәсет тә ике манаралы, ике михраблы, ике тарихи ҡибланы күрһәтеп тора.

Юлыбыҙ Ҡубә мәсетенә. Ҡубә мәсете –Хиджра – Мөхәммәт с.ғ.ү-ң Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе менән бәйле. Риүәйәт ителеүенсә, Мәккәнән Мәҙинәгә килеп ингәс,  рәсүлебеҙҙең дөйәһе, оҙон юлдан һуң тап ошо урында туҡтай һәм ошонда беренсе мәсет һалына. Был мәсеттәге намаҙҙың мөһимлеген Мөхәммәт с.ғ.ү былай ти: “Кем өйөндә таҙарынып килеп, Куба мәсетенә килә һәм намаҙын уҡый, ул Ғүмрә сауабын алыр ”.

Киске һигеҙҙә,  төнгө намаҙҙан һуң Хөрмә баҡсаһына киттек. Бындааа... Мөғжизәәә. Финиктың ниндәй генә сортлыһы үҫмәй! Хәҙистәрҙә иҫкә алынған суккаринан алып  аджва сортлыһына тиклем . Баҡсаның тарихын да википедиянан табып уҡырға була. Төн, ә беҙгә баҡса фонарҙары яҡтыһында, башта финик үҫтереү серҙәре, унан ихрам һәм уның тыйыуҙары темаһына лекция һөйләйҙәр, эҫе сәй, финик менән һыйлайҙар. Иҫ киткес. Иртәгә өйләнән һуң Мәккәгә юлланабыҙ бит, ихрам хәленә инеп, алла бирһә, Ғүмрәбеҙҙе ҡылабыҙ.Отелгә ҡайттыҡ. Иртәгә юлға.

7 декабрь. Иртәнге намаҙҙан һуң Мөхәммәт ﷺ мәсетендә, төркөмөбөҙ менән бергә йәшел көмбәҙ яғына ҡарап уны сәләмләп киттек. Иртәнге аштан  һуң отель тирәһендә йәйәүләп йөрөп килдем. Бөгөн нурлы Мәҙинә менән һаубуллашабыҙ бит. Хуш еҫ бөркөп торған урамдарынан үтәм, әллә ниндәй ят сәскәләрен еҫкәйем. Аҙаҡ, ҡайтҡас ҡына музейҙарына ла бармауыма үкенеп ҡуйҙым, бер уйлаһаң, ваҡыт та булманы. Отель эргәһендәге магазинға инеп сыҡтым. Әйбер яғына күҙ һалғы ла килмәй, беҙҙең төп ниәтебеҙ – ғибәҙәттәрҙе теүәл үтәү ине, шулай ҙа, өйҙәгеләргә иҫтәлеккә берәй нимә алғым килеп туҡтаным. Өйләнән һуңМәккәгә ҡуҙғалдыҡ.

(Дауамы бар)

 

Гөлдәр Арыҫланова,

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы

 

Фотолар авторҙыҡы.

1. Мәҙинә, Ән Нәбәүи , йәғни Пәйғәмбәребеҙ мәсете. Йәшел көмбәҙ аҫтында рәсүлебеҙ ерләнгән.

2. Әл Ғамәмәһ мәсете.

3. Куба мәсете.

4. Һәр урам исеме ислам тарихын һөйләй. Мәсет тирәләй бик күп отелдәр урынлашҡан.

5. Иң ҡәҙерле бүләк Рауданан сыҡҡас, ошо Зәм- зәм һыуын күстәнәскә биреп торалар.

6. Өхөд тауы.

7. Ҡиблатайн - ике Ҡибла мәсете.

 

 

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 1-се өлөш
Автор:
Читайте нас